Живоначальная Троица сиркәүе (Каменск-Шахты)
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Живоначальная Троица сиркәүе
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Каменск-Шахты |
Конфессия | Православие |
Епархия | Шахты һәм Миллерово епархияһы. Каменское благочиниеһы |
Бина тибы | кирбес |
Төҙөлөшө | 1998—2003 йылдар |
Бөгөнгө хәле | эш итеүсе |
Сайт | Рәсми сайт |
Живоначальная Троица сиркәүе Викимилектә |
Живоначальная Троица сиркәүе (Изге Троицкий сиркәүе) — Шахты һәм Миллерово епархияһы, Каменское благочиниеһына ҡараған ғибәҙәтхана. XIX быуат рухындағы йорт архитектураһы буйынса биш башлы, ике яҡтылыҡ төшкән урынлы, аш бүлмәле һәм бейек булмаған саң манараһы менән төҙөлгән ғибәҙәтхана.
Тарих
үҙгәртергәИзге Троицкий мәхәлләһе ҡалала 1997 йылдың апрелендә барлыҡҡа килгән. 1998 йылда мәхәлләгә йорт биргәндәр, унда ғибәҙәт ҡылыу йорто яһағандар. Ғибәҙәтхана йорто 1998 йылдың 9 июлендә асылған. Һуңынан уның көмбәҙен эшләгәндәр, ә 2003 йылда Изге Троицкий сиркәүенең саң манараһына ҡыңғырауҙар урынлаштырғандар. Сиркәүҙә Изге Тихон Задонскийҙың һөйәктәре бар.
Сиркәүҙә мәрхәмәтлек ашханаһы, хор һәм йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Сиркәү хужаһы (настоятеле) — иерей Александр(Теличкин), руханийы — иеромонах Серафим (Сергей Владимирович Сенченко).
Сиркәү адресы: Каменск-Шахтинский ҡалаһы, Южныйҡасабаһы, Ростов урамы, 10а һанлы йорт.[1]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт храма
- Храм Святой Троицы, посёлок Южный, г. 2017 йыл 8 ғинуар архивланған. Каменск-Шахтинский 2017 йыл 8 ғинуар архивланған.
- Каменск-Шахтинский. Церковь Троицы Живоначальной.
- В праздник Собора Пресвятой Богородицы епископ Шахтинский и Миллеровский Игнатий совершил Литургию в Свято-Троицком храме г. 2017 йыл 16 ғинуар архивланған. Каменск-Шахтинский 2017 йыл 16 ғинуар архивланған.