Зоннефельд монастыры


Зоннефельд монастыры (нем. Kloster Sonnefeld) — элекке ҡатын-ҡыҙ цистериан монастыры, Баварияның Зоннефельд (Үрге Франкония) общинаһы территорияһында урынлашҡан, Вюрцбург епархияһына ҡарай; уға 1260 йылда Генрих II фон Зоннеберг һәм уның ҡатыны Кунигунда Зоннеберг тарафынан нигеҙ һалына ; 1525 йылда таратыла. Бөгөн элекке монастырҙың сиркәү бинаһы урындағы инжил-лютеран мәхәлләһе тарафынан ҡулланыла.

Зоннефельд монастыры
Нигеҙләү датаһы 1260
Рәсем
Дәүләт Германия
Административ-территориаль берәмек Зоннефельд[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1525
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q1833413?
Мираҫ статусы Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d][1]
Адрес Klosterhof 2, Klosterhof 4
Карта
 Зоннефельд монастыры Викимилектә

Тасуирлау һәм тарихы

үҙгәртергә

Зоннефельд монастыры Дева Мария хөрмәтенә төҙөлгән, уға 1260 йылда Генрих II фон Зоннеберг һәм уның ҡатыны Кунигунда Зоннеберг нигеҙ һала. Башта монастырь Эберсдорфта булаһәм хәҙерге урынына 1287 йылғы янғындан һуң күсерелә. Нигеҙ һалыуҙа Бамберг епискобы Бертольд фон Лайнинген ҡатнаша. Тәүге монахтар бында Майдбронн монастырынан килә, улар килемде ике ауылдан — Эберсдорф һәм Фронлахтан алып килә. 1262 йылда Эбрах һәм Бильдхаузен руханиҙары яңы монахтар йәмғиәтенә килә, шулай итеп ул цистерциан ордены тарафынан таныла.

Зоннефельд монастырына нигеҙ һалыусы — Генрих II — 1279 йылда шулай уҡ Химмелькрон монастрына ла нигеҙ һала. Монастырь руханийы Анна фон Хеннеберг (үлгән 1363 йылда) ваҡытында монастырь беренсе үҫешен кисерә; XIV быуатта хәлһеҙләнә. Монастырҙа ҡатын-ҡыҙҙар һаны артыуы уның иҡтисади мөмкинлектәрен кәметә, уларҙың һаны илле менән сикләнелә. Яйлап никахта тормаған, тол ҡатын-ҡыҙ тураһында хәстәрлек монастырҙағы монах ҡатын-ҡыҙҙарының эшмәкәрлеге үҙәгендә була. Монастырь тормошонда шәхси милек күренеше ғәҙәтиғә әйләнә — был орден ҡағиҙәләре һәм устав буйынса тыйылаған була.

Маргаретта фон Бранденштайн рухани булып торған саҡта монастырь тағы ла үҙенең ҙур үҫешен кисерә: бер нисә төҙөлөш проекттары тормошҡа ашырыла, бурыс йөгө кәмей. 1504 йылда монахтар етәкселеккә ҡарата баш күтәрә: бының һөҙөмтәһендә бер нисә монахиня төрмәгә ябыла. Монастырь әүҙем сауҙа (тауарҙар алмаштыра) итә башлай.

Реформация осоронда, 1524 йылда — монастырҙың һуңғы руханийы Маргарета фон Зедвица ихтыярына ҡаршы — ҡатын-ҡыҙ монахтары араһында лютерандар дине тарала башлай. Ул вафат булыуға бер йыл үткәс, Саксония курфюрсты Иоганн Ҡаты донъяуи кешене монастырь милке менән идара итеүсе итеп тәғәйенләй. 14 ҡатын-ҡыҙ монахтарҙың бише монастырҙан ҡайтып китә; һуңғы монахиня 1572 йылда вафат була. Казимир Иоганндың ҡатыны — Анна Саксонская — элекке монастырҙа бер нисә йыл ғүмерен үткәрә һәм урындағы монастырь сиркәүендә ерләнә[2]. Бөгөн 1634 йылда янған элекке монастырь сиркәүе бинаһы 1856 йылда тергеҙелә, хәҙер унда общинаның инжил-лютеран мәхәлләһе урынлашҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://geodaten.bayern.de/denkmal_static_data/externe_denkmalliste/pdf/denkmalliste_merge_473166.pdf
  2. Eduard Vehse: Geschichte der Höfe des Hauses Sachsen, Hamburg 1854, S. 14.
  • Bosl, Karl (Hg.): Handbuch Deutschlands der Stätten Historischen, Bd. 7 (= Bayern), 1974 Stuttgart, 663f S..
  • Breuer, u Tilman. a. (Bearb.): Dehio. Handbuch Kunstdenkmäler der Deutschen. Bayern I (Franken), 1979 München, 781 S..
  • Hotz, Joachim : Oberfranken in Zisterzienserklöster, München/1982 Zürich (Kunstführer Große. Bd. 98), 64-70 S.
  • Lorenz, Walter: Solis Campus. Zisterzienserinnenabtei Geschichte Coburg und der Besitz Sonnefeld ehemaligen bei, 1955 Kallmünz.
  • Roser, Hans: Franken in Klöster. Europäischen einer Kulturlandschaft und Werke Gestalten. I Freiburg. Br. 1988, 224f S..
  • Schneider, Erich: Klöster Stifte Mainfranken in und, 1993 Würzburg, 242—244 S..

Һылтанмалар

үҙгәртергә