Иван Милютин йорто
«И. А. Милютин йорто» Ғибәҙәтхана тауындағы музей— XIX быуат башындағыЧереповец ҡалаһы башлығы Милютин Иван Андреевичтың йорто, ул 46 йыл ҡала башлығы вазифаһын башҡарған. Музейҙың экспозицияһы музейға килеүселәргә ҡала башлығының көнкүреше, тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында һөйләй.
Музей «Дом И.А.Милютина» на Соборной Горке | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 2006 год |
Сайт | На сайте музея "Дом Ивана Милютина" |
Музей «Дом И.А.Милютина» на Соборной Горке Викимилектә |
Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты төбәк әһәмиәтендәге рег. № 351710912830005 (ЕГРОКН) объект № 3500409000 (БД Викигида) |
Тарих
үҙгәртергәXIX быуатта 46 йыл буйына Череповец ҡалаһында ҡала башлығы булып эшләгән И. А. Милютиндың XIX быуаттың һуңғы сирегендә — xx быуат башында торған айырым дача йорто ошо замандың сәнәғәт һәм мәҙәни күтәрелеше тураһында һөйләй. Йорт Шексна йылғаһының көнбайыш бейек ярындағы бейек матур йорт булған, ул Шексна йылғаһынан әҙ генә көнбайыштараҡ Воскресенский соборы янында торған[1].
2006 йылдың 4 ноябрендә «. И. А. Милютин йорто» музейы тарих һөйөүселәр һәм килеүселәр өсөн үҙенең ишектәрен асҡан.
Музей биналары һәм ҡоролмалар
үҙгәртергәЙорт xx быуат башындағы һыҙмалар буйынса ҡала башлығының айырым йорто урынында яңынан тергеҙелгән. Милютиндың ул ваҡыттағы йорто беҙҙең көнгә тиклем һаҡланмаған. Советтар Союзы ваҡытында был йортта коммуналь фатирҙар булып, унда кешеләр йәшәгән. Төҙөүселәр һәм реставраторҙар йорттоң төҙөлөшөн һәм үҙенсәлектәрен һаҡларға тырышҡан, тышҡы биҙәлеше һәм эске реставрациялау эштәре бик үҙенсәлекле башҡарылған һәм уникаль булып эшләй[2].
Йорто ике ҡатлы — аҫҡы ҡаты таштан, ә өҫкөһө ағастан эшләнгән. Беренсе ҡатта ҡабул итеү бүлмәһе, кабинет, ир-ат ҡунаҡтар бүлмәһе, күркәм зал, ҡатын-ҡыҙҙар ҡунаҡ бүлмәһе, ашхана-буфет бүлмәһе, будуар, Милютин Иван Андреевичтың мемориаль бүлмәһе бар. Икенсе ҡатта ҡунаҡ бүлмәһе, унан балконға сығырға мөмкин булған, эш кабинеты һәм хужаның йоҡо бүлмәһе урынлашҡан. Подвалында "Шарап мөгәрәбе" йыһазландырылған һәм музей өсөн экспозиция булдырылған[3].
Экспозицияһы
үҙгәртергәЙорт-музейҙың экспозицияһы «Ҡала баш лығы И. А. Милютиндың тормошо һәм эшмәкәрлеге» тип атала. Бүлмәләрҙә Милютин ғаиләһенең төрлө документтары, фотографиялары, китаптары, шәхси әйберҙәре ҡуйылған.
Һәр йылдың апрелендә Череповец ҡалаһXIXында Милютин көндәре ойошторола. Уның сиктәрендә яңы күргәҙмәләр үткәрелә, музейға килеүселәрҙең иғтибары Милютин Иван Андреевичтың йәмәғәт эшмәкәрлегенә йүнәлтелә, әүҙем рәүештә ғилми конференциялар үтә, архив материалдары халыҡҡа әүҙемерәк еткерелә. Йорт-музейға килеүселәрҙе хуш еҫле сәй һәм яңы бешерелгән тәмлекәстәр көтә. XiХ быуаттың рецептары буйынса тәмле кеҫәл ҡайнатыла һәм экскурсияға килеүселәрҙе төрлө гастрономия аҙыҡтары үҙенә арбап тора. Бында «Боронғо мәктәп»-кластары үткәрелә, элекке замандағы счеттар, еүеш ҡаралар һәм перолы ручкалар тәҡдим ителә һәм телгән кешегә уларҙы ҡулланып, яҙып-һыҙып, иҫәпләп ҡарарға мөмкинлеген бар[4].
Музейҙа шулай уҡ әҙәби кисәләр һәм музыка кисәләре ойошторола, ҡала һәм өлкәнең рәссамдарының картиналары күрһәтелә, шағирҙар менән осрашыу үткәрелә. Музей коллективы бында килеүсе кешеләргә сауҙагәрҙәр көнкүреше менән бәйле байрамдар ойоштора һәм уларға тарихи интерьерҙарҙа фотоһүрәттәргә төшөрөү мөмкинлеген бирә.[5].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Риммер Э. П. Милютин и Мариинская водная система // Череповец: Краеведческий альманах / Мэрия г. Череповца, Череповец. музейное об-ние, Вологод. пед. ун-т; Гл. ред. М. А. Безнин. — Вологда: Русь, 1996. — 384 с. — (Старинные города Вологодской области).
- Риммер Э. П., Бородулин М. А. Дело и река: (Исследование жизни и деятельности И. А. Милютина) / Упр. по делам культуры мэрии г. Череповца, Череповец. гос. ун-т. — Череповец: ЧГУ, 1998. — 88 с.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Сайт дома-музея Ивана Андреевича Милютина || Главная . Дата обращения: 7 ноябрь 2020.
- ↑ Музей, который дом . Дата обращения: 7 ноябрь 2020.
- ↑ Музей Милютина | Туризм в Вологодской области . Дата обращения: 7 ноябрь 2020.
- ↑ ЧерМО | МУЗЕЙ «ДОМ И.А. МИЛЮТИНА» . Дата обращения: 7 ноябрь 2020.
- ↑ Музей «Дом И. А. Милютина» — Череповец, пл. Революции, д. 1. Подробная информация о музее: расписание, фото, адрес и т. д. на официальном сайте Культура.РФ . Дата обращения: 7 ноябрь 2020.