Жаңаөзен (ҡаҙ. Жаңаөзен /ʐɑˌŋɑʷøˈzʲen/, элекке Новый Узень) —Ҡаҙағстандың Мангистау өлкәһенең өлкә буйһоноуындағы ҡалаһы.

Жаңаөзен
ҡаҙ. Жаңаөзен
Герб
Emblem Zhanaozen.jpeg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1964
Рәсми атамаһы Жаңаөзен
Дәүләт Flag of Kazakhstan.svg Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Мангистауская область[d]
Хөкүмәт башлығы Абилов, Елубай Джакаевич[d]
Халыҡ һаны 113 377 кеше (2016)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 171 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+5:00[d]
Майҙаны 51,5 гектар
Почта индексы 130200
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Карта
Commons-logo.svg Жаңаөзен Викимилектә

ТарихыҮҙгәртергә

1964 йылда барлыҡҡа килгән, Манғышлаҡ (Маңғыстау) яйлаһында урынлашҡан. 1968 йылдан ҡала Новый Узень атамаһы менән йөрөй. 1993 йылдың 7 октябрендә Жаңаөзен тип үҙгәртелә.

1989 йылдың июнь айында Новый Узень ҡалаһында милли нигеҙҙә ҙур сыуалыштар була.

Рәсми версия буйынса, 2011 йылдың 16 декабрендә, нефтселәрҙең ете айға һуҙылған забастовкаһынан һуң, Жаңаөзендең төп майҙанында эске ғәскәрҙәре ҡорал ҡулланыуы арҡаһында күмәк сыуалыштар башлана, һәм был хәл рәсми мәғлүмәттәр буйынса 15 кешенең һәләк булыуына килтерә. Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса 64 кеше һәләк була һәм 400 кеше яралана[2]. Ғәскәр индерелгәндән һуң, бер айҙан ашыуға комендант сәғәте иғлан ителә. Был ваҡиғаларҙан һуң күпләп ҡулға алыуҙар була.[3].

2012 йылдың июлендә забастовкалар үтә[4], митинг әҙерләнә, ҡалаға эске ғәскәрҙәр индерелә[5].

2012 йылдың октябрендә Маңғыстау өлкәһе әкиме Бауржан Мөхәмәтжановҡа өлкәндәр төркөмө ҡаланың исемен изге Бекет-ата хөрмәтенә атау тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә[6]. 2012 йылдың декабрендә ҡала әкиме Серикбай Турымов ҡаланың исеме үҙгәртелмәйәсәген иғлан итә[7].

2022 йылдың ғинуарында шыйыҡландырылған газға хаҡтарҙың кинәт артыуына ҡаршы протесттар башлана[8].

ДемографияһыҮҙгәртергә

2019 йылдың башына халыҡ һаны 81 581, йәғни бөтә өлкә халҡының 12,03 %-н тәшкил иткән[9]. Ҡала хакимиәте территорияһы составында 151 098 кеше йәшәгән, шуларҙың 98,67 проценты - ҡаҙаҡтар (98,7%) һәм урыҫтар (0,67%), ҡарағалпаҡтар (0,18%), үзбәктәр (0,15%)[10]. 11,5 мең кеше йәшәгән Тәңге ҡасабаһын һәм 3,5 мең кешене үҙ эсенә ала. Жаңаөзен ҡалаһы хакимиәте составына ҡаланан башҡа 11,5 мең кеше йәшәгән Тәңге ҡасабаһы һәм 3,5 мең кеше йәшәгән Ҡызылсай ауылы инә. 2012 йылда ҡала составында Рәхәт ауылы барлыҡҡа килгән.

ИҡтисадыҮҙгәртергә

Нефть һәм тәбиғи газ сығарыу. «Ҡаҙаҡ газ эшкәртеү заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (ТОО). Быға тиклем ҡалала Ҡаҙғстандың төрлө төбәктәренән яуаплылыҡҡа тарттырылған енәйәтселәре тоолған холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт учреждениеһы урынлашҡан булған, улар 6656-сы хәрби часының өсөнсө уҡсылар ротаһы һағы аҫтында тотолған. Бынан тыш, ҡалала 2012 йылда асылған Ҡаҙағстан Республикаһы Милли гвардияһының йәмәғәт тәртибен контролдә тотоуҙы тәьмин итеүсе в/ч 5548-се хәрби часының һәм ВС РК — в/ч 51809-Г һауа оборонаһы бригадаһының айырым радиолокация ротаһы урынлашҡан. Ул элекке аэропорт булған ерҙә урынлашҡан[11]

Ҡаланан Төньяҡ - Көньяҡ (Ҡаҙағстан- Төркмәнстан) тимер юл линияһы башлана[12][13].

Власть органдарыҮҙгәртергә

Ҡаҙағстан Республикаһының 2001 йылдың 23 ғинуарында ҡабул ителгән «Ҡаҙағстан Республикаһында урындағы дәүләт идараһы һәм үҙидараһы тураһында» законына ярашлы, Жаңаөзен әкимен Маңғыстау әкиме тәғәйенләй.

Ҡала башлыҡтарыҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. http://stat.gov.kz/getImg?id=ESTAT111164
  2. Газета «Лада». Жанаозен
  3. Что происходит в Жанаозене — репортаж собкора КТК Ольги Юрьевой
  4. Жаңаөзендә нефтселәрҙең забастовкаһы
  5. Казахстан: в Жанаозен введены войска
  6. Жанаозен может быть переименован
  7. Жанаозен не будет переименован — аким города 2021 йылдың 12 июль көнөндә архивланған.
  8. В Казахстане третий день подряд сотни протестующих выходят на митинги из-за роста цен на газ (билдәһеҙ). Новая газета (1641211140000). Дата обращения: 4 ғинуар 2022.
  9. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; Stat төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  10. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; Stat2019 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  11. В Жанаозене состоялось вручение Боевого Знамени личному составу в/ч 5548 (недоступная ссылка). Kiwi.kz. Дата обращения: 8 апрель 2016. Архивировано 20 апрель 2016 года. 2016 йылдың 20 апрель көнөндә архивланған.
  12. Посольство республики Казахстан в Туркменистане (недоступная ссылка). Дата обращения: 18 июнь 2013. Архивировано 29 июль 2012 года. 2012 йылдың 29 июль көнөндә архивланған.
  13. Между Казахстаном и Туркменистаном налажено прямое железнодорожное сообщение. Архивировано 4 ғинуар 2014 года. 2014 йылдың 4 ғинуар көнөндә архивланған.

Ҡалып:НП городской администрации Жанаозена Ҡалып:НП Мангистауской области