Ефимов Александр Анатольевич

Ефимов Александр Анатольевич (21 октябрь 1960 йыл) — тренер. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000), халыҡ-ара категориялы судья (2001). Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004)[1].

Ефимов Александр Анатольевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 21 октябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Ҡасим[d], Рязань өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тренер
Уҡыу йорто Ҡурған юғары хәрби-сәйәси авиация училищеһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный тренер России

Башҡортостан Республикаһы Пауэрлифтинг федерацияһы президенты (1990). Коммерцияға ҡарамаған автономиялы «Башҡортостан республикаһының спорт саралары ойоштороу һәм үткәреү буйынса идаралығы» ойошмаһы идарылығы начальнигы.

Биографияһы үҙгәртергә

Александр Анатольевич Ефимов 1960 йылдың 21 октябрендә Рязань өлкәһе Ҡасим ҡалаһында тыуған[1].

1983 йылда - Өфө авиация инстиитутын, 1988 йылда — Ҡурған юғары хәрби-сәйәси авиация училищеһын тамамлаған.

1990 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының спорт буйынса Дәүләт комитеты эргәһендәге «Физкультура һәм сәләмәтлек» бәләкәй предприятиеһы директоры, Башҡортостан Республикаһының Пауэрлифтинг федерацияһы президенты[1].

1994 йылдан башлап «Ирбис» спорт клубы президенты.

2006 йылдан алып -«Башҡортостан Республикаһының спорт саралары идаралығы» республика йәмәғәт ойошмаһы начальнигы[2]

Клуб тәрбиәләнеүселәре араһында И. Е. Абрамов, Н. А. Асабин, С. Я. Мор, Ф. З. Мөхәмәтйәнов, шулай уҡ 20-нән ашыу Рәсәй спорт мастеры[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[1] үҙгәртергә

Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000)

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004)

«Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә