Заозёрный (Уй районы)
Заозёрный — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Уй районындағы ҡасаба. Соколовка ауылы биләмһе составына инә.
Заозёрный | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Соколовское сельское поселение[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
319 кеше (2002)[2], 274 кеше (2010)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 334 метр |
Почта индексы | 456488 |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәЗаозёрный ҡасабаһын күрше тораҡ пункттар менән грунт һәм шоссе юлдары бәйләй. Район үҙәгенә тиклем алыҫлыҡ (Уй ауылы) 30 км, ауыл биләмәһенә тиклем алыҫлыҡ (Мирный ҡасабаһы) — 8 км. Халҡы 319 кеше тәшкил итә. (1970 йылда — 428, 1983 йылда — 313, 1995 йылда — 510). Ҡасабаға 1937—38 йылдарҙа «Уйский» совхозының Житар бүлексәһе ваҡытында нигеҙ һалына. Рәсми 1961 йылда теркәлә[4]. Зерновой ҡасабаһына ҡарата (совхоздың үҙәк усадьбаһы) был ҡасаба 3 күл аръяғында, түбәндә урынлаша — атамаһы ла шунан. Хәҙер Заозёрный ауылында «Уйская» дәүләт орлоҡ һынау станцияһының бүлеге урынлашҡан. Балалар баҡсаһы, башланғыс мәктәп, китапхана, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй.
Географияһы
үҙгәртергәҠасаба Силәбе өлкәһенең үҙәк өлөшөндә, урман-дала зонаһында, Саңғырҙаҡ йылғаһының (Уйылға йылғаһының ҡушылдығы) уң яҡ ярында, райондың административ үҙәге Уй ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан (туранан) яҡынса 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Рельефы — ярым тигеҙлектең (Урал аръяғы пенеплены) Өфө яйлаһына күсеүе; иң яҡын бейеклектәр — 397 һәм 450 м (Белая Галька тауы). Ландшафты — һыҙатлы ҡарағай урмандары менән урманлы дала. Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 334 метр[5].
- Сәғәт бүлкәте
Заозёрный ҡасабаһы, бөтә Силәбе өлкәһендә кеүек үк, МСК+2 сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата ваҡыт айырмаһы сағыштырмаса +5:00 тәшкил итә[6].
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[7] | 2010[8] |
319 | ↘274 |
- Гендер составы
2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың гендер структураһында ир-егеттәр 44,9 %, ҡатын — ҡыҙҙар 55,1 % тәшкил итә.
- Милли составы
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, халыҡтың милли структураһыннда башҡорттар 54 % тәшкил итә, урыҫтар — 33 %[9].
Урамдары
үҙгәртергәҠасаба урамдары селтәре алты урамдан тора[10].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Заозёрный Уйский
- ↑ Zaozërnyy (ингл.). GeoNames.
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Коряков Ю. Б.База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России».
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Уйский р-н → Заозёрный п.