Заятүләк (йыр)
Заятүләк —— башҡорт халыҡ йыры.
Тарихы
үҙгәртергә- «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосын халыҡ сәсмә һәм шиғри юлдарҙы аралаштырып ижад иткән.Ғалимдар бындай эпостарҙы иртәктәр,тип тә атай.Эпостың шиғыр юлдарын көйләп һөйләгәндәр.1909 йылда М. Ғафури Асылыкүл буйында йәшәгән башҡорттар янына килгән,бер нисә көн йәшәп,ҡунаҡ булып киткән.Ул «Заятүләк менән Һыуһылыу»ға яҙған инеш һүҙендә Асылыкүл башҡорттарынан «Заятүләк»көйөн ишетеүе тураһында теркәгән[1].Шағир «Заятүләк» көйөнөң матур,моңло, бик иҫке булыуын,ваҡиғаһы хыялый булһа ла,башҡорттарҙың күңеленә ысын төҫлө булып урынлашыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алған.«Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосының 17 варианты бар,шиғри юлдары төрлөсә йәки бик аҙ айырма менән бирелә.
- 1894 йылда тәүбашлап «Заятүләк» көйөн С.Г.Рыбаков яҙып алған һәм нотаһын «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» исемле китабына индергән [2]
- 1945 йылда композитор Х.Ф.Әхмәтов Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында ҡурайсы Алтынса Үтәғоловтан яҙып алған һәм нотаға һалған.Йырҙың нотаһы 1954 йылда беренсе тапҡыр «Башҡорт халыҡ йырҙары» китабында баҫылған.
Йыр һүҙҙәренең бер варианты
үҙгәртергәАуыҙы ҡанлы бүре алды, ти;
Алпан толпан атлаған
Һоро айыу алды, ти;
Күл яғалап йөрөгән,
Һылыу ҡыҙҙай биҙәнгән
Ҡолағы миңле төлкөнө
Тағы ул аны алды, ти…
Тауҙы тауға оҡшатып,
Тимер менән ҡоршатып,
Алып килгән тауығыҙ -
Балҡантауым был түгел.
Бүлә-бүлә йөрөгән
Бүреһе күп Балҡантау.
Алпан-толпан атлаған
Айыуы күп Балҡантау.
Ҡыҙ балалай биҙәнгән
Төлкөһө күп Балҡантау
Оя яһар, түл йәйер
Ҡоштары күп Балҡантау.
Майлап һалған ҡайыштай
Йыланы күп Балҡантау.
Йәйеп ҡуйған бәрхәттәй
Урманы күп Балҡантау
Тауҙы тауға оҡшатып,
Тимер менән ҡоршатып,
Алып килгән тауығыҙ ҙа, -
Балҡантауым был түгел.
Нотаһы
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. — Башҡортостан китап нәшриәте, 1995. — 350 бит. ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) ISBN 5-295-01396-0
- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). Өфө: «Китап», 1997. — 288 бит. — ISBN 5-295-02094-0
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Баш-портал 2016 йыл 21 декабрь архивланған. (недоступная ссылка)