Ивер ҡатын-ҡыҙҙар монастыры (Дондағы Ростов)


Ивер ҡатын-ҡыҙҙар монастыры — Дондағы Ростов епархияһының Дондағы Ростов ҡалаһында Божья Матерь Ивер иконаһына бағышланған ҡатын-ҡыҙҙар монастыры.

Монастырь
Иверский женский монастырь
Церковь Иверской иконы Божией матери
Церковь Иверской иконы Божией матери
Ил Россия
Город Ростов-на-Дону
Координаталар 47/16/54/N/39/41/50/E
Конфессия православие
Епархия Ростовская-на-Дону епархия 
Тип женский
Архитектор Н. М. Соколов
Нигеҙләүсе С. И. Фёдоров
Беренсе тапҡыр 1903 йыл
Нигеҙләнгән 1908 йыл
Настоятель игумения Рахиль
Бөгөнгө хәле действует
Сайт Рәсми сайт

Монастырь тарихы 1903 йылда башлана.

Ростов идаралығы Черноморский монастыры монахинялары Екатерина һәм Александраның ҡатын-ҡыҙҙар өсөн монастырь төҙөү тураһында үтенесен үтәп, Дондағы Ростовтан алыҫ түгел ерҙән участка бүлеп бирә.

Ростов сауҙагәре С. И. Федоров монастырь төҙөү буйынса попечитель була.

Ҡатын-ҡыҙҙар монастырының башлығы игумения Анастасия була, уның етәкселеге аҫтында монастырҙа илле тирәһе монахиня йәшәй.

Бер нисә йылдан монастырь биләмәһендә ҙур булмаған ағас сиркәү һәм хөжрәләр төҙөлә.

1908 йылда ҡорам төҙөү тамалана, һәм ул Божья Матерь Ивер иконаһы хөрмәтенә изгеләндерелә.

Өлкән кешеләр һөйләүенсә 1914 йылдың йәй аҙағында батша кортежы Кавказ Минераль һыуҙарҙан ҡайтышлай изге монастырь эргәһендә туҡтап китә. Император Николай II вариҫы Алексий менән монастырға Божья Матерь Ивер иконаһына табынырға инә.

Беренсе донъя һуғышы осоронда монастырь оккупацияланған Польшанан 9-11 йәшлек етем ҡыҙҙар приюты булараҡ ҡулланыла.

Ҡыҙҙар бында 1920 йылдар башына тиклем йәшәгән һәм уҡыған.

Игуменья Анастасия 1919 йылда ғибәҙәтханаға ябылыу ҡурҡынысы янауы арҡаһында уны ауыл хужалығы артеле тип теркәтә.

Монастырь эргәһендә мал аҙбары, икмәк бешереү, аш-һыу бүлмәһе, балыҡ үрсетеү өсөн яһалма быуа һәм роза баҡсаһы булған.

Шуға ҡарамаҫтан, 1929 йылдарҙа сиркәү ябыла, ә игуменья һәм монахиняларҙы Себергә ҡыуалар, ғибәҙәтхананың мөлкәтен дәүләткә тапшыралар. Ҡорам ябылғас, уның биналарында төрлө ваҡыттарҙа клуб, балалар йорто, оҫтаханалар һәм келәттәр урынлаша.

Даими һәм ҡыҙыҡһынған хужа булмағанлыҡтан монастыь умарталығы ла юҡҡа сыға. Часовня, игумен өйө, хужалыҡ ҡаралтыһы һәм таш түшәлгән юлдары һүтеп алына.

80-се йылдар аҙағында митрополит Владимир инициатива төркөмө ойоштора, уның маҡсаты ғибәҙәтхананы Рус Православие сиркәүенә ҡайтарып биреү тора.

Ивер ҡатын-ҡыҙҙар монастыры 1991 йылдың 30 авгусында тергеҙелә.

1992 йылда монастырь бүләккә митрополит Владимирҙан (Сабодан) Пресвятая Богордица Ивер иконаһын ҡабул итеп ала.

Яйлап хөжрәләре төҙөкләндерелә, шишмә таҙартыла һәм кәртәләп алына. 1995 йыл аҙағына монастырь сиркәүе тергеҙелә. 2002 йылдың көҙөнә Ростов рәссамдары-реставрациялаусылары монастырҙың стеналарын биҙәй. Түбәнге ҡорамдың иконостасы яңыртыла.

2002 йылдың 17 ноябрендә Хаким Пантелеимон тергеҙелгән ҡорамды изгеләндерә


Монастырь биләмәһендә экскурсиялар үтә.

Монастырҙа башлыҡтар

үҙгәртергә
  • Анастасия (1920 й. тирәһе) — игуменья;
  • Архимандрит Модест (Михаил Потапов) (1991—1993);
  • Неонила (Сергиенко) (1993 июнь — 1996 август) мон;
  • Рахиль (Ковалева) (1996 — хәҙерге ваҡыт) — игуменья.

Галереяһы

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә