Зыбелин Семён Герасимович
Семён Герасимович Зыбелин (25 август [5 сентябрь] 1735 — 26 апрель [8 май] 1802, Мәскәү) — Рәсәй медигы, Мәскәү университетында медицина буйынса беренсе рус профессорҙарының береһе.
Зыбелин Семён Герасимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 25 август (5 сентябрь) 1735, 1735[1] или 5 сентябрь 1735[2] |
Вафат булған көнө | 26 апрель (8 май) 1802, 1802[1] или 8 май 1802[2] |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Ерләнгән урыны | Лазаревское кладбище[d] |
Бер туғандары | Антоний (Герасимов-Зыбелин)[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | табип, педиатр |
Эшмәкәрлек төрө | медицина |
Уҡыу йорто | Мәскәү император университеты[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәЗыбелин Семён Герасимович башланғыс белемде Славян-грек-латин академияһында ала. Мәскәү дәүләт университетына 1755 йылда асылған ваҡытында уҡ инә, философия, филология һәм юридик фәндәрҙе өйрәнә. Университетта уҡып, шул уҡ ваҡытта университет гимназияһында латин теленән уҡыта. Университетта профессор Поповскийҙа латин һәм рус теле буйынса, профессор Барсовта геометрия һәм арифметика буйынса, логика, философия һәм метафизика буйынса профессор Фромманда һәм тәбиғи, дөйөм халыҡ, рим хоҡуғы, дөйөм тарих буйынса профессор Дильтейҙа лекциялар тыңлай.
1758 йылда сит илгә медицинаны өйрәнеү өсөн ебәрелә. Башта Кёнигсбергта; 1763 йылдан Лейденда уҡый, унда 1764 йылда «De saponibus medicis nativis ex triplici regno naturae petitis» темаһына диссертация яҡлай һәм медицина докторы дәрәжәһен ала.
1765 йылда Рәсәйгә ҡайтыу менән Мәскәү университетының теоретик медицина кафедраһында экстраординар профессор вазифаһын ала. 1768 йылда ординар профессор вазифаһына тәғәйенләнә. Унда төрлө медицина предметтарынан лекциялар уҡый һәм иң яҡшы лектор булараҡ билдәле була. Уҡытыуҙы рус телендә алып барып, (ҡабул ителгән латин телендә түгел), Зыбелин табип фәне өсөн дөрөҫ һәм теүәл телде булдырыуға булышлыҡ итә. Ул лекцияларҙа тәжрибәләр күрһәтеүҙе индерә. 1771 йылда Мәскәүҙә чума эпидемияһы менән көрәш ойоштороусыларҙың береһе була. 1784 йылдың 21 мартында Рәсәй академияһы ағзаһы итеп һайлана.
15 йыл дауамында университет дауаханаһында түләүһеҙ табип булып тора; университетҡа үҙенең китапханаһын ҡалдырырға васыят итә, ул Физика-медицина йәмғиәтенә тапшырыла[3].
Ул ҡәбер ташында эпитафия соҡоп яҙылған:[4]
По сердцу и уму се истинный мудрец, |
Семег Зыбелиндың ҡустыһы Алексей Герасимович Зыбелин Ҡазан архиепискобы булған.
1954 йылда Мәскәүҙә уның һайланма әҫәрҙәре нәшер ителгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Zybelin, Semen Gerasimovič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 2,0 2,1 ЗЫБЕЛИН Семен Герасимович // Словарь русских писателей XVIII века. Выпуск 1: А—И (урыҫ) / под ред. А. М. Панченко — 1988. — С. 346—347. — ISBN 5-02-027972-2
- ↑ К сожалению, библиотека эта погибла в пожаре 1812 года.
- ↑ Коростелёв Н. Б. Эпитафии российским врачам // Московский журнал. — 2009. — № 9.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Волков В. А., Куликова М. В. Московские профессора XVIII – начала XX веков: Естественные и технические науки / Отв. ред. С. С. Илизаров; Институт истории естествознания и техники им. С. И. Вавилова РАН. — М.: Янус-К, АО «Московские учебники», 2003. — С. 98—99. — 296 с. — (Деятели науки и просвещения Москвы XVIII — XX вв. в портретах и характеристиках). — 2000 экз. — ISBN 5-8037-0164-5.
- Заблудовская Е. Д. С. Г. Зыбелин — один из первых педиатров России // Педиатрия. — 1951. — № 1. — С. 42–45.
- Зыбелин, Семен Герасимович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Зыбелин, Семен Герасимович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.—М., 1896—1918.
- Куприянов П. С. ЗЫБЕЛИН Семён Герасимович // Императорский Московский университет: 1755—1917: энциклопедический словарь / составители А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 260. — 894 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
- Лотова Е. И. Идеи профилактики в трудах С. Г. Зыбелина (1732—1802) // Советское здравоохранение. — 1952. — № 3. — С. 50-55.
- Мирский М. Самый первый из «природных россиян»: Минуло 275 лет как родился профессор С. Г. Зыбелин, ученый и практик // Медицинская газета. — 2010. — № 9. — С. 15.
- Ниловская С. Н. Первый русский профессор терапии С. Г. Зыбелин как фармаколог // Фармакология и токсикология. — 1955. — Т. 18. — № 5. — С. 61-63.
- Тромбах С. М. Первые русские ученые медики // Советская медицина. — 1945. — № 7-8.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Зыбелин Семён Герасимович . Дата обращения: 18 сентябрь 2017.