Закруткин бюсы (Семикаракорск)
Закруткин бюсы — Ростов өлкәһенең Семикаракорск ҡалаһында яҙыусы, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1982), өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1951) Закруткин Виталий Александрович бюсы
Закруткин бюсы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Семикаракорск[d] |
Жанр | бюст[d] |
Тарихы
үҙгәртергәСемикаракорск ҡалаһында ҡаланың һәм райондарҙың бер нисә билдәле кешеһе: яҙыусы. А. Закруткиндың, яҙыусы Б. Н. Куликовтың, төҙөүсе А. Араканцевтың, балыҡ тотоу хужалығы етәксеһе И. В. Абрамовтың бюстары ҡуйылған. Был бюстарҙың авторы Семикаракорск ҡалаһынан скульптор һәм рәссам Иван Иванович Масличенко.
Ҡалала Закруткин проспекты һәм Ленин урамы киҫелешендә яҙыусы В.А.Закруткиндың бюсы ҡуйылған.
Виталий Александрович Закруткин 1908 йылдың 14 мартында Ҡырым ҡалаһы Феодосияла уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Ун йәшендә малай крәҫтиән хеҙмәтенә өйрәнә. 1929 йылда уның ғаиләһе Алыҫ Көнсығыш станцияһына йәшәргә китә.
Виталий Александрович 1932 йылда М. И. Калинин исемендәге Благовещен педагогия институтын тамамлай. 1933 йылда әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 1936 йылда А.И. Герцен исемендәге Ленинград педагогия институтында аспирантура тамамлай, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Ростов дәүләт педагогия институтында рус әҙәбиәте кафедраһында мөдир булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында армия һәм фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып хеҙмәт итә. Һуғышитан һуң В,М. Молотов исемендәге Ростов дәүләт университетында һәм Ростов дәүләт педагогия инстиутында доцент булып эшләй. «Академик Плющев», «Сотворение мира» әҫәрҙәрен, «Матерь человеческая», «Без вести пропавший» һ.б. повестарын яҙа.
1984 йылдың 10 октябрендә вафат була. Ростов өлкәһенең Кочетовская станицаһында ерләнгән. Яҙыусы исеме менән Семикаракорск ҡалаһында проспект, Кочетовская станицаһында урам аталған.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәВиталий Александрович Закруткиндың бюсы тигеҙһеҙ китаптар өйөмө рәүешендәге бетон постаментҡа ҡуйылған. Постаменттың аҫҡы өлөшөндә яҙыусының әҫәрҙәре темаһына алтын буяу менән буялған барельеф үтәлгән.
Һәйкәл эргәһе төҙөкләндерелгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Семикаракорск. Бюсты известных земляков
- Семикаракорск. Известные люди. 2018 йыл 26 март архивланған.
- Известные земляки
- Выставка художника И.И. Масличенко 2017 йыл 28 март архивланған.
- Бюст В.А. Закруткину- писателю-земляку 2017 йыл 12 сентябрь архивланған.