Изге Ламберт базиликаһы (Дюссельдорф)

Изге Ламберт базиликаһы (нем.Basilika St. Lambertus) —Дюссельдорфта католик сиркәүе (Германия), иң боронғо ҡоролмаларҙан һанала, бик күп мәҙәни һәм дини иҫтәлекле урындарҙы үҙ эсенә ала.

Изге Ламберт базиликаһы
Нигеҙләү датаһы 1394
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Ламберт Маастрихтский[d]
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Дюссельдорф-Альтштадт[d]
Епархия Архиепархия Кёльна[d]
Архитектура стиле кирпичная готика[d]
Мираҫ статусы архитектура ҡомартҡыһы[d]
Рәсми сайт lambertuskirche.de
Святой покровитель Ламберт Маастрихтский[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of St. Lambertus (Düsseldorf)[d]
Карта
 Изге Ламберт базиликаһы (Дюссельдорф) Викимилектә

VIII быуатта Дюссель йылғаһының Рейнға ҡойған урынында изге Виллеик бәләкәй сиркәүгә нигеҙ һала, ул изге миссионер епископ Маастрихтский Ламберт хөрмәтенә изгеләндерелә. Ул Дюссельдорфтың беренсе культ ҡоролмаһынан хәҙерге ваҡытҡа тиклем бер нәмә лә килеп етмәй.

XIII быуатта беренсе сиркәү урынында роман стилендә ауыл сиркәүе яңынан төҙөлә. 1288 йыл ҡала өсөн тарихи була. Ворринген янында яланда ҡан ҡойошло һуғыш үтә, унда граф Адольф V фон Берг (уның ғәскәрҙәренә Кёльн ҡалаһы һәм Дюссель ауылы халҡы ҡушыла) һәм кёльн архиепискобы Зигфрид Вестербургский бер-береһенә ҡаршы тора. Граф Адольф алышта еңеү яулай. Рәхмәт йөҙөнән ул Дюссель ауылына, Кёльн быға ҡырҡы ҡаршы булһа ла, ҡала статусы бирә. 1288 йылдың 14 авгусында документҡа ҡул ҡуйыла, ә инде бер айҙан сиркәү яңы ҡаланың үҙәгенә әйләнә, дөрөҫ,тик монастырь ҡоролошо сифатында.

Граф Адольф фон Берг ғүмере буйына Дюссельдорф ҡалаһын төҙөүгә юғары ҡыҙыҡһыныу күрһәтә һәм ҡаланың үҙәк сиркәүен төҙөү өсөн ҙур сумма аҡса бирә.

Әммә ҡала ысынында тик 1380 йылда ғына үҫә башлай. Шул саҡта Берг мираҫы герцог Вильгельм Беренсегә эләгә, ул Дюссельдорфты үҙенең резиденцияһы итергә ҡарар итә. Хәҙерге сиркәү Божья Матерь хөрмәтенә 1394 йылдың 13 июлендә изгеләндерелә. Сиркәүҙе ҡурсалаусылар сифатында изгелә Ламберт, Аполлинарий, Фома һәм Панкратий таныла. Сиркәүҙә бик күп сиркәү ҡомартҡылары һәм изгеләрҙең мәйеттәре һаҡланған, шуға күрә XIV быуаттың аҙағында сиркәү хаж ҡылыуға килеүселәрҙең иң билдәлеһе була.

Әммә сиркәү христиан эштәре менән генә билдәле түгел. Унда ике тапҡыр мөһим донъяуи ваҡиғалар булып үтә. 1585 йылда герцог Ян Веллем менән Якоба Баденскаяның туй тантанаһын байрам итеү үҙәгенә әүерелә, ә 1592 йылда унда герцог Вильгельм V ерләнә.

1805 йылдың 31 авгусында сиркәү тағы изге Ламберт хөрмәтенә изгеләндерелә.

1974 йылдан сиркәүгә кесе базилика папа титулы бирелә.

Сиркәү сәнғәте әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Богородицаның мөғжизәле һүрәте («Еңеүсе Мария»), 1100 йыл.
  • Богородицаның мөғжизәле һүрәте («Мария ашығыс ярҙамсы»), 1334 йыл.
  • Готика Дарохранительница, XV быуат аҙағы.
  • Герцог Бергскийҙарҙың төрбәһендә герцог Вильгельм V ҡәбер ташы, 1596—1599 йылдар.
  • 1394 йылдан Дюссельдорфтың ҡурсалаусыһы булған изге Аполлинарий Равеннскийҙың мәйете менән саркофагы. Изгенең мәйетенең өлөштәре Изге Аполлинарий (Дюсселбдорф) сиркәүенә тапшырыла
  • Изге Свитбергтан һуң икенсе изге Виллеик башы менән төрбә
  • Эвальд Матаре эшләгән төп инеү урыны (портал).
  • Сиркәүҙең тышҡы төньяҡ яғынан Голгофа

Изгеләр мәйете

үҙгәртергә

Изге Аполлинарий Равеннскийҙың һәм Виллеик Кайзерсвертскийҙың мәйеттәренән тыш базиликаның алтарь өлөшөндә һәр кем хөрмәтләй алырлыҡ урында изгеләрҙең мәйеттәре һаҡлана:

  • рухани Хоэнбургская Одилияның (Эльзасская);[1]
  • ыҙа сигеүсе Патрокл Трикассинскийҙың (Труасский), шулай уҡ православие сиркәүе данлаған;[2]
  • архиерей Серватий Маастрихтскийҙың;
  • архиерей Ламберт Маастрихтскийҙың;
  • ыҙа сигеүселәр, изге Урсула юлдаштарының;
  • Фивея легионы ыҙа сигеүселәренең[3]
  • Basilika St. Lambertus Düsseldorf-Altstadt. Fink Kunstverlag Josef, Lindenberg. 1. 2004 Auflage. ISBN 3-89870-203-0
  • Düsseldorfer Kirchen. B. Bachem Verlag J., 2009 Köln. 10-12 S.. ISBN 978-3-7616-2219-3
  • Herzlich in der Basilika willkommen St. Lambertus, Düsseldorf-Altstadt. Kirchengemeinde St. Lambertus, Düsseldorf, 2000.
  • Kirchen-Führer. Kirchen katolischen Ihr Düsseldorf Begleiter die in durch. Düsseldorf, 2001.
  • Jakob Schlafke: im Köln Wallfahrt Erzbistum. E. Verlag Vey, 1989 Köln. 38-43 S.. ISBN 3-9802360-0-5
  • Jorg Heimeshoff: Düsseldorf Denkmalgeschützte in Häuser. Nobel Verlag, Essen, 2001, ' s. 235-237. ISBN 3-922785-68-9
  • Udo Achten: Düsseldorf zu Fuß. VSA-Verlag, Hamburg, 1989, ' s. 23. ISBN 3-87975-485-3

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә