Забавушка
«Забавушка» балалар өсөн халыҡ уйынсыҡтар музейы — Мәскәү балалар халыҡ уйынсыҡтары интерактив музейы.
«Забавушка» балалар өсөн халыҡ уйынсыҡтар музейы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1998 |
Нигеҙләүсе | Алексей Санкин |
Урынлашыуы | Рәсәй Федерацияһы: Мәскәү |
Директор | Алексей Санкин |
Сайт | zabawushka.ru |
Музейҙың фонды балалар өсөн генә тәғәйен[1]. Музейҙың экспонаттары менән балаларға уйнарға рөхсәт ителә[2]. Музейҙың маҡсаты Рәсәй халыҡ уйынсыҡтарын популярлаштырыу[3]. Музейға инеү түләүле, килем сығымдарҙы ҡаплау өсөн китә. Музей мәктәпкә тиклемге һәм башланғыс мәктәп йәшендәге балаларға тәғәйен[1].
Дәүләт ярҙамы һәм президент гранты алырға тырышыу уңышлы булмай[4]. Ойошма етәксеһе музейҙы сәнғәт фәне социаль-профессиональ селтәренә индереүҙән баш тарта[5].
Тарихы
үҙгәртергә1998 йылда музей «Традиция» халыҡ сәнғәтен яратыусылар ойошмаһы булып төҙөлә, төҙөүсөһе һәм етәксеһе Алексей Санкин[2]. 2002 йылдың 5 сентябрендә ойошма «Возвращение народной игрушки» хәйриә акцияһы үткәрә[6]. 2002 йылдың 12 февралендә тағын күргәҙмә үткәреү башлана, Рәсәйҙең ун биш төбәгенән егерме промыслаларҙың вәкиле ҡатнаша. Күргәҙмәнең башланыуы гел күсерелеп килә һәм 2002 йылдың 12 февраленән ул рәсми булмаған рәүештә эшләй[7]. 2002 йылдың 27 июненән күргәҙмә рәсми рәүештә эшләй башлай[8]. 1990 йылдар аҙағында ойошма тик балалар күргәҙмәләре һәм семинарҙары менән генә шөғөлләнә, музейға төрлө спонсорҙар ярҙам итә, шул иҫәптә Сорос фонды ла бар. Һуңынан музей ҡуртымға бина ала һәм үҙен ҡарарға етерлек аҡса эшләй башлай[9]. 2008 йылдың 16-18 сентябрендә музей «Кремль — детям» фестивалендә ҡатнаша[10]. 2012 йылдың 3 сентябрендә музей «Возрождение традиций» күргәҙмәһен үткәрә, унда һәр экспонатты тотоп ҡарау мөмкинлеге була һәм һәр балаға буялмаған тәтәй бирәләр, улар уны музейҙа буяй алалар[11].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Московская, 2013, с. 140
- ↑ 2,0 2,1 Московская, 2013, с. 141
- ↑ Минашкина, Елена Народная игрушка дарит крылья . Московская правда (16 октябрь 2012). Дата обращения: 30 апрель 2015. Архивировано 30 апрель 2015 года. 2015 йыл 30 апрель архивланған.
- ↑ Московская, 2013, с. 144-145
- ↑ Московская, 2013, с. 147-148
- ↑ Русские игрушки побеждают покемонов. — День, 2002. — № 9.
- ↑ На выставке русской народной игрушки можно будет поиграть и даже унести любую игрушку с собой, NEWSru.com (12 февраля 2002). 29 апрель 2015 тикшерелгән.
- ↑ Бурмистрова, Татьяна. Детский сад, Известия (27 июня 2002). 30 апрель 2015 тикшерелгән.
- ↑ Московская, 2013, с. 142
- ↑ Информация о регистрации участия . Музеи Московского Кремля (16 сентябрь 2008). Дата обращения: 29 апрель 2015.
- ↑ В музее «Забавушка» можно поиграть с экспонатами-игрушками, Префектура восточного административного округа Москвы (3 сентября 2012). 29 апрель 2015 тикшерелгән. 2015 йыл 29 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Коллектив авторов. Глава 5. Четыре истории социальных предприятий // Социальное предпринимательство в России и в мире. Практика и исследования / Редактор Московская А. А., рецензент Чепуренко А. Ю.. — Высшая школа экономики, 2013. — С. 140-148. — 286 с. — ISBN 5759808834.