Иваньково[2][3][4] йәки Облуцкий[4] күле — Псков өлкәһе Дедовичский районы Пожеревицкий улусындағы күл. Судомский ҡалҡыулығында уроынлашҡан.

Иваньково күле
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Псков өлкәһе
Карта

Иваньково күленең майҙаны — 1,6 км² (164,5 гектар, 1 утрауы — 166,0 гектар). Максималь тәрәнлеге — 7,0 м, уртаса тәрәнлеге — 3,0 метр[4].

Иваньково күле буйында: Серьгово, Иваньково, Заозерье, Облучье ауылдары урынлашҡан.

Күл ағар һыулы. Иваньково күле Шелонь йылғаһының ҡушылдығы булған Уза йылғаһы бассейнына ҡарай.

Күлдәге балыҡ башлыса — ҡорбан балығы. Балыҡтарҙың күпләп осраған төрҙәре булып ҡорбан, суртан, алабуға, сабаҡ, уклей, ҡыҙыл ҡанат, густера, юст, табан балыҡ, ҡарабалыҡ, шамбы, щиповка тора, һирәкләп ҡыҫалалар осрай[4].

Иваньково күленең ярҙары һөҙәк, ҡайһы бер урындарҙа текә, ярҙарында болон, баҫыу һәм йәшелсә баҡсалары урынлашҡан. Күлдең уртаһында ләм, ләм ҡатыш ҡом, литоралендә — ҡом, таш, ләмле ҡом, ағас төпһәләре[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә