Изге Антоний сиркәүе (Потсдам)

Изге Антоний сиркәүе (нем.Pfarrkirche St. Antonius) — Потсдам ҡалаһындағы Бабельсберг районында урынлашҡан католик сиркәү. архитектор Вильгельм Фальбуш проекты буйынса 1934 йылда төҙөлә

Изге Антоний сиркәүе
Нигеҙләү датаһы 1933
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Антоний Падуанский[d]
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Бабельсберг[d]
Епархия Архиепархия Берлина[d]
Архитектор Wilhelm Fahlbusch[d]
Архитектура стиле архитектурный модернизм[d]
Мираҫ статусы памятник архитектурного наследия[d]
Карта
 Изге Антоний сиркәүе (Потсдам) Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

XIX быуатта Потсдамдың Новавес (нем.Nowawes) һәм Нойендорф райондарына күсеп килгән католиктар өсөн ҡала үҙәгендә урынлашҡан изге Петр һәм Павел сиркәүенә йөрөргә мөмкин була. Диндарҙарҙың һаны артыуы һәм Иҫке ҡалаға тиклем яңы райондарҙан аралыҡтың алыҫ бүлыуы арҡаһында, 1891 йылда яңы ғибәҙәтхана өсөн община тарафынан ер участкаһы һатып алына[1]: финанс сәбәптәр буйынса сиркәү төҙөлөшө тик 1905 йылда ғына башлана. Һөҙөмтәлә, сиркәү 1906 йылдың 7 октябрендә төҙөлөп бөтә. Шул уҡ йылда пастор тәғәйенләнә, ә уның 1909 йылда сиркәү бойондороҡһоҙлоҡ ала (нем. Pfarrkuratie).

Ике тиҫтә йылдан һуң, 1927 йылда, Берлин-Ванзе муниципалитетында йәшәгән католиктар өсөн Изге Михаил сиркәүе төҙөлә, ә 1933 йылдың 30 июлендә Потсдамда хәҙерге заман Изге Антоний сиркәүеның нигеҙ ташы һалына. 1934 йылдың 15 апрелендә Берлин епискобы Николай Барес архитектор Вильгельм Фальбуш проекты буйынса төҙөлгән ҡорамды изгеләндерә, Фальбуш шулай уҡ Ванзелағы сиркәүҙең архитекторы була.

Антоний сиркәүе бинаһы ун тар һәм бейек тәҙрәләр менән яҡтыртыла, улар көнбайыш һәм көнсығыш стеналарҙа урынлашҡан һәм бинаның тышында ҡыҙыл кирбес менән ҡыҫанланған; трансепт артындағы ике өҫтәмә тар тәҙрә алтарь һәм апсиданың мозаикаһын яҡтырта. Ғибәҙәтханала суҡыныу урыны һәм руханиҙар кейемен һаҡлау урыны бар. 34 метр бейеклектә манара сиркәүҙың төп бинаһының төньяҡ-көнбайыш мөйөшөнә килеп тоташа: уның йоҡа баҡыр шпиле папа тәреһе менән осланған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Изге петр һәм Павел сиркәүе . Потсдам

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Martin Küper. Katholiken profitieren vom Berlin-Boom: In einer wenig religiösen Region sind Katholiken eine christliche Minderheit (нем.). maz-online.de. Märkische Allgemeine / MAZ (12 апрель 2016). Дата обращения: 19 ғинуар 2019. 2019 йыл 19 ғинуар архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Hugo Schnell: St. Babelsberg Antoniuskirche zu. Führer Nr. NO5, der Deutschen Kleinen Verlag Kirchenführer. Schnell & Dr. Steiner, 1938 München.
  • Andreas Kitschke: Kirchen in Potsdam, Verlagsanstalt Evangelische, 1983 Berlin, 69f S..
    • Andreas Kitschke: Kirchen Babelsberger. Peda-Kunstführer 332, 1995 Passau, ISBN 3-930102-88-9, 18-22 S..
    • Andreas Kitschke: Die Potsdamer Kirchen. Peda-530/2001 Kunstführer, ISBN 3-89643-530-2, 49f S..
  • Witkowski Teodolius: St. Potsdam Antonius in-Babelsberg — und Beitrag Geschichte Ein Gemeinde von zur Kirche. Der Selbstverlag Pfarrei, 2011 Potsdam.
  • Thomas Магіпғаиләһендә (Hrsg.): DDR Katholiken Babelsberger in der — in Jugendgeschichtsprojekts eines Ergebnisse St. Antonius Potsdam-Babelsberg. 2013 Norderstedt, ISBN 978-3-7322-8907-3.

Һылтанмалар үҙгәртергә