Екатеринбург заводы
Екатеринбург заводы — Рәсәй дәүләте Екатеринбург ҡалаһында нигеҙ һалған һәм 1723—1808 йылдарҙа сафта булған тарихи суйын ҡойоу, тимер эшкәртеү, баҡыр иретеү механик заводы. Уралда Иҫәт йылғаһында завод төҙөү өсөн быуа булдырыла, һәм шул быуа тирәһендәге ерҙәр ҡала тарихы менән тығыҙ бәйле, хәҙерге ваҡытта ул ҡаланың тарихи үҙәге булып тора.
Екатеринбург заводы | |
Тармаҡ | Ҡара металлургия |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1723 |
Нигеҙләүсе | Дәүләт ҡаҙнаһы[d] |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Административ-территориаль берәмек | Екатеринбург |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Екатеринбург, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы |
Продукция | тимер һәм Суйын[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1808 |
Һуңыраҡ бында төҙөлә | Екатеринбургский монетный двор[d] |
Екатеринбург заводы Викимилектә |
Төҙөлөү тарихы
үҙгәртергә1720 йылдың 30 декабрендә Уктус заводына Василий Татищев, килә. 1721 йылдың 2 ғинуарында, В. Татищев, Уктус заводы быуаһының көсһөҙ икәненә аңлағас, заводты яңы урынға күсереү хаҡында ҡарар ҡабул итә. Йылға буйында яңы завод төҙөләсәк урында һайлайҙар Иҫәт йылғаһы өҫкө ағымынан Уктус заводынан 6 саҡрым алыҫлыҡта, завод идарасыһы Тимофей Бурцев, әсирлеккә алынған швед офицерҙары — бомбардир И. Шульц һәм ротмистр П. Шенстрем, шулай уҡ плотина оҫталары И. Мелентьев һәм Ф. Михайлов, өйрәнсек С. Черепанов, мәғдән мастеры Р. Бабин төҙөләсәк яңы заводҡа урын һайлайҙар. Тәүге исеме Иҫәт заводы[1].
1721 йылдың 6 февралендә В. Татищев Иҫәт йылғаһы буйында 4 домналы һәм 40 крица сүкешле суйын ҡойоу һәм тимер эшкәртеү заводын төҙөү тураһында ғариза бирә, һуңынан заводтың проект ҡеүәте кәмей. 1721 йылдың март айында Уктус заводыныҡы тип күрһәтелгән приписанные крәҫтиәндәр буласаҡ завод майҙансығын таҙарта, торлаҡ буралай башлай, үҙ иректәре менән эшләргә теләгән балта оҫталарын һәм башҡа төрлө эшселәрҙе йыйыу башланды. 1721 йылдың 23 майында Берг-коллегия яңы завод төҙөүҙе кире ҡаҡты, 1722 йылдың авгусында В. Татищев эштән бушатыла һәм Петербургка саҡыртыла, уның урынына Вильһельм Һеннин тәғәйенләнә[1]. Проект менән урында танышҡандан һуң, 1722 йылдың 17 декабрендә Иҫәт йылғаһында завод төҙөлөшөн яңыртыу тураһында Берг-коллегияға ғаризнамә тапшыра, ә 1723 йылда 17 февралендә яңы завод проектын тәҡдим итә[1].
1723 йылда йылғаһы буйында Иҫәт йылғаһы ярында завод төҙөлөшө яңыртыла. Төҙөлөшкә В. Г. Һеннин менән килгән Олонецкий заводынан сит ил белгестәре, мастерҙары һәм подмастерьелары, Демидов заводының 58 оҫта, Каменский заводынан 97 оҫта, Тобольск һәм Алапаевский заводтарынан оҫталар йәлеп ителә. 1723 йылдың 27 февралендә төҙөлөшкә капитан Я. Кралевич батальоны, ә 1723 йылдың 25 мартында батальоны майор И. Бриксһаузендың икенсе батальоны һәм тотҡондар килә. 1723 йылдың 3 мартында һалдаттар казармалары төҙөлә башлай, һәм 1723 йылдың 12 мартында ҡәлғә валы, соҡоро һәм бастионы булған Екатеринбург ҡәлғәһенә нигеҙ һалына. 1723 йылдың апрелендә завод быуаһы төҙөлә башлай, ә 1723 йылда домна мейесе һалына. Төҙөлөшкә етәксеһе ярