Зимин Юрий Степанович
Зимин Юрий Степанович (1 июль 1958 йыл) — химик. Химия фәндәре докторы (2006)[1]; профессор (2011); Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре[2].
Зимин Юрий Степанович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 июль 1958 (66 йәш) |
Тыуған урыны | Яңы Троевка, Мораҡ ауыл советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | химик |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәЮрий Степанович Зимин 1958 йылдың 1 июлендә БАССР-ҙың Ғафури районы Яңы Троевка ауылында тыуған[1]. 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетын. уңышлы тамамлай. 1984 йылдан алып бер урында, әлеге университетта, эшләй.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЮ. С. Зиминдың фәнни хеҙмәттәре окисланыу процестары (шул иҫәптән Озон тәьҫирендәге) химияһын һәм химик кинетикаһын өйрәнеүгә, шулай уҡ химик экология мәсьәләләрен хәл итеүгә арналған[1].
Рецензиялау журналдарында 82 мәҡәлә, сит ил монографияларында 10 глава авторы. 3 патент, 1 монография, 9 уҡыу әсбаптары һәм 24 уҡытыу-методик ҡулланмаларын әҙерләгән. 4 кандидатлыҡ диссертацияһына етәкслек иткән. Барыһы 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Төп хеҙмәте:
Пектиновые полисахариды: окислительные превращения и комплексообразование с лекарственными веществами. Саарбрюккен, 2011 (авторҙаш)[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәРәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының почет грамотаһы;
«Башҡортостан республикаһының мәғариф алдынғыһы»;
«Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре исеме.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 ЗИМИН Юрий Степанович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ БашГУ 2020 йыл 21 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергәЗИМИН Юрий Степанович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.