Зачатьевский манараһы

Зачатьевский (Зачатский) манараһы — Түбәнге Новгород кремлендәге ҡапҡалы манара, ҡаланың тау аҫтындағы Аҡ һәм Борисоглебский манаралары араһында урынлашҡан. Кремль тышындағы Зачатьевский монастыры исеме менән аталып йөрөтөлә. Аҡ манара тип аталыуы манараның аҡ таштан һалыныуы менән бәйле. ХVIII быуаттарҙағы ҡайһы бер документтарҙа Зачатьевский манараһы Живоносовский (янындағы сиркәү һәм ундағы һыу сығанағы исеме менән) манараһы тип йөрөтөлә. Ишелмә ваҡытында манара емерелә. Кремлде ремонтлаған саҡта төҙөлөш материалдары өсөн һүтеп алына. Был приказды Түбәнге Новгород губернаторы И. М. Ребиндер 1785-1787 йылда бирә. 2012 йылда манара реконструкциялана.

Зачатьевский манараһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Түбәнге Новгород
Входит в состав списка памятников культурного наследия Список памятников культурного наследия Нижнего Новгорода (Кремль и монастыри)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Указания, как добраться Кремль, 2Г (северная часть)
Карта
 Зачатьевский манараһы Викимилектә

Бында ер аҫтынан һыу сығыр булған, гелән ер ишелмәһе булған, уның боронғо йырыны ташылған тупраҡ менән тултырылған.

1620 йылда кремлдә ҙур ремонт үткәрелә. Ул эштәрҙе 1620 йылда Мәскәүҙән ебәрелгән Первуша Данилов алып бара. Ул манараның тау аҫты яғын нығытыу маҡсатында байтаҡ контрфорстар эшләтә. Әммә 1621—1622 йылдарҙа яҙылған китапта стеналарҙың бик насар хәлдә булыуы тураһында әйтелә. Шунда уҡ Зачатьевский манараһының ике ҡатлы булыуы, йәғни стеналары менән бер бейеклектә булыуы телгә алына. Хәйер, бәлки, бында шул ваҡытта емерелгән һәм өлөшләтә ҡайтанан төҙөлгән манараның хәле генә теркәлгән булғандыр[1] Нисек кенә булмаһын, манараның иң тәүге ҡиәфәте билдәле түгел. 1646 йылда воевода Д. Лодыгин һәм дьяк Г. Патрикеев манараларҙың икеһенең дә һәм кешеләр үтеп йөрөгән стеналар торған ерҙең туҙған булыуы тураһында яҙа. 1650—1651 йылдарҙа Түбәнге Новгород посад кешеһе Семен Задорин манараның контрфорстары емерелеп ҡойола башлаған, ә манара үҙе сүккән һәм тау аҫтына табан ауа башлаған, тип яҙа. Унда гидротехник эштәр үткәреү һәм стеналарға имән свайҙар ҡуйып манараны нығытыу планы тормошҡа ашырылмай ҡала.

 
Зачатский манараһының емереклектәре
 
Зачатский манараһының емереклектәре

XVIII быуатта манараның аҫҡа табан шыуыу һәм емерелеүе дауам итә. 1765 йылдағы иҫәп алыу буйынса, манараның ике үткәүеленең өҫтө емерелеп төшә, үткәүел һәм ҡапҡа тышҡы яҡтан кирбес менән көпләнә, ә эсендә — бүрәнәләр менән нығытыла. 1785—1787 йылдарҙа Иваново, Зачатьевский һәм Борисоглебский манараларын өлөшләтә һүтәләр, 1787-1790 йылдарҙа губернатор Ребиндер кремлдең тау аҫты өлөшөн ремонтлата. 1833 йылда кремль стенаһы йоҡа ғына кирбестән һалына, ә манара урынында — «Живоносный һыу сығанағына» төшөрлөк бина һалына (уның ҡабырғаларында бойницаларҙы хәтерләткән тәҙрә һәм ҡарауыл бүлмәһе һалына)[2]. XIХ быуатта манараның тау аҫты өлөшө яңынан емерелә башлай.

Реконструкция

үҙгәртергә

1965 йылда билдәле реставратор-архитектор Л. С. Агафонова етәкселегендә манараны тикшереүҙәр башлана. Уның ҡалдыҡтары таҙартыла. Эстә, мәҙәни ҡатламда, ҙур соҡор ҡаҙыла, ә һуңынан эш туҡтатыла һәм соҡор оҙаҡ ваҡыт емерелеп тора. Бынан һуң, 1980 йылдар тирәһендә, тағы ла таҙартыу эштәре үткәрелә. Был архитектор И. С. Агафоноваға манараны реконструкциялауҙың төрлө графика варианттарын эшләргә мөмкинлек бирә.

2000-се йылдарҙа урындағы власть киң мәғлүмәт сараларында кремль түңәрәген ябырға тигән идея күтәреп сыға. Был ваҡыт Горький ҡалаһында махсус ғилми-реставрация оҫтаханаһы бөтөрөлгән була[3]. Ҡала халҡы фекере бүленә[4]. Шуға ҡарамаҫтан, ҡарар ҡабул ителә[5].

