Төп менюны асырға


«Енәйәт һәм яза» — совет нәфис фильмы. 1969 йылда режиссер Лев Кулиджановтарафынан Федор Достоевскийҙың[2] шул исемдәге романы буйынса төшөрөлгән

Енәйәт һәм яза
Атамаһы Преступление и наказание
Жанр фильм-драма[d][1]
Ил Flag of the Soviet Union.svg СССР
Әҫәр яҙылған тел рус теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1970
Режиссёр Лев Александрович Кулиджанов[d][1]
Сценарист Фигуровский, Николай Николаевич[d]
Ролдәрҙә Георгий Георгиевич Тараторкин[d]
Смоктуновский Иннокентий Михайлович
Кинооператор Вячеслав Михайлович Шумский[d]
Композитор Михаил Павлович Зив[d]
Етештереүсе компания Киностудия им. М. Горького[d]
История происходит в месте Санкт-Петербург
Оҙайлылыҡ 221 Минут
Төҫ чёрно-белое[d]

Йөкмәткеһе

СюжетҮҙгәртергә

Студент Родион Раскольников талау маҡсатында процентщица әбейҙе балта менән сабып үлтерә, енәйәт барған фатирға осраҡлы ҡайтып ингән әбейҙең һеңлеһен дә Раскольников үлтерә. Родион Раскольников үҙе эшләгән эшенән ныҡ ҡурҡа — ул ү?-үҙенә урын таба алмай. Уның апаһы Дуня, буласаҡ ирен һөймәһә лә, кейәүгә сығырға һәм ҡустыһына ярҙам итергә йыйына. Раскольниковтың «ғәжәп көслө кеше» тураһындағы теорияһы уның күҙ алдында селпәрәмә ватыла, ә ул үҙе көндән-көн шикләнеүгә һәм ныҡ ҡурҡыуға бата бара. Яҙмыш Раскольников менән фәхишәлек юлы менән ас ғаиләһенә ярҙам күрһәтеүсе Сонечка Мармеладова менән осраштыра. Тап ошо йәш ҡыҙ эшләгән ҙур гонаһы-кеше үлтереүе%өсөн язаланғын Родионды үҙ ғәйебен танырға һәм полиция участкаһына барып, үҙенең енәйәте тураһында һөйләргә ышандыра. Раскольников Себергә һөргөнгә китә, ә Сонечка уның янына каторга урынына китеп, Родион Раскольниковҡа рухи терелергә ярҙам итә.

РолдәрҙәҮҙгәртергә

  • Георгий Тараторкин — Родион Романович Раскольников
  • Иннокентий Смоктуновский — Порфирий Петрович
  • Татьяна Бедова — Софья Мармеладова
  • Виктория Федорова — Раскольникова Авдотья Романовна, Родиондың апаһы
  • Ефим Копелян — Свидригайлов Аркадий Иванович
  • Евгений Лебедев — Семен Захарович Мармеладов
  • Майя Булгакова — Катерина Ивановна Мармеладова
  • Ирина Гошева — Пульхерия Александровна Раскольникова, Родиондың әсәһе
  • Владимир Басов — Лужин Петр Петрович
  • Александр Павлов — Разумихин
  • Елизавета Евстратова — Алена Ивановна
  • Соколова Любовь — Лизавета
  • Инна Макарова — Настасья
  • Валерий Носик — Заметов
  • Юрий Медведев — Лебезятников Андрей Семенович
  • Евгений Лазарев — Зосимов
  • Юрий Саранцев — поручик Порох
  • Юрий Волков — Никодим Фомич
  • Константин Адашевский — извозчик
  • Николай Афанасьева — түрә
  • Анатолий Абрамов — дворник
  • Владимир Васильев — шарманщик
  • Евгений Гурова — ресторанға килеүсе
  • Сергей Никоненко — Николай
  • Владимир Носик — трактир хеҙмәтсеһе
  • Петр Репнина — доктор
  • Дзидра Ритенберга — Луиза Ивановна
  • Виктор Рождественский — дин әһеле
  • Николай Романов — түрә
  • Рыжов Иван — Тит Васильевич, эшсе
  • Эрика Ферда — Амалия Ивановна
  • Виктор Чекмарев — мещан, Порфирий Петровичтың ярҙамсыһы
  • Анатолий Яббаров — ҡунаҡ
  • Белокуров владимир — трактирсы (титрҙарҙа юҡ)

Ижади төркөмҮҙгәртергә

  • Сценарий авторҙары: Лев Кулиджанов, Николай Фигуровский
  • Режиссер: Лев Кулиджанов
  • Оператор: Вячеслав Шумский
  • Рәссам: Петр Пашкевич
  • Композитор: Михаил Зив
  • Тауыш режиссеры: Дмитрий Белевич

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 http://www.imdb.com/title/tt0064839/
  2. Преступление и наказание (1969). Телеканал "Культура". Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 февраль 2012.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә