Елизавета паркы (Таганрог)
Елизавета паркы — Таганрогтағы элекке ҡала паркы. Император Александр I һәм уның ғаиләһенең яратҡан ял итеү урыны. Хәҙерге ваҡытта парк территорияһын авиация предприятиеһе — Г. М. Бериев исемендәге Таганрог авиация фәнни-техник комплексы (Г. М. Бериев исемендәге ТАВИА һәм ТАФТК) биләй.
Елизавета паркы | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 2,5 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1825 |
Урынлашыуы | |
47°11′59″ с. ш. 38°52′52″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Ҡала | Таганрог |
Елизавета паркы Викимилектә |
Елизавета паркына 1825 йылдың көҙөндә нигеҙ һалына, император ғаиләһенең милкендә була. Александр I ҡатыны Елизавета Алексеевна хөрмәтенә аталған. Парк Таганрог территорияһының Карантин тип аталған бер өлөшөн биләй. Паркты эшләтеү өсөн Александр I Англиянан баҡсасы Грейҙы саҡыртып ала, ул карантин баҡсаһын киңәйтә һәм унда ағастар ултыртып сыға. Парктың йүкә, дардар, саған ағастарынан торған буйға һуҙылған киң аллеяһы һәм парктың ҡапҡаһынан алып эскәмйәләр торған түңәрәк майҙансыҡ урынлашҡан ярлауға тиклем һуҙылған арҡыры аллеяһы бар. Ярлау буйлап сирень ҡыуаҡтары ултыртылған. Парк майҙаны яҡынса 2,5 га тәшкил итә. 1826 йылдың яҙында Елизавета Алексеевна Таганрогтан китер алдынан паркты ҡала ҡарамағына тапшыра, парк Таганрог халҡына ял итеү өсөн асыла. Таганрогта император ҡушағаһы булыу иҫтәлеге итеп паркта матур «Император беседкаһы» урынлаштырыла. Паркта яҙыусы Антон Павлович Чехов булған, был урынды ул «Уттар» повесында һүрәтләй.
Тарихы
үҙгәртергәЕлизавета паркын булдырыу тарихы император Александр I менән бәйле, уға Таганрог Карантины районында диңгеҙ күренеше бик оҡшай. Беренсе тапҡыр ул бында 1818 йылдың майында була. 1776 йылда Екатерина II бойороғо буйынса төҙөлгән Азов буйындағы төп Карантинды ҡарағандан һуң, Александр I уны Европала иң яҡшыһы тип атай. Ул осорҙа Петруша моронона яҡын, Качатов һыҙаһы эргәһендә, морондоң көнбайыш өлөшөндә Карантин территорияһы кибеттәре, ҡунаҡханаһы, медицина пункты һәм башҡа хеҙмәттәре булған ҙур булмаған ҡасаба була.
1825 йылда икенсе тапҡыр килгәнендә, баҡса парк сәнғәтен яратыусы Александр I, Таганрогта Карантин эргәһендә яңы баҡса төҙөү өсөн территория ҡарап ҡуя. Император үҙе баҡсаның планын һыҙа. Оҡшаған ерҙә булған ҙур булмаған Карантин баҡсаһы ике тапҡырға киңәйтелә һәм яңы ағастар ултыртыла, баҡсаның майҙаны яҡынса 2,5 га тәшкил итә. Баҡсала ҙур үҙәк аллея һалына, ярлау өҫтөндә тарыраҡ аллея була. Унда сирень үҫә. Тағы ла бер арҡыры аллея баҡса ҡапҡаһынан башланып, ағас эскәмйәләр торған түңәрәк майҙансыҡлы ярлау өҫтөндә тамамлана. Баҡсала төрлө төрҙәге 2 мең тирәһе ағас ултыртыла. Баҡса кәрәк-ярағы һәм уның үҫеше өсөн Александр I ҡалаға 11500 һум аҡса бирергә һәм артабан уны тәрбиәләп тороу өсөн йыл һайын алты мең һум аҡса түләргә бойора. Баҡсаны ҡаҙнаныҡы тип атай башлайҙар, унда бер нисә мең сейә ағасы ултырталар, ә беседкаға илтеүсе төп аллеяла сәтләүек ағастары ултырталар.
