Зимина Нина Николаевна

уҡытыусы, шағир, яҙыусы, тәржемәсе һәм йәмәғәтсе

Зимина Нина Николаевна (11 октябрь 1942 йыл24 июнь 2014 йыл) — уҡытыусы, шағир, яҙыусы, тәржемәсе һәм йәмәғәтсе. 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы. Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2011). «Радуга над Агиделью» әҙәби премияһы лауреаты, «Лучшая башкирская книга 2007 года» республика конкурсы еңеүсеһе.

Зимина Нина Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 октябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 24 июнь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Белорет, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы, шағир, тәржемәсе, яҙыусы
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт университеты
Ойошма ағзаһы Рәсәй яҙыусылар союзы[d] һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы

Биографияһы

үҙгәртергә

Нина Николаевна Зимина-Худовекова 1942 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған[2].

Урындағы 15-се урта мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлағас, бер йыл лаборант булып эшләп ала һәм 1961 йылда Магнитогорск дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә[3].

Юғары һөнәри белем алғас, 1966—1976 йылдарҙа Белореттағы эшсе йәштәрҙең киске мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Артабанғы йылдарҙа тыуған ҡалаһында йәшәй һәм, бала саҡтан уҡ ауыр сиргә дусар булыуына ҡарамаҫтан, әҙәби ижад менән шөғөлләнә, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, «Плавка» әҙәби берекмәһенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була, «Четверг» ижад берекмәһенә етәкселек итә.

1996 йылда Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздарына ҡабул ителә. Ижади берекмәләр ағзалығына рекомендацияны уға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим бирә.

«Радуга над Агиделью» әҙәби премияһы лауреаты, «Лучшая башкирская книга 2007 года» конкурсы еңеүсеһе була[3].

2011 йылдың көҙөндә Нина Зиминаға «Белорет ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[4][5]

2017 йылда уның тураһында «Солнечный лучик в груди» тигән ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөлә.[6]

Әҙип 2014 йылдың 24 июнендә Белорет ҡалаһында вафат була[7]. Уның иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында 2020 йылдың 26 ноябрендә «Белорет районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы» муниципаль бюджет учреждениеһына Нина Николаевна Зимина исеме бирелде[8].

Әҙәби эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Нина Зимина 7-се синыфта уҡ шиғырҙар яҙа башлай, 9-сы класта уҡығанда ҡала гәзитендә тәүге шиғыры баҫылып сыға.

Ғүмеренең ахырына тиклем ижад итә, ҡаланың әҙәбиәтселәре түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша. «Белорецкий рабочий» гәзите редакцияһында ойошторолған «Плавка» әҙәби берекмәһенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Әҫәрҙәре Белорет ҡалаһының «Белорецкий рабочий» һәм райондың «Урал» гәзитендә йыш ҡына баҫылып тора, шиғри йыйынтыҡтары донъя күрә. Шиғырҙары шулай уҡ республика гәзит-журналдарында даими урын ала.

Әҙип байтаҡ башҡорт шағирҙәренең әҫәрҙәрен урыҫсаға тәржемә итә.

Йыйынтыҡтары

үҙгәртергә
  • Радуга (1984),
  • Незавершенный круг (1990),
  • Живу с любовью (1991),
  • Последний листок на тоненькой ветке (1993),
  • Стихи в подарок любимому (1993),
  • Солнышко под вечер (2000),
  • Белая птица счастья (2006)
  • Рассказы о любви,
  • На семи ветрах,
  • Этюд в бирюзовом свете,
  • К горнему свету,
  • На берегу Белой,
  • От любви до разлуки,
  • Белорецкое лето,
  • Серебряная свирель,
  • Под небом Белоречья,
  • Зайчик солнечный на ладони,
  • Бег за солнцем,
  • Тихий вечер.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2011)
  • «Лучшая башкирская книга 2007 года» республика конкурсы еңеүсеһе (2007)
  • «Радуга над Агиделью» әҙәби премияһы лауреаты.
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 26 ноябрендәге Ҡарарына яршлы «Белорет районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы» муниципаль бюджет учреждениеһы Нина Николаевна Зимина исемен йөрөтә[9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Зимина Нина Николаевна(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2020)
  3. 3,0 3,1 Циклопедия: Нина Николаевна Зимина
  4. Почетные граждане. Зимина Нина Николаевна. Муниципальный район Белорецкий район Республики Башкортостан. Официальный сайт администрации(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2020)
  5. Видеосюжет о НИНЕ ЗИМИНОЙ - награждение званием Почетный гражданин, осень, 2011 год
  6. «Солнечный лучик в груди…» (2017 год). Фильм о Нине Зиминой.
  7. Ушла из жизни поэтесса Нина Зимина. ИА «Башинформ», 26 июня 2014 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2020)
  8. Центральной библиотеке Белорецкого района присвоили имя поэтессы Нины Зиминой. ИА «Башинформ», 27 ноября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2020)
  9. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 26 ноября 2020 года №718 «О присвоении имени Нины Николаевны Зиминой муниципальному бюджетному учреждению «Централизованная библиотечная система» муниципального района Белорецкий район Республики Башкортостан». Официальный интернет-портал правовой информации Республики Башкортостан. 27 ноября 2020 года 2021 йыл 22 ғинуар архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2020)

Һылтанмалар

үҙгәртергә