Ералиев эше — 1928 йылдың ноябрендә Адай округы етәкселәренә һәм ябай эшселәренә ҡарата ҡуҙғатылған эш.

Ералиев эше

20-се йылдарҙа Совет хөкүмәтенең сәйәси-административ саралары Маңғыстау крайы халҡының ризаһыҙлығын тыуҙыра. Төрлө һылтауҙар аҫтында, совет власына ҡаршылашыуҙа ғәйепләп, вазифаларҙан бушатылған элекке Адай өйәҙе ревкомының рәйесе Тобанияз Әлниязовҡа һәм башҡа кешеләргә ҡарата енәйәт эшен ҡуҙғатыу буйынса ҡарар ҡабул ителә. Бындай мөмкинлек 1928 йылдың 2 ноябрендә округ башҡарма комитеты рәйесенең урынбаҫары Шабден Ералиевтың командировка ваҡытында караптан эҙһеҙ юғалыуынан һуң барлыҡҡа килә.

Енәйәт Кодексының 58-се статьяһы 2-се пунктына ярашлы был эш буйынса 1930 йылдың 9 октябрендә ОГПУ тройкаһы ҡарары менән 70 кеше ҡулға алына, 61 кеше хөкөм ителә (9 кеше төрмәлә тикшереү барышында вафат була). Эш «Элекке Адай округы совет хеҙмәткәрҙәренең һәм байҙар, сауҙагәрҙәр, батша хөкүмәтенең элекке хеҙмәткәрҙәренең контрреволюцион ойошмаһы тураһында» тип исемләнә.

Яуаплылыҡҡа тарттырылғандар араһында Т. Әлниязов, С. Жубаев, Б. Килыбаев, О. Кубеев, К. Кожыков, урындағы етәкселәр — Ш. Сенбаев, К. Ҡулшаров, 11 коммунист. шулай ҙа «Ералиев эше» Маңғыстау халҡының ризаһыҙлығын баҫа алмай.

Әлеге эш1931 — 1932 йылдарҙағы көслөклө коллективлаштырыу һәм аслыҡ хәүефе менән бәйле Адай ихтилалына әүерелә. 1958 йылдың 8 мартында СССР-ҙың Юғары Судының хәрби коллегияһы Ш. Ералиевтың үлтерелеүе тураһында медицина һығымтаһының нигеҙһеҙ булыуын аныҡлай (уның кәүҙәһе юғалғандан һуң бер йыл үткәс диңгеҙҙә табыла) һәм хөкөм ителгәндәрҙең ғәмәлдәрендә енәйәт составы булмауын иҫбатлай. Атып үлтерелгән Т. Әлниязовҡа, С. Жубаевҡа һәм башҡаларға ҡарата асылған эш туҡтатыла, Ҡаҙаҡ ССР-ының Юғары суды ҡарарҙарына (8.2.1962 һәм 26.4.1990) ярашлы улар аҡлана.

  • Омаров М., Расстрелянная степь, А., 1994;
  • Омарбеков Т. 20—30 жылдардағы Қазақстан қаcipeтi, А., 1996;
  • Депортированные в Казахстан народы, А., 1998.
  • Ералиева дело // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.