Изге Богородица Покровы сиркәүе (Замошье)

Изге Богородица Покровы сиркәүе — православие ғибәҙәтханаһы, Вологда өлкәһе Сокольский районының Замошье ауылында урынлашҡан, XVIII быуатта төҙөлгән. Пресвятая Богородица Покровы сиркәүе төбәк әһәмиәтендәге мәҙәниәт мираҫы объекты булып тора һәм барокко стиленә ҡарай.

Изге Богородица Покровы сиркәүе
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Замошье[d]
Епархия Вологодская епархия[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27605087?
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Изге Богородица Покровы сиркәүе (Замошье) Викимилектә

Ҡорам тарихы

үҙгәртергә

Замошье ауылының көнсығыш өлөшөндә яҡынса 1764 йылда элекке ағас сиркәү урынында барокко формаһындағы ике ҡатлы таш сиркәү төҙөлгән, был сиркәү Изге Богородица Покровы хөрмәтенә булдырылған.

Архив белешмәләре буйынса, Замошьелағы ғибәҙәтхана мәхәллә тырышлығында төҙөлгән, ә ҡайһы йылда төҙөлгәне билдәһеҙ. 1638 йылдағы оклад китабында Замошьелағы Богородица иҫке ағас сиркәүе телгә алына, ул Лопотов монастыры аҫабалығында була. Ғибәҙәтхана эргәһендә 1812 йылда ҡыңғырауҙар манараһы төҙөлә[1]. Ғибәҙәтханала өс тәхет булған: төп тәхет — Изге Богородица Покровы һәм ҡалғандары Раббының үҙгәреүе һәм изге Николай Мириликийский тәхете[2]. Бинаның эске яғы күркәм биҙәктәр һәм изгеләрҙең йөҙҙәре менән биҙәлгән. Ҡорамдың стеналарын ағалы-энеле Спицындар биҙәгән. Ғибәҙәтханаға 42 ауыл һәм 17 бәләкәй сиркәү ҡараған.


1917 йылдың революцияһынан һуң, совет осоронда, 1935 йылда Замошье сиркәүенең ҡыңғырауҙары ергә ҡолатыла, ә 1937 йылда ғибәҙәтхана ябыла. Бинаны шартлатып маташҡандар, әммә уның ҡеүәтле ҡалын стеналары шартлатыуға бирешмәгән. XX быуат уртаһында төҙөлөш Дәүләт орлоҡ фондының склады итеп файҙаланылған, бында картуф киптергәндәр, тракторҙар өсөн запас частар склады ла торған, хатта һуңғы йылдарҙа бында колхоз тимерлеге лә урынлаштырылған булған[3].

1989 йылда сиркәүҙә янғын була, ул йәшен һуғыуҙан барлыҡҡа килә. Стихия һөҙөмтәһендә ҡыңғырауҙар манараһының көмбәҙе емерелгән

Архитектура

үҙгәртергә

Сиркәүҙең төп күләме төрлө бейеклектәге ике сиректәнн тора, улар бер-береһенә ылығып тора. Көнбайыш өлөшө осло биш башлы, ә көнсығыш өлөшө осло өс башлы. Көнсығыш яғынан бейек өлөшөнә ҡырлы апсида терәлеп тора, ул шулай уҡ осло баш менән тамамланған[4].

Һалҡын ҡорамында, үрге кимәлендә һынлы һүрәттәрҙең фрагменттары һаҡлана.

Ҡорам бөгөн

үҙгәртергә

Күп йылдар үткәндән һуң Галина Сеничева инициативаһы менән сиркәүҙе тергеҙергә тырышалар. Битараф булмаған кешеләрҙең тырышлығы арҡаһында сиркәүҙә яңынан ғибәҙәт ҡылыуҙар башланып китә. 1992 йылда Замошьела православие общинаһы теркәлә. Ә ғибәҙәтхана тарихын урындағы крайҙы өйрәнеүселәр һәм ауылдың дөйөм белем биреү учреждениелары педагогтары тикшерә башлай[3].

Ҡайһы бер белгестәр билдәләүенсә, Покров сиркәүе бындай типтағы сиркәүҙәр араһында туранан-тура аналогы булмаған ҡомартҡы. Бина тарихи һәм художество яғынан ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, ул XIX быуаттың ғәҙәти булмаған архитектура һәм профессиональ башҡарыу сәнғәтенең ҡомартҡыһы булып тора

  1. Замошье|Церковь Покрова Пресвятой Богородицы. Дата обращения: 18 ноябрь 2020.
  2. Покровская Замошская - Церковь Покрова Пресвятой Богородицы в Замошье - 2, Замошье. Дата обращения: 18 ноябрь 2020.(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 Святыни Сокольского района: Замошское поселение : по материалам книги «Заветный белокаменный Покров» // Сокольская правда. – 2012. – 22 мая. – С. 5. Дата обращения: 18 ноябрь 2020.
  4. Покровская церковь в селе Замошье Тип объекта: Культура Месторасположение: Вологодская область, Россия Охраняемость: нулевая Состояние: плохое Рейтинг: 4.6667. Покровская церковь в селе Замошье (Вологодская область) / Культура. Дата обращения: 18 ноябрь 2020.

Һылтанмалар

үҙгәртергә