Был ваҡытта манараны реконструкциялауҙың ике варианты була: беренсеһе-алғы яғындағы һәм көнбайыш ҡабырға стеналарын ҡапҡалары менән бергә йүнәтеү планы була. Кремль башнялары араһында ҡабырға ҡапҡалы манаралар булмаған була. Зачатьевский манараһы кремлдең иң киң эске ҡапҡалыһы һәм көнбайышҡа табан тәпәшәйгәне була. Бындай хәл кремлгә ингән егеүле ат транспортына Г-рәүешендәге үткәүелдә еңел генә боролорға мөмкинлек биргән. Бынан тыш, манара бер ниндәй соҡорһоҙ күпер алдындағы нығытмаһыҙ кремлдең ярайһы уҡ түбән участкаларын ныҡлы контролдә тота. Әммә тура үткәүелле, тышҡы ҡиәфәте күп ҡыҙыҡлы икенсе вариантты һайлайҙар. Шулай уҡ емереклектәрҙе төрлө павильондар менән ҡаплау вариантын һайлайҙар.

Элекке урта быуат төҙөлөш материалдарын ҡулланыу яңыртылған вариантта бөтөнләй ҡаралмай. Төҙөүселәр ер шыуыуға ҡаршы саралар үткәрә, бының өсөн ҡеүәтле тимер-бетон нигеҙ һалына. Объект заманса алымдар менән ҡулланып төҙөлә, ә бөтә фортификация ҡоролмалары элементтары бары тик имитация ғына булып тора. Һөҙөмтәлә боронғо харабалар өҫтөндә һаҡлағыс футляр төҙөлә, музей бинаның өҫтәмә майҙандарын үҙ эсенә ала, кремль периметры ябыла. Шулай итеп реконструкцияланған манара бары тышҡы ҡиәфәте менән Зачатьевский манараһын хәтерләткән хәҙерге музей бинаһы ғына.

Археологик тикшеренеүҙәр

үҙгәртергә

Төҙөлөш барышында археологик ҡаҙыуҙар алып барыла[6], ул саҡта ер шыуғанда түбәнгә табан төшкән һайғауҙарҙың аҫҡы яғын, уларҙы нығытып тотоп торған ХVII быуатта төҙөлгән контфорстарҙың нигеҙен асалар, ХVI быуаттағы свайҙарҙы һәм нигеҙҙең ағас тышлығын, туранан-тура манара алдындағы — Живоносный һыу сығанағының һыу йүнәлтеү торбаларын асалар[7][8].

Манараны тергеҙеү

үҙгәртергә
 
Манара стеналары
 
Манара стеналары
 
манара таяуҙары

Төҙөлөш өсөн ҙур күләмле кирбес сығарырға һәм алдан тейешле күләмдәргә бысылған бик ныҡ тығыҙ эбизташ блоктарын эшләүгә заказ бирелә. Был блоктар манара конструкцияһындағы эзбизташты бер ниндәй йышыуһыҙ ҡорорға мөмкинлек бирә. Ләкин эзбизташ бик аҙ була.

Ерҙең яңынан шыуыуынан ҡотолоу өсөн, төҙөүселәр ер аҫтынан өҫкә сыҡҡан һыуҙы, ямғыр канализациялары төҙөп, манаранан ситкә ағыҙыу эштәрен алып бара. Манараның нигеҙе элекке емереклектәр өҫтөндә түгел, ә уларҙың иң тәү торған урынында һалына. Нигеҙ тимер-бетон мендәрҙәргә баҫтырылған,12 метр тәрәнлектә торған свайҙарға ҡуйыла, уның һайғауҙары һәм манараның алғы өлөшө иң ҙур күләмле кирбестән төҙөлә. Манараның эске фасады һәм эске өлөшөнөң бүлкәстәре — бәләкәйерәк күләмле һәм ҡарараҡ төҫтәге кирбестән һалына. Эсендә ябай стандарт кирбес ҡулланыла. Манара һәм уның һайғау бағаналары тоташтырылмаған секцияларҙан тора. Бының өсөн нигеҙ дүрт ерҙә бер-береһенән әҙерәк айырылып тора. Был нигеҙ ҡуҙғалһа, манараның өҫкө ҡаттары ватылмаһын, ә бары тик бер-береһенә табан шыуһын өсөн эшләнелә. Шулай уҡ һәр 4-6 кирбес рәте тимер селтәр менән тоташтырыла. Кирбес цемент ҡулланып һалына. Уның йөйҙәре кремлдең башҡа биналарыныҡы кеүек һыланмай, ә шына менән һыҙып биҙәлә.

