Зефиров Василий С. — рус яҙыусыһы.

Зефиров Василий
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

билдәһеҙ

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Василий Зефировтың тормошо һәм эшмәкәрлеге буйынса мәғлүмәт һаҡланмаған тиерлек. XIX быуат быуатта йәшәгән. Дини семинарияла уҡыған.

Башҡорттарға һәм тарихи Башҡортостанға арналған әҙәби‑этнографик очерктар һәм хикәйәләр яҙа, уларҙа төбәк тәбиғәтен һүрәтләй, башҡорттарҙың холҡо, көнкүреше һәм йолалары тураһында мәғлүмәт бирә. Өфөлә нәшер ителгән «Оренбургские губернские ведомости» гәзитендә артабанғы мәҡәләләр баҫтырып сығара:

  • «Башҡортостанға ҡымыҙға барыу» («Поездка в Башкирию на кумыс»; 1847),
  • «Башҡорт Йәнтүрә хикәйәләре. Француз яуы тураһында хәтирәләр» («Рассказы башкирца Джантюри. Из воспоминаний о войне с французами»; 1847),
  • «Табынға сәфәр» («Поездка в Табынск»; 1850),
  • «Башҡорттоң ғаилә тормошона ҡараш» («Взгляд на семейный быт башкирца»; 1851),
  • «Шихан. Провинциаль турист хәтирәләренән» («Шихан. Из воспоминаний провинциального туриста»; 1851) һәм башҡалар.

1847 йылда баҫылып сыҡҡан «Башҡорт Йәнтүрә хикәйәләре. Француз яуы тураһында хәтирәләр» тигән әҫәре башҡорт риүәйәте буйынса яҙылған, бында 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашҡан башҡорт яугиры Йәнтүрә һәм уның ҡатынының батырлығы тураһында бәйән ителә.

  • Башкирия в русской литературе. Т. 1. — Уфа, 1989.

Һылтанмалар

үҙгәртергә