«Ел» ― хикәйә, урыҫ совет яҙыусыһы Михаил Александрович Шолохов 1927 йылда яҙған.

Ел
Атамаһы Ветер
Сәнғәт формаһы роман
Жанр художественное произведение об истории[d]
Автор Шолохов Михаил Александрович
Нәшер ителеү ваҡыты 1927

Баҫма тарихы

үҙгәртергә

«Ел» хикәйәһе тәүге тапҡыр «Молодой ленинец» гәзитенең (4 июнь, 1927 йыл) 124-се һанында баҫылған. М. А. Шолохов хикәйәләр йыйынтығында баҫылмаған. Беренсе тапҡыр «Книжное обозрение» гәзитенең 51-се һанында 1986 йылдың 19 декабрендә ҡабатлап баҫылған. Яҙыусының әҫәрҙәр йыйынтығына индерелмәгән. Тәүге тапҡыр авторҙың 9 томлыҡ әҫәрҙәр йыйылмаһының 8 томына индерелгән. (М., 2002). Төҙөүсеһе һәм мөхәррире — В. В. Васильев. Беренсе баҫма буйынса нәшер ителә.

«Книжное обозрениела» ҡайтанан баҫҡанда П. В. Бекедин:

  ...некоторые моменты рассказа «Ветер» (Турилин и его сестра) вызывают в нашей памяти сцены, рисующие столкновения Митьки Коршунова с сестрой Натальей, Аксиньи Астаховой с отцом...  

М. А. Шолоховтың оло ҡыҙы Светлана Михайловнаның әйтеүенсә, яҙыусы «бик ҡәтғи рәүештә әҫәрҙе ҡайтанан баҫтырыуға ҡаршы тора. Сәбәбе — үҙе яҙған геройҙың бик ныҡ патологиялы биологик һәләттәре булыуҙа тора»[1].

Г. С. Ермолаев әҫәрҙә совет әҙәбиәтенә хас булмаған үҙен-үҙе кәмһетеп ҡарау һәм үҙен-үҙе йәлләү арҡаһында килеп сыҡҡан патологиялы ҡатылыҡты күрә. Ул Турилиндың менталитет үҙенсәлектәрен геройҙың аҡыл торошо, уның яҡшыны ямандан айыра белмәүе менән аңлата.

  Он считает само собой разумеющимся то, что ему позволительно всё доставляющее ему удовольствие...[2].  

«Елдең» психологик коллизияһының ҡатмарлығы тураһында С. Г. Семёнова ла яҙа.

  В этом рассказе нет впрямую ни войны, ни гражданского противостояния, но есть жертва; нет распалённой, классовой идейной ненависти, т.е. идеологической мотивировки поведения героя, но есть экзистенциального-патологическая ситуация, есть, может быть, ещё более страшный и в чём-то более безнадёжный случай со своей "законной" для самого безногого вывороченной логикой, случай глубинного естественного ущерба человека, где свивается обида, отчаяние, циничный вызов, извращение, зло...[3].  

Әҫәрҙең төп геройы, яңғыҙ казак Харитон Турилин үҙенең йортонда төнгөлөккә йоҡларға ҡалған юлсы уҡытыусыға үҙенең «артыҡ күңелле тормошо» тураһында һөйләй. Аҡтар менән Ҡара диңгеҙгә сигенгән саҡта ул ике аяғын да туңдырып инвалид булып ҡала. Латыш-комиссар уға тыуған утарына ҡайтырға ярҙам итә, ләкин «бер төрлө, ялҡытҡыс тормош» геройҙы ныҡ йонсота. Үҙенең әсе яҙмышына асыуы килгән Харитон үҙенең бер туған һеңлеһен көсләй, шунлыҡтан тегеһе утарҙы ташлап сығып китә, ә Харитон ҡараңғы тормошта япа-яңғыҙ тороп ҡала.

Персонаждар

үҙгәртергә
  • Головин ― Задонский утары уҡытыусыһы, район уҡытыусылар съезынан ҡайтып барғанда Турилин утарында төнгөлөккә ҡунырға ҡала.
  • Хужа ― Турилин утарында йәшәүсе аяҡһыҙ инвалид, үҙ йортонда ҡунырға ҡалған бөтөнләй ят уҡытыусы Головинға үҙенең тормош тарихын һөйләй.

Cығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шолоховская энциклопедия/ Колл. авторов; глав. ред. Ю. А. Дворяшин; вступ. ст. М. М. Шолохов. — М.: Издательский дом «СИНЕРГИЯ», 2013. — 1216 с.: ил. ISBN 978-5-94238-022-9

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Шолохов М. А. Донские рассказы, М., 2008. ― С. 478
  2. Михаил Шолохов и его творчество. СПб., 2000. ― С. 30
  3. Мир прозы Михаила Шолохова. От поэтики к миропониманию. М., 2005. ― С. 48

Һылтанмалар

үҙгәртергә