Заанен тоҡомло кәзә

Заанен тоҡомло кәзә[2] — йорт кәзәһе тоҡомо, ул аҡ, ҡыҫҡа йөнлө һәм мөгөҙһөҙ булыуы менән айырылып тора. Был тоҡом кәзәләре күп һөт биреүе менән дан алған. XIX быуаттың уртаһында Швейцарияла, Зане йылғаһы үҙәнендә сығырыла ул. Был тоҡом Рәсәй территорияһына революцияға тиклем үк килтерелә.[3] 10 ай эсендә 3000 килограмм һөт биреүе лә ихтимал. Яҡшы үрсей, талымһыҙ. Был тоҡом кәзәләре Европа, Төньяҡ Африка, АҠШ, Корея һәм Индонезия илдәрендә киң таралған. Күп кенә илдәрҙә был тоҡом кәзәләре яңы тоҡом сығарыу өсөн файҙаланыла.

Заанен тоҡомло кәзә
Рәсем
Ил  Швейцария
Статуса риска ФАО ООН нет риска[d][1]
 Заанен тоҡомло кәзә Викимилектә
Заанен тоҡомло кәзә көтөүе

Тәкәләрҙең бейеклеге 90-100 сантиметр, кәзәләрҙеке — 75-85 см, тәкәләрҙең ауырлығы 80-120 килограмм, ә кәзәләрҙеке — 50-90 килограмм.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. http://www.fao.org/3/a1250e/annexes/List%20of%20breeds%20documented%20in%20the%20Global%20Databank%20for%20Animal%20Genetic%20Resources/List_breeds.pdf
  2. Плотникова Е. В. Козы и овцы. — Litres, 2017. — (Школа фермера). — ISBN 9785457623163.
  3. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].