Зингер магазины бинаһыВологда өлкәһенең Тотьма ҡалаһында Белоусовская урамындағы XIX быуат аҙағының бер ҡатлы таш йорто. Төбәк әһәмиәтендәге тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡы. Әлеге ваҡытта ҡоролма ремонтланған һәм ваҡлап һатыу предприятиеһы сифатында ҡулланыла.

Зингер магазины
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тотьма
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Вологодская область/Тотьма[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться Белоусовская улица, 28
Карта
 Зингер магазины Викимилектә

Бер ҡатлы таш «Зингерҙың элекке магазин бинаһы» ҡоролмаһы XIX һәм XX быуаттар сигендә төҙөлә. 1979 йылдан төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора[2].

XX быуат башында ҡоролма Аграфена Кузнецованың псевдоготик таш кибете була, унда «Зингер» компанияһының теген машиналарын һатыу ойошторола[3].

 
Майҙандан күренеше
 
Фасад күренеше

Архитектураһы

үҙгәртергә

Бер ҡатлы бина көнсығыштан көнбайышҡа табан һуҙылған бинанан ғибәрәт, ул төп фасады менән элекке ҡала сауҙа майҙанына ҡарай[4]

Эске бүлкәһе йортто икегә бүлә: урам һәм ихатаға, улар бер-береһе менән ишек уйымы аша тоташҡан. Ҡоролмаға төп инеү урыны сауҙа майҙаны яғында урынлашҡан. Ихата яғына төньяҡ стеналағы ҡапҡа аша инергә мөмкин.

Бинаның балкалы таяуҙары бар. Урам яғында иҙәндәр балкалар һәм өрлөктәр буйлап таҡтанан, ихата яҡында цементтан эшләнгән. Һөҙәк ҡыйыҡ ағас асамайҙар һәм аҫтаҡталар буйлап ҡоролған.

Магазин фасадтары романтик стилдә эшләнгән. Төп фасадты киртләсле фронтон биҙәй. Ике ҡатлы архивольт менән тәҙрә фронтон тимпанында урынлашҡан, ул сарҙаҡты яҡтырта. Бер кирбесле фриза фронтонды стенанан айыра. Төп фасадтың тәҙрәләре һәм ишеге ҡапҡастар менән уратып алынған, киртләс фронтондар менән тамамланған. Ҡабырға фасадтың нишалары шулай уҡ ҡыҫан ҡапҡастары менән йыһазландырылған. Тура мөйөшлө филенкалар менән киң көрәксәләр фасад мөйөшөн биҙәй, улар майҙан яғына сығып, талғын ғына киртләсле декоратив башняларға әүерелә. Ҡабырға фасадтары тимпанында тура мөйөшлө тәҙрәләр менән өс мөйөшлө фронтондарға эйә. Кирбес кәрниздәр ҡабырға фасадтарының стеналарын ослай. Был стеналарҙың һуңғы бөгөлдәре таҡтанан эшләнгән[5].

Интерьерындағы тәүге декор беҙҙең көндәргәсә һаҡланмаған. Бина фундаменты бут ташынан төҙөлгән. Ҡоролма үлсәме 8 метр киңлеккә һәм ҡабырға фасады буйынса 19,5 м оҙонлоҡҡа һуҙылып киткән.

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытта был йорт ваҡлап һатыу предприятиелары өсөн ҡулланыла, унда бер-береһен алмаштыры, Тотьманың төрлө эшҡыуарҙары бинаны ҡуртымға алыуҙы һәм эшләүҙәрен дауам итә.

Документтары

үҙгәртергә

Решение от 16.03.1979 г. № 180 г. Вологда. «О мерах по улучшению охраны и использования памятников истории и культуры г. Тотьмы». 2020 йыл 5 август архивланған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Решение исполнительного комитета Вологодского областного совета народных депутатов № 180 от 16.03.1979
  2. Здание бывшего магазина Зингера, Вологодская область, Тотемский район, г. Тотьма, ул. Белоусовская, 28kartarf.ru.Дата обращения: 17 ноября 2020.
  3. Магазин "Зингер" - Тотьма | административно-офисное здание, магазин канцелярских товаров, достопримечательность, памятник архитектуры (истории), объект культурного наследия регионального значения. Дата обращения: 17 ноябрь 2020.
  4. АУК ВО «Вологдареставрация» – Магазин (памятник истории и культуры Здание бывшего магазина Зингера), г. Тотьма, ул. Белоусовская, 28. vologdarestoration.ru. Дата обращения: 17 ноября 2020.
  5. Ведомственная информация. Дата обращения: 17 ноябрь 2020.

Һылтанмалар

үҙгәртергә