Зиннурова ( Вәлиәхмәтова) Сания Вәлиәхмәт ҡыҙы

Зиннурова ( Вәлиәхмәтова) Сания Вәлиәхмәт ҡыҙы (20 июль 1932 йыл –30 май 2018 йыл) -ветеран-уҡытыусы, хеҙмәт ветераны.

Сания  Вәлиәхмәт ҡыҙы

Биографияһы үҙгәртергә

1932 йылдың 20 июлендә Мәсетле районы Әбдрәхим ауылында тыуған. 1941 йылда Әбдрәхим ете йыллыҡ мәктәбенә уҡырға бара. 1948 йылда Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенең 8 – се класында уҡыуын дауам итә. 1951 йылда аттестат ала. 1952 йылда Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эш башлай. 1970 йылда Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлай. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы, тәрбиәсе булып эшләй.  Төрлө йылдарҙа актив агитатор, ҡатын – ҡыҙҙар советы ағзаһы була. Юғары ( Верховный) советҡа заседатель итеп һайлана. “Мәсетле тормошо” район гәзитендә штаттан тыш хәбәрсе була. Намыҫлы хеҙмәте өсөн район мәғариф бүлегенең  Маҡтау ҡағыҙҙарына, «Хеҙмәт  ветераны» миҙалына  лайыҡ була. 1987 йылда хаҡлы ялға сыға. Эш стажы – 35 йыл.

Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Мәсетле районы мәғариф бүлегенең  күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары
  • «Хеҙмәт  ветераны» миҙалы

Уҡытыусылар династияһы үҙгәртергә

Үҙе (шәхес)-  Зиннурова ( Вәлиәхмәтова)   Сания  Вәлиәхмәт ҡыҙы

Ҡыҙы- Йәндүрина (Зиннурова) Гөлназ Радик ҡыҙы

Ейәнсәре- Ғатауллина (Йәндүрина) Лариса Фәнил ҡыҙы

Сания Вәлиәхмәт ҡыҙының  төрлө йылдарҙа уҡытҡан уҡыусылары үҙгәртергә

  • Хәйбуллина Гөлшат Ризван ҡыҙы – башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Каева Юлиә Данис ҡыҙы – рус теле уҡытыусыһы
  • Лоҡманова Ильгизә – китапханасы
  • Диникаев Ирек Усман улы – табип
  • Зарипов Айрат Янсур улы – философия фәндәре докторы
  • Ҡолмөхәмәтов Фәрит Фазыльян улы –уҡытыусы
  • Ғәлимов Азамат Әнүәр улы – тарих уҡытыусыһы
  • Абдрахманов Илдар  - инженер
  • Ғималов Наил Юрис улы - уҡытыусы
  • Камалова Резеда Нәғим ҡыҙы – уҡытыусы
  • Мөхәмәтова Мәрйәм  Рәхимьйән ҡыҙы  - уҡытыусы
  • Низамов Рифат  - табип, Башҡорт Дәүләт медицина университетын тамамлаған
  • Зиннурова Кимая Радик ҡыҙы-  Златоуст индустриальный техникум
  • Хафизова Мөршиҙә Рим ҡыҙы- Шәфҡәт туташы, Стерлетамаҡ мед. училищеһы