Захарово (усадьба)

ЗахаровоМәскәү өлкәһе Одинцов районы Захарово ауылындағы элекке дворяндар усадьбаһы, А. С. Пушкиндың бала сағы шунда үтә.

Захарово
Нигеҙләү датаһы 30 апрель 1987
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Захарово[d]
Урын Большие Вязёмы[d]
Рәсми асылыу датаһы 6 июнь 1987
Входит в состав списка памятников культурного наследия список памятников культурного наследия Одинцовского района[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Рәсми сайт museum-gol.ru
Современное состояние разрушенный[d]
Ҡулланыу статусы закрыто навсегда[d]
Карта
 Захарово Викимилектә

XVII—XVIII быуаттарҙа Захарово ауылына дворян Камыниндар һәм кенәз Урусовтар хужа була

Усадьба XVIII быуаттың икенсе яртыһында алпауыт Д.П. Савёлов тарафынан барлыҡҡа килә. 1781 йылда уны аритиллерия капитаны И.Я. Тинков һатып ала. Ул хеҙмәт өйҙәре менән ике ҡатлы бай йорто төҙөй.

1804 йылдың ноябрь айында Тинковтың тол ҡатыны үҙенең имениеһын «диңгеҙ артиллерияһының 2-се ранг капитаншаһы» Мария Алексеевна Ганнибалға, А.С Пушкиндың оләсәһенә 28 мең һумға һата. 1805 йылдан алып 1810 йылға тиклем буласаҡ шағирҙы Захарово ауылына һәр йәй оләсәһенә алып киләләр:

Мне видится моё селенье,
Моё Захарово; оно
С заборами к реке волнистой,
С мостом и рощею тенистой
Зерцалом вод отражено…

1811 йылда ауыл М.А. Ганнибалдың туғаны Харитония Ивановна Козловаға һатыла; уның вафатынан һуң, ауылға А. А. Орлова һәм уның туғандары хужа була, унан һуң, XX быуат башында — А.М. Нечаев, 1910 йылдан һуң — Е.. Н. Голубков Н. И. Жемочкин, О. Н. Кустаревская, М. П. Щербакова хужа була.

Пушкин бала сағында булған йорт һаҡланмаған. XX быуат башында уның фундаментында яңы ағас айырым йорт төҙөлә, ул алдағы йорттоң формаларын теүәл ҡабатлай[2]. Совет осоронда йорт төрлө ихтыяждар өсөн ҡулланылған, күпмелер ваҡытта унда мәктәп тә урынлаша.

1980 йылдар аҙағында бина буш тора, ә 1993 йылда яна. Бай йорто Пушкиндың тыуыуының 200 йыллығына 1999 йылда тергеҙелә.

Музей-ҡурсаулыҡ

үҙгәртергә

1987 йылдың 29 апрелендә РСФСР Министрҙар советы Мәскәү өлкәһе Одинцов районының Ҙур Вязёмы һәм Захарово ауылдарындағы һәйкәл һәм иҫтәлекле урындар базаһында А.С.Пушкиндың Дәүләт тарих-әҙәбиәт музейы-ҡурсаулығын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә[3].

Захаровола Пушкин ваҡытынан алып аллеялар, быуалар һәм йүкә паркы һаҡланған. А.С. Хижняк проекты буйынса шағир һәйкәле ҡуйылған. Тергеҙелгән бай йорто А.С.Пушкин бала сағы музейына бирелгән.

Музейға экскурсиялар үткәрелә, шулай уҡ музей күргәҙмәләре һәм экспозициялары асылған. Ҡурсаулыҡ территорияһында өс музей эшләй. Һәр йәкшәмбе, сентябрь айынан апрель айына тиклем һарайҙың камин залында музыкаль кисәләр һәм концерттар уҙғарыла. Музей шулай уҡ балалар менән эш алып бара: улар менән дәрес үткәрә; йәш эҙәрмәндәр һәм экскурсовод мәктәбен асыу планлаштырыла.

Музейҙа ҙур фәнни-тикшеренеү эштәре ойошторола. Йыл һайын дүрт эре ғилми конференция уҙғарыла[4]; уларҙа бөтә Рәсәй ғалимдары йыйыла; шулай уҡ фәнни йыйынтыҡтар һәм реклама буклеттары сығарыла. Музей фондында XVIIXIX быуаттар усадьбаларының мәҙәниәт әйберҙәре һаҡлана[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

А. Б. Чижков Подмосковные усадьбы сегодня. М.: АИРО-ХХ, 2000. 256 с. ISBN 5-88735-071-7