ЕрлығасРәсәйҙең Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районы ҡасабаһы. Измайлово ауыл биләмәһе составына инә.

Ерлығас
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Измайловское сельское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 209 кеше (2002)[2],
113 кеше (2010)[3]
Почта индексы 457619
Карта

Атамаһы боронғо башҡорт ир-аттар исеменән, Ерлығас, Ерлығаш һүҙенән сыҡҡан.

Географияһы

үҙгәртергә

Ерғаслы ҡасабаһы Силәбе өлкәһенең көньяғында, Көньяҡ-Урал тау алдының көньяҡ-көнсығы сиктәрендә[4], дала зонаһында, Ярлығас йылғаһы буйында (Оло Ҡараған йылғаһы ҡушылдығы), райондың административ үҙәге Ҡыҙыл ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай яҡынса 28 километр (туранан) алыҫлыҡта урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 316 метр[5]. Ерлығас күрше тораҡ пункттар менән грунт һәм шоссе юлдары бәйләй.

Ҡасабаға 1929—30 йылдарҙа нигеҙ һалына. Башта унда 20 тирәһе ғаилә йәшәй. Халҡы башлыса һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә, 1954 йылда һөрөлгән сиҙәм ерҙәрҙә иген культуралары үҫтерә. 1950 йылдарҙа әүҙем торлаҡ төҙөлөшө башлана. 1930 йылда Ерлығаста «Октябрь юлы» совхозының бүлексәһе, 1930—61 йылдарҙа «Урал» совхозы бүлексәһе урынлаша, 1964 йылда — «Измайловский» совхозының 3-сө бүлексәһе (1997 йылдан — А.А.Заплатин исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы). Клуб, башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Ҡасаба кешеһе В. И. Плотников Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән[6].

Климаты

Климаты эҫе ҡоро йәй һәм ҡырыҫ ҡышы менән ҡырҡа континенталь. Уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме- 266 мм. Иң һалҡын айҙа (ғинуар) уртаса температура −17,9°С, иң йылы (июлдә) — 19,9°С тәшкил итә[4].

Халыҡ иҫәбе
2002[7]2010[8]
209113

Халҡы 209 кеше. (1966 йылда — 517, 1970 йылда — 337, 1983 йылда — 276, 1995 йылда 256 кеше иҫәпләнгән).

Гендер составы

2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡтың гендер структураһында ир-егеттәр 48,7 %, ҡатын — ҡыҙҙар 51,3 % тәшкил итә.

Милли составы

2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың милли структураһында башҡорттар 54 %, ҡаҙаҡтар — 35 % тәшкил итә[9].

Урамдары

үҙгәртергә

Ерлығас ҡасабаһы дүрт урам селтәренән тора[10].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
  3. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  4. 4,0 4,1 Туристический паспорт Кизильского муниципального района. Официальный сайт Администрации Кизильского муниципального района Челябинской области.
  5. Yerlygas. GeoNames.
  6. Ерлыгас
  7. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  8. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  9. Коряков Ю. Б.База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России».
  10. Регионы России → Челябинская обл. → Кизильский р-н → Ерлыгас п.