Звечан (сер. Звечанин) — урта быуаттағы серб ҡәлғәһе шул уҡ исемле биләмәлә, Косово Митровицаһының төньяғында тора.

Звечан
Рәсем
Дәүләт  Сербия
Административ-территориаль берәмек Звечан[d]
Әҫәр заказсыһы Вукан[d]
Мираҫ статусы памятник культуры исключительной важности[d], охраняемый памятник культуры в Сербии[d] һәм памятник культурного наследия Сербии[d]
Карта
 Звечан Викимилектә

Звечан Ибар йылғаһы янында, һүнгән вулкан түбәһендә диңгеҙ кимәленән 800 м бейеклектә урынлашҡан.

Звечан ҡәлғәһен төҙөү ваҡыты аныҡ билдәле түгел, әммә нығытма урындары боронғо антик дәүерендә, хатта боронғо тәүтормош ваҡытында булыуы ла ихтимал. Звечан үҙ контролендә Балкандағы Косовонан һәм Метохияға тиклем, Морава йылғаһы үҙәнендәге һәм көнбайышҡа табан Боснияға булған юлды үҙ ҡулы аҫтында тотҡан. Артабан Звечан үҙе янындағы Трепча руднигын ҡаплап торған.

Тәүге тапҡыр Звечан болғар батшаһы Симеон (IX быуат аҙағы — Х быуат башында) исеме менән бәйле телгә алына. Был батша Византияға ҡаршы күп һанлы уңышлы һуғыштар алып бара һәм Балкан ярымутрауында бик күп ҡалалар һәм ҡәлғәләр төҙөй — «вплоть до Звечана у слияния Ибра и Ситницы».

Шул уҡ ваҡытта, Звечан серб-византия ҡалаһы булған мәғлүмәт Византия батшабикәһе Анна Комнинға барып етә. Ул, 1091—1093 йцылдарҙа Византия батшаһы Алексей I Комнин византийлыларҙы Звечан янында тар-мар иткән һәм ҡәлғәлә йәшеренгән раш жупаны Вуканды (XI быуат аҙағында- йәки 1115—1112 йылдарҙа) еңеү өсөн өс тапҡыр серб-византия сиктәренә барып еткән.

1171 йылда Звечан янындағы Пантин ауылы янында, Стефан Неманя византия ғәскәрен һәм үҙенең ағалары яҡлы сит ил ялланыусыларын ҡыйрата. Шул һуғышта Стефан Неманяның ағаһы, элекке бөйөк раш жупаны Тихомир,Ситница йылғаһына батып һәләк була, ә ағалары тарафынан бөйөк жупан итеп танылған Неманя Звечандағы Изге Георгий сиркәүендә рәхмәт молебенын үткәргән.

Урта быуаттағы көньяҡҡа табан ситтәре киңәйгән Серб дәүләте Звечан ил сигендәге ҡәлғә булыуҙан туҡтай һәм королдең Неманя династияһының резиденцияһына әйләнә.

1321 йылда, король Милутин үлгәндән һуң, уның өлкән улы Константин тәхеткә дәғүә итеүселәр һәм Стефан Дечанскийҙың ике туған ағаһы тарафынан үлтерелгән һәм Изге Георгий сиркәүендә ерләнә.

Ун йыл үткәндән һуң (г. 1331) Звечанда Стефан Дечанский үҙе һәләк була. Уның улы, король Стефандың Душан, атаһын тәхеттән ҡолата һәм уны Неродимль өҫтөндәге Петриче ҡалаһында әсирлектә тота, ә һуңынан Звечан ҡәлғәһенә бикләй, унда элекке король үлтерелә.

1360 йылда Звечан кенәз Лазарҙең кейәүе Муса ҡулында була, ә аҙаҡтан кенәз Воислав Воинович һәм жупан Никола Альтоманович ҡулына күсә, артабан Вука Бранкович Звечандың хужаһы була, ул 1396 йылда ҡаланы төрөктәр баҫып алғансы ҡала менән етәкселек итә.

Звечан йыш ҡына серб халыҡ эпик йырҙарында телгә алына һәм, риүәйәт буйынса, эпик герой Марко Королевич Звечанға йыш килә, шуға ла урта быуат ҡалаһы Звечанды хәҙерге көнгә тиклем Косово һәм Метохия сербтары Король улы Марко ҡалаһы (йәки башняһы) тип йөрөтә[1].

Төрөктәр, Звечанды баҫып алғандан һуң, унда үҙҙәренең гарнизонын урынлаштыра һәм гарнизон XVII быуатҡа тиклем бында тора. 1689 йылда Бөйөк төрөк һуғышы барышында австрия ғәскәрҙәре Косовоға килеп етә, ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына Звечанға төрөк гарнизоны кире ҡайта. гарнизон төрөк Звечанин. XVIII быуатта Звечандың ташландыҡ нығытмалары тарҡала һәм ваҡыт үткәнлектән емерелә башлай.

Звечан ҡәлғәһе күренеше

Ҡәлғә өс өлөштән тора. Тау түбәһендә биш манаралы Үрге ҡала урынлашҡан, унда Изге Георгий сиркәүе һәи ике һый йыйыусы резервуар тора. Изге Георгий сиркәүе янында Стефан Неманя Стефан XII быуат аҙағынд Изге Стефан сиркәүен төҙөгән.

Үрге ҡаланан тбәндәрәк диуарҙар менән нығытылған, торлаҡтары булған Түбәнге ҡала тора. «Биҫтә» тау итәгендә урынлашҡан, бында баҙар майҙаны, ҡоҙоҡтар һәм Ибар йылғаһына ер аҫты юлдары яһалған, ҡамауҙа ҡалған осраҡта был юл аша ҡаланан сығып китергә мөмкин булған. Был «биҫтәлә» Изге Димитрий сиркәүе урынлашҡан, һуңыраҡ был тау итәгендәге бөтә ауыл «Митровица» тип атала.


Әлеге ваҡытта замок харабаларҙан, диуар ҡалдыҡтарынан тора, замоктан бары тик өс манара һәм диуар емереклектәре генә һаҡланып ҡалған.

  • Дероко А. Средњевековни градови у Србији, Црној Гори и Македонији. Београд, 1950.
  1. Десять веков городу Королевича Марка