Батша ғаиләһе Карантингә барырға һәм нигеҙ һалынған баҡсаны ҡарап йөрөргә ярата. Александр I Таганрогта вафат булғандан һуң (1825 йылдың 19 ноябрендә) уның тол ҡатыны император ҡатын Елизавета Алексеевна элеккесә Карантинға барып йөрөй. Уның күптән түгел император менән бергә ял иткән ярлау өҫтөндәге эскәмйәлә ултырғанын йыш күрәләр. 1826 йылдың мартында, Таганрогты ҡалдырып киткәндә, Елизавета Алексеевна батша ғаиләһе милке булған Карантин баҡсаһын ҡалаға тапшыра. Шул ваҡытта уҡ, ҡала башлығы А. И. Дунаев тәҡдиме буйынса, баҡса Елизавета паркы тип атала. 1844 йылда ҡала баҡсаһында, ул шулай атала башлай, тут ағасы заводы төҙөйҙәр, ул ҡалала ебәкселек үҫеше нигеҙе булып китә. 1862 йылда урындағы архитектор Трусов махсус рәүештә, Таганрогҡа тәхет вариҫы килеүгә, баҡса өсөн ағас семәрле беседканың проектын төҙөй. Баҡса комитеты ағзаһы Аргиропуло эшләгән беседка халыҡ алдында «юғары дәрәжәлә нәфис, еңел, нәзәкәтле» булып килеп баҫа, уны ниңәлер «ҡытай» тип хөрмәтләп атай башлайҙар. Беседка император ҡушағаһы (Александр I һәм Елизавета Алексеевна) бюстары менән ослап ҡуйылған. Беседканы А. П. Чехов үҙенең «Уттар» хикәйәһендә һүрәтләй: «…ул яр ситендә, ярлауҙың тап өҫтөндә тора, һәм унан диңгеҙ бик яҡшы күренә…».
1863 йылдың 14 авгусында беседкала Александр II улы, егерме йәшлек вариҫ Николай Александрович ҡатнашҡан тантаналы аш мәжлесе ойошторола.
1896 йылдың 18 авгусында тарихи иҫтәлекле урын булып киткән беседка тулыһынса янып юҡҡа сыға. Пожар киске сәғәт унда ҡолап төшкән янып торған кәрәсин лампаһынан сыға.
XIX быуаттың һуңғы өсөнсө өлөшөндә Елизавета баҡсаһы ҡала халҡының яратҡан ял итеү урынына әйләнә, бында үҙенсәлекле курорт зонаһы барлыҡҡа килә: элекке Карантин ҡаралтылары дача итеп бирелә, яр буйында һыу инеү урындары эшләнә. Ҡаланан паркка тирәләп тирәктәр ултыртылған юл илтә. Был аллеяның ҡалдығы — хәҙерге Смирнов скверы. 1906 йылдың революцион рухлы көндәрендә баҡсала эшселәрҙең сығыштары була. 1906 йылдың 10 июлендә киске сәғәт унда ҡала баҡсаһында меңләгән эшселәр төркөмө оркестрҙан «Марсельеза»ны башҡарыуҙы талап итә. Музыканттар ҡурҡыуҙан тырым-тырағай ҡаса, ә ял итеүселәр тиҙ генә баҡсаны ташлап китә башлайҙар. Революцион кәйефтә булған эшселәр, полиция яғынан тыйыуҙар булыуға ҡарамаҫтан, музыка эстрадаһынан шунда булғандарҙы дәүләт думаһын таратырға һәм ҡораллы күтәрелешкә саҡыра башлайҙар. Аҙаҡ ҡыҙыл байраҡ тотоп баҡсаны ҡалдырып китәләр һәм «Марсельезаны» йырлап Греческая урамы буйлап йүнәләләр.
1910 йылда В. И. Кулик баҡсала «Яңы хыял» кинотеатры аса, ә 1913 йылда, хәҙер инде хужаһы икенсе булған «Аполло» кинотеатры эшләй. 1910-сы йылдарҙа баҡса ташландыҡ хәлгә килә, баҡсаны тәртиптә тотҡан элекке арендаторҙар эштән ситләштереләләр. 1916 йылда парк территорияһының бер өлөшөн «В. А. Лебедев һәм К» акционерҙар йәмғиәтенә һаталар. Ул бында Антанта аҡсаһына авиация заводы төҙөй. Ошоноң менән Елизавета паркы йәшәүҙән туҡтай.
Хәҙерге ваҡытта был ҡаланың авиация предприятиеһы — Г. М. Бериев исемендәге Таганрог авиация фәнни-техник комплексы территорияһы.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Таганрог энциклопедияһы, 2-е изд., Таганрог, 2003
- Таганрог ҡалаһы тарихы, П. П. Филевский, Мәскәү, 1898
- Таганрогта Чехов урындары. Путеводитель. Таганрог, 2004
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Карантин 2016 йыл 4 октябрь архивланған.
- Сад у моря… 2017 йыл 10 ғинуар архивланған.
- Елизаветинский парк 2017 йыл 2 ғинуар архивланған.. Памятные места Таганрога.
- Памятники истории и архитектуры Таганрога 2017 йыл 2 ғинуар архивланған.