Змиёвская балкаһында халыҡты күпләп язалау

Змиёвская балкаһында халыҡты күпләп язалау — Бөйөк Ватан һуғышы дәүерендә Дондағы Ростов халҡын күпләп язалау. 1942 йылдың авгусында герман оккупанттары тарафынан 27 меңгә яҡын кеше, башлыса, йәһүдтәр атылған йәиһә башҡа ысул менән юҡ ителгән. Был Холокост периодында (шулай уҡ Бабий Ярҙы ҡара) Рәсәй территорияһында йәһүд халҡын күпләп язалаған иң ҙур урын[1]. Хәҙерге ваҡытта Змиёвская балкаһында мемориаль комплекс урынлашҡан.

Вәхшилектең тарих башы

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы барышында герман ғәскәрҙәре Дондағы Ростовты ике тапҡыр баҫып алғандар. Тәүге оккупация ҡыҫҡа ваҡытлы булған (1941 йылдың 17-28 ноябре) һәм немец нацистары йәһүдтәрҙе күпләп ҡырырға өлгөрмәгән (ул саҡта ла халыҡты ҡырыу барышында 1000-гә яҡын йәһүд үлтерелгән булған)[2]. Ростов 1942 йылдың 24 июлендә икенсе тапҡыр баҫып алынған. Күп тә үтмәй 14 йәштән алып һәр йәһүдте теркәү һәм улар махсус таныу билдәләре тағып йөрөргә тейеш тигән бойороҡ таратылған.

Халыҡты күпләп язалау

үҙгәртергә

Был регионда йәһүдтәрҙе, хәрби әсирҙәрҙе һ.б. юҡ итеү эшен айнзатцгруппа «D» етәкселеге, уның командующийы — Вальтер Биркамп башҡарған. Зондеркоманда СС 10-a начальнигы оберштурмбанфюрер Курт Кристман халыҡты күпләп атыуҙарҙы туранан-тура ойоштороусы булған.

1942 йылдың 5 — 6 авгусында совет хәрби әсирҙәренән Змиёвская балкаһында ҙур соҡорҙар һәм урҙар ҡаҙҙырғандар, һуңынан үҙҙәрен атып үлтергәндәр.

9 августа зондер-команда СС-10-а шефы доктор Г. Герцтың Ростов йәһүдтәренә, алдағы көндә күҙәтелгән йәһүд булмаған башҡа халыҡ йәберләүенән һаҡлау маҡсатында, айырым районға «күсереләсәкһегеҙ», тип аңлатып, 11 август көндө сәғәт иртәнге 8-гә йыйылыу урындарына килергә кәрәклеге тураһындағы бойороғо баҫылып сыҡҡан.

Йыйылыу пункттарына килгәндәрҙе 2-се Змиёвкаға, халҡын алдан өйҙәрен бушатырға ҡушып, машиналарға тейәп сығарғандар; 200—300 кешенән торған төркөмдәрҙе язалау урынына ҡыуып килтергәндәр. Бында өлкәндәрҙе атҡандар (күп өлөшө душегубкаларҙа — газваген — һәләк ителгән), балаларҙы, ирендәренә көслө ағыу һылап, үлтергәндәр.

Был көндө ҡом-таш карьерында һәм күрше сауҡалыҡта 15 мегә яҡын йәһүд үлтерелгән. Халыҡты хатта төндә лә атҡандар, һәм был вәхшәт бер нисә көн рәттән туҡтамаған[3].

Змиёвкала йәһүдтәр менән бергә күпмелер һанда йәһүд булмағандар ҙа — уларҙың ғаилә ағзалары ла — һәләк булған. Аҙаҡҡа табан шул урында подпольщиктарҙы, йән сирлеләрҙе, хәрби әсирҙәрҙе һ.б. совет граждандарын атҡандар.

Змиёвская балкаһы районында халыҡты күпләп атыу материалдары, 1943 йылдың ноябрендә төҙөлгән материалдар"Оккупанттар килтергән зыянды иҫәпкә алыу буйынса Ғәҙәттән тыш комиссиия материалдары" эсенә ингән. Унда шулай уҡ туғандаш ҡәберлектәр урыны ла теркәлгән. Хәҙерге заман тикшеренеүҙәре ҡорбандарҙың дөйөм һаны 27 меңдән артыҡ кеше тәшкил иткәнлеген; шуларҙың күпселеге йәһүд булғанлығын иҫәпләп сығарҙы.

