Зобот һыуһаҡлағысы
Зобот һыуһаҡлағысы (нем. Stausee Soboth, слов. Stausee Soboth) — Австрияла яһалма һыуһаҡлағыс. Коральпе гидроэлектростанцияһын һыу менән тәьмин итеү өсөн Файстриц йылған быуып 1990 йылда төҙөлгән плотина. Яһалма һыу ятҡылығы Коралпе тау сылбыранда Зобон коммуныһынан йыраҡ түгел, Лавамюнд һәм Грац юлдары ҡушылған урында Словакия-Австрия сигендә төҙөлгән. Яһылма һыу ятҡылығыны диңгеҙ кимәленән 2080 метр бейеклектә урынлашҡан. Тәбиғи һыу йыйыу бассейны 29,7 км². Һыуһаҡлағыстың оҙонлоғо 2 км, киңлеге 500 м, һыу өҫлөгө 0,8 км2 һәм тәрәнлеге 80 м. Тәбиғәтте һаҡлау законы талаптарына ярашлы 15 июндән 31 октябргә тиклем һыуһаҡлағыстың һыу кимәле 1 метр теүәлек менән тулы булырға тейеш һәм был талап һыуһаҡлағысты туризм өсөн файҙаланыу нигеҙ булып та тора. Һыуһаҡлағыстың һыуы таҙа булғанға йәй көнө популяр һыу инеү урынына әйләнә.[1][2] Эҫа ваҡытта юғарыла климаттың һалҡыныраҡ булыуы ла һәм шулай уҡ тирә яғында ҡарағыйҙар үҫкән тәбиғи тауҙар менән уратып алынған булыуы ла быға булышлыҡ итә.
Зобот һыуһаҡлағысы | |
Нигеҙләү датаһы | 1990 |
---|---|
Бассейн майҙаны | 297 км² |
Дәүләт | Австрия |
Административ-территориаль берәмек | Штирия[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1076 метр |
Оҙонлоҡ | 26 km |
Зобот һыуһаҡлағысы Викимилектә |
Коральп электрстанцияһы
үҙгәртергәКоральп электрстанцияһы 1987-1991 йылдарҙа пассив тупланма электр энергияһын етештереүсе станция итеп төҙөлә башлай. 2009 йылдан 2011 йылға тиклем гидро-аккумулирлаусы электростанция итеп киңәйтелә.[3][4] 50 МВт ҡеүәтле станция Драва йылғаһында Лавамюнданан йыраҡ түгел диңгеҙ кимәленәән 339 м бейеклектә урынлашҡан. Һыу һыуһаҡлағыстан электрстанцияға биш км оҙонлоҡтағы юғары баҫымлы туннель аша һәм өс километрлыҡ ҡыуыу линияһы аша бирелә. Торба үткәргестәрҙең максималь бейеклек айырмаһы 735,5 м.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ StauseeSoboth . Holidays in Styria. Tourism portal of Styria. Дата обращения: 5 август 2017. Архивировано 5 август 2017 года.
- ↑ StauseeSoboth . Marktgemeind Eibswald. Municipality of Eibswald. Дата обращения: 5 август 2017. Архивировано 5 август 2017 года. 2017 йыл 5 август архивланған.
- ↑ KW Koralpe: Upgrading zum Pumpspeicherkraftwerk . Kelag (июль 2015). Дата обращения: 5 август 2017. Архивировано 5 август 2017 года.
- ↑ Pumpspeicherkraftwerk Feldsee & Pumpspeicherkraftwerk Koralpe . Kelag. Дата обращения: 5 август 2017. Архивировано 5 август 2017 года. 2017 йыл 5 август архивланған.