Вальдете Идризи (алб. Valdete Idrizi) — Косовоның ҡатын-ҡыҙ сәйәсмәне һәм граждан активисы. Косово демократик партияһы ағзаһы. «Построение общества Митровица» (Community Building Mitrovica, CBM) коммерцияға ҡарамаған, маҡсаты — Косовска-Митровица ҡалаларындағы албан һәм серб диаспоралары араһындағы низағтарҙы бөтөрөүгә, улар араһында диалог урынлаштырыуға ярҙам итеүсе ойошма (НКО) башлығы[1].

Идризи Вальдете
алб. Valdete Idrizi
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө XX быуат
Тыуған урыны Косовска-Митровица[d], Косово и Метохия[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы Демократическая партия Косово[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Идризи Вальдете Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Косовск-Митровица ҡалаһының төньяҡ өлөшөндә тыуып үҫә[2]. Косово һуғышы ваҡытында сербтар тарафынан ҡыуыла[1].

Һуғыштан һуң сит ил донорҙары ярҙамында «Митровица йәмғиәте төҙөү» НКО-һына нигеҙ һала. Ойошма офисы буфер зонаһында, KFOR һағы аҫтында, ҡаланың ике — көньяҡ һәм төньяҡ, албан һәм серб өлөшөн берләштереүсе Ибар күпере эргәһендә урынлашҡан. Вальдете Идризи албан һәм серб телдәрендә журнал нәшер итә. Рок-музыка мәктәбенә нигеҙ һалған һәм уға Косовск-Митровица ҡалаһының көньяҡ һәм төньяҡ өлөшө балалары йөрөй[3][2]. Төньяҡ Митровицалағы Приштин университетында серб-албан балалары өсөн инглиз теле курстары ойоштора[1].

2011 йылдың 22 декабрендә CiviKos Platform башҡарма директор итеп һайлана. Вазифаһын 2012 йылдың 16 ғинуарында башҡара башлай[4].

2017 йылда Косово демократик партияһынан баш ҡала мэры һайлауҙарында ҡатнаша һәм беренсе турҙа еңеп сыға, икенсе турҙа Яңы Косово альянсы кандидаты Агим Бахтириға (Bahtiri Agim) еңелә[1].

Косовск-Митровицаның көньяҡ өлөшөндә йәшәй[2].

Наградалары

үҙгәртергә

2008 йылда албандарҙы һәм сербтарҙы яраштырыу буйынса тыныслыҡ хеҙмәте өсөн АҠШ Дәүләт департаментының ҡаһарманлыҡ өсөн IWOC Халыҡ-ара премияһына лайыҡ була[2]. Soroptimist International of Europe (SIE) ойошмаһының SIE Award 2009 һәм Women International Film ' s & Showcase ойошмаһының Television TheWIFTS Peace Award 2016 премияларын ала[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Франк Хофман, Александра Ёлкина. 10 лет независимости Косово: два шага вперёд, один назад. Deutsche Welle (17 февраль 2018). Дата обращения: 11 апрель 2020.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Воробьёв, Алексей Валерьевич. Косово глазами Алексея Воробьёва – Часть 2. «Эхо Москвы» (18 май 2009). Дата обращения: 11 апрель 2020.
  3. Сербов и албанцев Митровицы сближает только рок-школа для молодёжи. Еврорадио (30 апрель 2009). Дата обращения: 11 апрель 2020.
  4. Mrs. Valdete Idrizi is elected as Executive Director of CiviKos Platform. Platforma CiviKos. Дата обращения: 11 апрель 2020.
  5. Valdete Idrizi - Kosovo. The Peace Award. TheWIFTS. Дата обращения: 11 апрель 2020. 2020 йыл 23 февраль архивланған.