Змиёвская балкаһында һәләк булғандар араһында билдәле психоаналитик Сабина Шпильрейн һәм уның ике ҡыҙы ла булған.

Мемориал

үҙгәртергә

1950-се йылдар башында Змиёвская балка тамағында, юл буйында, ике ваҡытлыса һәйкәл урылаштырылған: обелиск һәм «Иптәштәр анты» тираж скульптураһы.

1970-се йылдар башында ҡала үҫешенең генераль планына ярашлы, ҡала әһәмиәтендәге магистраль ярҙамында Мечников урамын Көнбайыш сәнәғәт зонаһы менән тоташтырыу планлаштырылған. Яңы юл 1942 йылда халыҡты күпләп язалаған һәм ҡәберлек урындарынан үтергә тейеш булған.

1973 йылға Доватор урамына сығыусы тимер юл аша үтә торған яңы юл эшләү маҡсатында ғына трассаның бер өлөшө һалынған. Автострада һәм тимер юл араһындағы участка биләмәһенә фашизм ҡорбандарына хәтер мемориалы ҡуйыу тәҡдиме булғанлыҡтан, уны эшләү процесында тиражлы скульптура һәйкәлен һәм обелискыны ҡутарып алғандар.

Мемориал комплексын һалыуҙы скульптор Николай Аведиков башлап ебәргән. Баш ҡала архитекторы Норад Нерсесьянцҡа ижади коллективты етәкләү эше тапшырыла. Мемориалды ижад итеүҙә шулай уҡ архитектор Рубен Мурадян, скульпторҙар Николай Аведиков, Борис һәм Евгения Лапко әүҙем ҡатнашты[4].

Мемориалды төҙөү өсөн аҡса һәм төҙөлөш материалдарын ростов предприятиелары бүлгән.

Мемориаль парк төрлө үлән һәм тәпәшәк лох серебристый ағастары менән ҡапланған текә һәм һөҙәк битләүҙәрҙе үҙ эсенә ала. Төньяҡ битләүҙә трасса эргәһендә Траур залы тип билдәләнгән парад инеү урыны асылған. Ул рельеф битләүенә кереп торған ҡыйыҡ япма өҫтөндә урынлашҡан күҙәтеү майҙаны булған бетон күләм һымаҡ эшләнгән.

Залдан битләү буйлап түбәнгә табан Ҡайғы Аллеяһы һуҙыла, унда Мәңгелек ут туҫтағы ҡуйылған. Түбәнгә эйелгән байраҡтарҙы хәтерләткән пилондар рәте символик ҡәбер япмалары менән өҙөлә.

Мемориалдың түбәнге ярусы балка төбөнән ― унар меңләгән ҡорбандарҙың ҡәберлегенән ― өҫкә ҡалҡып торған Хәтер майҙаны итеп төҙөлгән. Бында «Язалау ҡорбандары» скульптур төркөмө урынлашҡан. Унан битләү буйлап юғарыға Хәтер Аллеяһы күтәрелә.

1975 йылдың 9 майында Змиёвская балкала нацизм ҡорбандарына мемориал асылған. 1990-сы һәм 2000-се йылдарҙа мемориал мөшкөл булып күренгән — музей эшләмәгән, юлдарҙың асфальт ҡатламы емерелгән, Мәңгелек ут горелкаһына газ бирелмәгән.

2009 йылда йүнәтеү-тергеҙеү эштәре башланған һәм мемориал 2009 йылдың ноябрь һуңына тергеҙелгән[5].

Файл:Памятник в Змиевской балке, Ростов-на-Дону, Пономарева.JPG
«Фашизм ҡорбандарына» мемориалы.

2011 йылда мемориал комплексында иҫтәлекле таҡтаны алмаштырҙылар. Элеккеһендә, 2004 йылда ҡуйылғанында, түбәндәге яҙыу булған: «Бында 1942 йылдың 11-12 авгусында нацистар тарафынан 27 мең йәһүд юҡ ителгән. Был Рәсәйҙәге иң ҙур Холокост мемориалы». Яңы табличкала «йәһүд» һүҙе «Дондағы Ростовтың 27 мең тыныслыҡ гражданын һәм совет хәрби әсирен»[6] тигән һүҙҙәр менән алмаштырылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Дондағы Ростов тарихы

Һылтанмалар

үҙгәртергә