Занави ҡәлғәһе
Занави ҡәлғәһе (грузин: ციხე ზანავის), көньяҡ Грузияла Самтше-Кавахети төбәгенең Адигени муниципалитетындағы Бәләкәй Диди Занави ауылында урынлашҡан[1] Урта быуаттар замогы. Ҡәлғә 2007 йылда Грузияның милли әһәмиәттәге күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән[2]
Занави ҡәлғәһе | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәУрта быуат ҡәлғәһе ныҡ текә һәм барыуы ҡатмарлы булған ҡаяла таштарҙан һәм эзбизташтан төҙөлгән. Замоктың төп ҡоролмаһы - бөтә яҡтан да атыу тишектәре менән артҡы өлөшө түңәрәк булған өс ҡатлы башня. Башняның икенсе ҡатында мейес бар. Көньяҡ диуарындағы аркалы ишек уйымы эске ихатаға алып бара. Ихатала ҡаяла уйылған һыу һаҡлағыс урынлашҡан. Артабан көньяҡҡа ҡарай ике башня бар, бер башняның эсендә сиркәү ҡалдыҡтары ята.