Златоуст янындағы алыш (1708)

Златоуст янындағы алыш – башҡорт һәм татар баш күтәреүселәре Һәм Рус батшалығының хөкүмәт ғәскәрҙәре араһындағы алыш. Был 1704-1711 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалы ваҡиғаларының береһе.

Златоуст янындағы алыш
Төп конфликт: Башҡорт ихтилалы (1704—1711)
Дата

7 январь, 1708 йыл

Урыны

Златоуст

Нәтижә

Башҡорт еңеше

Ҡаршы тороусылар

Башҡорт баш күтәреүселәре
Татар баш күтәреүселәр

Рус батшалығы

Тарих башы

үҙгәртергә

1708 йылдың 26 декабрендә башҡорт баш күтәреүселәре Сарапул өйәҙенә бәреп инә һәм Березовка, Буй, Тарасов, Таскинов, Касев, Китаев, Глухов, Шадрин, Отросов, Мостовая ауылдарын ҡамай. Был ваҡиғалар ваҡытында бер нисә ауыл яндырыла һәм күп кенә крәҫтиәндәр әсирлеккә алына.Баш күтәреүселәр ғәскәрҙәре Уҫы юлына янаған.[1]

Ваҡиғалар барышы

үҙгәртергә

7 ғинуарҙа баш күтәреүселәр Көңгөр өйәҙенә бәреп инә һәм татар баш күтәреүселәре ярҙамында Златоуст, Преображенское, Введенское, Никольское, Медянское, покровское ауылдарын һәм өйәҙҙең көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан башҡа пункттарҙы баҫып ала.[1][2][3]

Эҙемтәләре

үҙгәртергә

Көңгөрҙә ҡамауға ашығыс әҙерләнә башлайҙар.[4] Урыҫтар Көңгөр диуарҙарын нығытырға теләй. Һалдаттарға ҡорал бирә башлайҙар, пистолеттар ҡуялар, һаҡсылар бүлеп бирәләр.Баш күтәреүселәр үҙҙәренең көсө массаларға ярҙам итеүҙә икәнен яҡшы аңлай. Ғәҙәттә, уларға тиклем кешеләрҙе сафҡа инергә саҡырыусы йүгереүселәр булған. Был бигерәк тә ихтилал көсәйгәндә сағыла.[5]

Шулай уҡ ҡарарға

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә