Елән
Елән (урыҫса зилян) — Ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙ ҙа кейгән. Еңле, мамыҡ һалмай тегелгән эслекле, киң таралған оҙон кейем. Бишмәт, кәзәкей, камзул, күлдәк өҫтөнән елбәгәй йә ҡаптырма менән эләктереп кейгәндәр. Ғәҙәттә кешелеккә, байрамдарға кейә торған кейем, ҡалымға ла һалғандар. Мари, татар, сыуаш халыҡтарында ла булған.
Тегелеше
үҙгәртергәИрҙәр өсөн билһеҙ итеп, тура төшөрөп, ҡараһыу, кер күтәрмәле төҫтәрҙәге мамыҡ, ебәк, бәрхәт, атлас туҡымаларҙан теккәндәр. Еңдәрен, итәген, салғыйын уҡа менән ситләгәндәр, ҡыҙыл, ҡомас төҫлө туҡыманан биҙәк һалғандар.
Ҡатын-ҡыҙ еләне билләп, итәге аҫҡа табан киңәйтеп тегелгән. Асыҡ төҫтәге бәрхәттән, ебәктән, ҡара сатиндан теккәндәр. Түш-яурынына, бөйөрҙәренә уҡа-суҡ, тәңкә-мәрйен таҡҡандар. Еңенә, итәгенә, салғыйына ҡыҙыл, йәшел, күк төҫтәге туҡымаларҙан семәрләп биҙәк һалғандар, уҡа, тәңкә теккәндәр. Өсмөйөшләп яурынса беркетеп, ҡабырсаҡ менән биҙәгәндәр.
Елән төрҙәре
үҙгәртергә- Атлас елән
- Батышай елән
- Бәрхәт елән
- Ебәк елән
- Ҡытат елән
- Уҡалы елән
- Әҙрәс елән
-
Фәхретдин Өмөтбаев (1831—?) — башҡорт-мишәр ғәскәре сотнигы. Уның өҫтөндә елән.
-
Фәхретдин Өмөтбаев Император Николай Икенсенең тәхеткә ултырыу тантанаһында. Зичи М.А. 1856
-
Император Александр Икенсенең тәхеткә ултырыу тантанаһында башҡорттар ыласын һунары күрһәтә. Ф. Рубо. 1880-се йылдар
-
Елән кейгән ҡатын
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шитова С. Н., тәрж. Д.К. Үзбәков. Елән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964.
- Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Мәскәү: «Русский язык», 1993. 1-се том — 319-сы бит.
- Башкиры: Этническая история и традиционная культура. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2002.
- Женская одежда северных башкир // Археология и этнография Башкирии. Т. I. Уфа, 1962.
- Казбулатова Г. Х. Историческая память и символика костюма // Ватандаш. — № 3, 2005.
- Костюм татар и башкир Урала 2013 йыл 16 декабрь архивланған.//Народное искусство Урала. Традиционный костюм, ред.-сост. А. А. Бобрихин. Екатеринбург, 2006.
- Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006.
- Шитова С. Н. Башкирская народная одежда. — Уфа: Китап, 1995.