Мария Изабель Шанель Адриан (швед. Maria Isabel Chanel Adrian) — швед моделе, телеперсона, продюсер, журналист, кейем дизайнеры[1] һәм блогер[2].

Изабель Адриан
швед. Isabel Adrian
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 30 август 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны Гётеборг[d]
Хәләл ефете Стив Анжелло[d]
Һөнәр төрө музыкант
Рәсми сайт isabeladrian.com
 Изабель Адриан Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Изабель Адриан 1977 йылдың 3 авгусында Гётеборгта католиктар ғаиләһендә (атаһы — испан ир -аты, әсәһе — швед) тыуған. 15 йәшендә үҙенең модель карьераһын башлай, уның осоронда Изабель донъя буйлап сәйәхәт итә, 350 ашыу мода күрһәтеүҙә ҡатнаша[2], уның фотоһүрәттәре «Chic», «Elle», «Rolling Stone», «Café» журналдарының тыштарында баҫылып сыға. Модель бизнесында биш йыл булғандан һуң Изабель Адриан үҙенең белеменә иғтибар итә: ул Кино һәм дизайн мәктәбенә уҡырға инә, мәктәпте журналистика өлкәһендә бакалавр дәрәжәһендә тамамлай. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң Адриан Стокгольмға күсенә. Изабель TV3 каналында «Expedition Robinson» реалити-шоуҙа күренә. Шунан һуң Адриан 2004 йылда танышҡан үҙенең буласаҡ ире Стив Анжелло команияһында тауарҙар дизайнсыһы булып эшләй башлай[3].

Карьераһы үҙгәртергә

2008 йылда Адриан һәм Анжелло Лос-Анджелесҡа күсенә. Килә дүрт йыл дауамында Изабель TV3 каналында (Шведские жёны в Голливуде) швед реалити-шоуҙа төшә (дөйөм 3-5, 9 и 11 миҙгелдәрҙә). 2014 йылда Изабель Bravo телеканалының «Euros of Hollywood» шоу ҡатнашыусыһы була. Адриандан тыш шоуҙа шулай уҡ сит ил актерҙары һәм Массимо Добрович, Фавни, Блеона, Саша Герехт һәм Янник Оландер кеүек музыка башҡарыусылары ла ҡатнаша[4]. Һуңғы шоу Швецияла[5] һәм Австралияла күрһәтелә[6].

2013 йылда Адриан үҙенең дуҫ ҡыҙы Ребекка Симонссон менән бергә «Экспрессен» киске гәзитендә подкастинг сығара башлай, унда улар көндәлек тормош, айырым кешеләр тураһында фекер алыша башлай. Көн дауамында сыҡҡан эпизод iTunes исемлегенең беренсе юлын биләй[7]. «Подкаста Изабель и Ребекки» исемелегендә дөйөм 50 эпизод сыға.

2014 йылда Адриандың беренсе «Секс, наркотики и диджей» нәфис романы баҫылып сыға[8]. Китап сығыр алдынан китапҡа ҡыҫҡа метражлы Тизер-трейлер фильмы менән берлектә саундтрек ойошторола [9]. 2016 йылда була Изабель менән Стив романды экранлаштырыуҙы планлаштыра тигән мәғлүмәт була.

2015 йылда Изабель һәм Стив күренекле ғаилә пары булараҡ Kanal 5 каналында «Arga Snickaren VIP» шоуҙа[10] һәм TV4 каналында «Renées brygga» программаһында ҡатнаша[11]. 2016 йылда Адриан күп телевидение сараларында ҡатнаша: Швецияның TV3 каналында («Звёзды» в усадьбе) реалити-шоуҙың 2-се миҙгелендә[12], TV4 каналында 11-се швед миҙгеленең «Йондоҙҙар менән бейеү» программаһында ҡатнаша (Изабель профессиональ бейеүсе Фредрик Брунберг менән парҙа бейей, 11 ҡатнашыусынан уларҙың дуэты 9-сы була)[13], «Opinion live» дискуссион программала ҡатнаша, унда журналист Тина Мехрафзун менән бергә киләһе Евровидение-2016 тураһында фекер алыша, башлыса Евровидение-2016 конкурсында флагтарға тыйыу тураһында[14] (программанан һуң Изабелде ваҡиғаларҙы яҡтыртыусы булырға һорайҙар, һәм ул кис буйы Expressen TV каналында трансляция алып бара).