Бөтә конструкциялар ҙа — манара һәм уның һайғау бағаналары эсе — ҡыуыш. Бары тик ҡапҡа янындағы стенаның пилондарына ғына тулыһынса цемент иҙмәһе ҡойолған. Манараның аркалары кәметелеү арҡаһында уның ике яында ла ҙур һыйҙырышлы бина ҡорола. Уң яҡта торғаны янында стена ҡапҡаһына тиклем үткәүел эшләнгән. Бинаның тышҡы көпләнгән урынында һауа елләткес вентиляция урыны бар. Манараның башы һәм бөтә таяуҙары ла ялпаҡ, улар тимер-бетон плитәләр менән ябылған. Манара ҡабырғаһындағы стена аҫтындағы емереклектәргә үтеп йөрөү өсөн юл ҡалдырылған. Йоҡа стеналағы бойницалар имитация юлы менән генә яһалған, уларҙың да урыны нормаға тап килмәй. Эзбизташ етмәгәнлектән, уның ҡабырға һыҙаттары аҫҡа табан һиҙелерлек кәмей[9]. Стеналарҙағы тештәрҙең бәләкәй бойницалары эзбизташ плитәләр урынына цемент ҡатламы менән ябылған. Күтәрмәле күпер соҡорҙарының тәрәнлеге кәметелгән, ҡапҡаларына быяла тәҙрәләр ҡуйылған. Бойницалар ҙа быяла менән көпләнгән. Ҡабырғалағы павильон быяла теплица фораһында эшләнгән. Манара баҫҡыстары ла боронғоса түгел, ә хәҙерге заман баҫҡыс ситлектәре ҡуйып яһалған.

 
Емереклектәр өҫтөндәге павильон
 
Зачатский манараһының эске фасады

Манара аша үтеп йөрөү ҡаралмағанлыҡтан, ә ҡапҡалары бары тик бутафорияларҙан ғибәрәт булғанлыҡтан, манараға бары тик музейға инеү өсөн билет алып ҡына, музей аша инергә мөмкин. Манара янындағы тау аҫтында хакимиәт хеҙмәте өсөн гараж төҙөү планлаштырылған, шуға күрә манара янында боронғо стилдә эшләнгән селтәрле ҡапҡалы үткәүел ҡалдырылған. Эстә, манара ҡаршыһында, ҙур амфитеатр ойошторола, ә тыштан Волга яғына табан бульвар барлыҡҡа килә, унда эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар һәм парковка урыны бар. Был бульвар Петр Беренсе һәйкәленә барып етеп тоташа.

Зачатьевский манараһы бинаһында музей экспозицияһы урынлашҡан. Бүлмәнең байтаҡ өлөшөн реконструкторҙар биләп тора.

Иҫке манараның фрагменттары яңыһының аҫҡы яғында урынлашҡан, уларҙың күбеһе быяла төкәтмә аҫтында тора. Уларҙа боронғо нигеҙҙең һайғауҙары һаҡлана. Шулай уҡ экспозицияла архитектор и. С. Агафонованың фотоһүрәттәре һәм реконструкцияны кәҙәләндергән фотолар бар. Беренсе ҡатында ҙур булмаған археологик күргәҙмә: унда манараны ҡаҙғанда табылған экспонаттар : ҡапҡа аҫтына ҡуйылған төплөк, имән свайҙар һәм башҡалар — ҡуйылған

Манараның икенсе ҡатында Түбәнге Новгород кремленең һәм уның тирә-йүнен Т. В. Гусева һәм И. О. Ереминдар етәкселегендәге археологик өйрәнеүҙәргә бағышланған экспозиция урынлашҡан. Бында (рус, болғар һәм мордва) керамик һауыт-һабалары, мейес кафелдәре, йылытыу торбалары, Спасо- Преображенский соборының юнылған таштар фрагменттары һәм башҡа экспонаттар бар.

Өсөнсө ҡатында «1612 йылдың ополчениеһы» күргәҙмәһе ҡуйылған, ул ике инсталляциянан тора. Бында XVII быуатта ҡала халҡының өҫ кейемдәре реконструкциялары һәм Рәсәй дәүләт символикаһы әйберҙәре ҡуйылған. Ошонда уҡ юғарынан ҡарау өсөн майҙансыҡтар йыһазландырылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Кроме того, сохранившиеся башни кремля построены довольно однообразно. И на картине Олеария 1636 г. эта башня показана выше стен.
  2. Деформированные аварийные остатки этой стены использовали для тренировок альпинисты, а окончательно их снесли где-то на рубеже 60-х и 70-х гг.
  3. Мастерская находилась в братском корпусе Печерского Вознесенского монастыря.
  4. Менее информированные высказывались за проект, другие призывали не спешить.
  5. Теоретическими разработками занималась фирма «Этнос», а право на строительство выиграла обычная строительная фирма «Старый Нижний Новгород».
  6. Научно-производственный центр «Практика», руководитель И. О. Ерёмин.
  7. Давыдов А. И. Церковь Живоносного источника 2018 йыл 4 апрель архивланған..
  8. Нахождение последнего вызвало некоторую полемику о том, как поступить с этим объектом, хотя и довольно поздним, но отмеченным в истории.
  9. Это не очень красиво. Так как неизвестно, насколько башня была облицована белым камнем, то с эстетической точки зрения, его могло быть хотя бы до 1/3 высоты башни.

Һылтанмалар

үҙгәртергә