Жантасов Ҡорманбәк Тажмаханбәт улы
Жантасов Ҡорманбәк Тажмаханбәт улы (ҡаҙ. Құрманбек Тәжмаханбетұлы Жантасов; 27 октябрь 1947 йыл) — Ҡаҙағстан химик-технологы, техник фәндәр докторы (1998), профессор (2002); Ҡаҙағстан Республикаһы Дәүләт премияһы лауреаты (2005).
Жантасов Ҡорманбәк Тажмаханбәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Ҡаҙағстан |
Тыуған көнө | 27 октябрь 1947 (76 йәш) |
Тыуған урыны | Шымкент, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | химик |
Эш урыны | М. О. Ауэзов исемендәге Көньяҡ-Ҡаҙағстан дәүләт университеты[d] |
Уҡыу йорто | М. О. Ауэзов исемендәге Көньяҡ-Ҡаҙағстан дәүләт университеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәҠорманбәк Тажмаханбәт улы Жантасов 1947 йылдың 27 октябрендә Шымкент ҡалаһында (Ҡаҙағстан)[1]) тыуған. 1974 йылда Ҡаҙағстан химия-технология институтын тамамлай («химик инженер-технолог» һөнәре буйынса). Шымкент фосфор заводында эшләй. 1975—1993 йылдарҙа — Ҡаҙаҡ «Гипрофосфор» ғилми-тикшеренеү институтында (инженер, кесе, һуңынан өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория мөдире). Шул уҡ ваҡытта (1983—1986) Ленинград химия-технология институтында аспирантурала уҡый.
1993 йылдан алып М. О. Ауэзов исемендәге Көньяҡ-Ҡаҙағстан университетында уҡыта: башта «Органик булмаған матдәләр технологияһы» кафедраһында өлкән уҡытыусы булып (1993—1999) һәм бер үк ваҡытта киске факультет деканы урынбаҫары (1993—1995), доцент, һуңынан органик матдәләрҙең химик технологияһы кафедраһы профессоры, «Тормош хәүефһеҙлеге һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау» кафедраһы (2009—2011), «Органик матдәләрҙең химик технологияһы» (2011—2014) кафедраһы мөдире; 2014 йыл — органик булмаған матдәләрҙең химик технологияһы кафедраһы профессоры[2].
2004 йылда ситтән тороп «юриспруденция» һөнәре буйынса Көньяҡ-Ҡаҙағстан университетын тамамлай.
Өс ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәТөп тикшеренеү йүнәлештәре — минераль сеймалды һәм химик, тау-сығарыу һәм башҡа производстволарҙың техноген ҡалдыҡтарын сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм экология яҡшыртыу сиктәрендә байытыу.
1986 йылда — кандидатлыҡ, 1998 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Стажировканы Лондонда (1991), Хемниц техник университетында (2008) үтә.
5 фән кандидаты әҙерләгән.
250-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән СССР авторлыҡ танытмаһы, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан республикаһы патенттары[3]; дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары.
Һайланма хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Жантасов К. Т. Получение окатышей из фосфатокремнистых руд Каратау для электротермической переработки : Автореф. дис. … канд. техн. наук. — Л., 1986. — 24 с.
- Технологическое оснащение производства желтого фосфора: учебник / Под редакцией К. Т. Жантасова. — Шымкент: ЮКГУ им. М.Ауэзова, 2013. — 437 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡаҙағстан республикаһының дәүләт премияһы (2005) — «Тәбиғи һәм техноген икенсел сеймал эшкәртеү буйынса инновацион технологиялар булдырыу һәм ойоштороу» эше өсөн[4]
- «Иң яҡшы йыл ғалимы» Көньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе (2005)
- «Ҡаҙағстан республикаһы фәнен үҫтереүгә индергән хеҙмәте өсөн» түш билдәһе (2006)
- «Иң яҡшы вуз уҡытыусыһы» (2007)
- «Облысқа сіңірген еңбегі үшін» миҙалы (Көньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе акимының 2013 йылдың 1 октябрендәге 1-291-сы һанлы указы)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ныне — Шымкент, Казахстан
- ↑ Кафедра «Химическая технология неорганических веществ» . Южно-Казахстанский государственный университет имени М. О. Ауэзова. Дата обращения: 13 март 2015. Архивировано 5 июнь 2016 года. 2016 йыл 5 июнь архивланған.
- ↑ Патенты автора Жантасов Курманбек Тажмаханбетович . findpatent.ru. Дата обращения: 13 март 2015.
- ↑ КазИнформ. Постановление Правительства РК «О присуждении Государственных премий Республики Казахстан 2005 года в области науки, техники и образования» . Nomad (17 ноябрь 2005). Дата обращения: 13 март 2015. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Алматы: Главная редакция «Казак энциклопедиясы» 2006—560. ISBN 9965-9908-5-9
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Жантасов Курманбек Тажмаханбетович (рус.). Известные учёные : энциклопедия. Дата обращения 13 марта 2015.