Изабель башлыса Анжеллоның «Size Foundation» лейблы фонды базаһында ойошторолған хәйриә эшендә лә ҡатнаша, ул бөтә донъяла балаларҙың һәм студенттарҙың мөмкинлектәрен киңәйтеү маҡсатында мәғәрифҡа аҡса йыйыу менән шөғөлләнә. Шулай уҡ ирле-ҡатынлы төньяҡ Һиндостандағы Ришикешта балалар йортона ярҙам итә[3].

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Буласаҡ ире, «Swedish House Mafia» швед супертөркөмөнөң бер ҡатнашыусыһы Стив Анжелло менән Изабель 2004 йылда таныша. 2008 йылда улар Стокгольмдан Лос-Анджелесҡа күсенә, ә 2013 йылдың апрелендә өйләнешә[15]. Интервьюһының береһендә Изабель күсенеү сәбәбен элекке егетенең эҙәрлекләүен атай, уныһы психиатрик дауаханаға эләгә, иренең эше арҡаһында АҠШ-ҡа киткәнгә тиклем башта Адриан һәм Анжелло Швейцарияла йәшәй.[16].

Стив һәм Изабелдең ике ҡыҙы бар: Мандей-Лили (2010 йылғы) һәм Винтер Роуз, (2012 йылғы). 2016 йылда Изабель һәм Стив Швецияға ҡайтырға ҡарар итә, унда Стокгольмда Слюссенда хәҙер үҙ йорттарында йәшәйҙәр[17].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Nilsson M. Breddar smal målgrupp (швед.). VD-tidningen (12 март 2012). Дата обращения: 27 март 2018.
  2. 2,0 2,1 Hammar J. Hollywoodfrun Isabel Adrian berättar om sin lyxiga vardag (швед.). Amelia[sv] (20 март 2012). Дата обращения: 27 март 2018.
  3. 3,0 3,1 Steve Angello & Isabel Adrian (ингл.). Coveteur (15 июль 2013). Дата обращения: 27 март 2018.
  4. Euros of Hollywood. About (ингл.). Bravo[en]. Дата обращения: 27 март 2018.
  5. Pascal E. Isabel Adrian aktuell i nytt program i USA (швед.). Expressen (7 октябрь 2014). Дата обращения: 27 март 2018.
  6. Reines R. All we’ll hear is radio ga-ga. Faux Pas of the Week (швед.). The Daily Telegraph[en] (17 ғинуар 2015). Дата обращения: 27 март 2018.
  7. Mjöhagen M. Succé — nya podcasten ligger etta på iTunes (швед.). Expressen (12 апрель 2013). Дата обращения: 27 март 2018.
  8. Adrian I. Sex, droger & en DJ. — Massolit, 2014. — 610 p. — ISBN 9789175371122.
  9. Ҡалып:Vimeo.
  10. «Arga Snickaren VIP» på besök hos Isabel Adrian och Steve Angello (швед.). Aftonbladet (3 июнь 2015). Дата обращения: 27 март 2018.
  11. Josjö E. Här är kändisarna som gästar Renées brygga (швед.). TV4 (17 декабрь 2015). Дата обращения: 27 март 2018.
  12. Nilsson L.-M. Deltagarna i «Realitystjärnorna på godset» (швед.). Expressen (18 сентябрь 2015). Дата обращения: 27 март 2018.
  13. Aberg E. Isabel om uttåget: «Gillar inte tävling» (швед.). Aftonbladet (1 апрель 2016). Дата обращения: 27 март 2018.
  14. Opinion live. Säsong 1 (швед.). SVT (5 май 2016). — Архивная запись трансляции. Дата обращения: 28 март 2018. Архивировано 21 май 2016 года. 2016 йыл 21 май архивланған.
  15. Wedholm J. Isabel Adrian och Steve Angello har gift sig (швед.). Aftonbladet (10 апрель 2013). Дата обращения: 27 март 2018.
  16. Henricson E. Isabel Adrian: «Jag har inte sovit på en vecka» (швед.). Expressen (5 февраль 2014). Дата обращения: 27 март 2018.
  17. Winberg Y. «Om någon säger att något är omöjligt så gör jag det själv» (швед.). Resumé (30 ғинуар 2016). Дата обращения: 27 март 2018.

Һылтанмалар үҙгәртергә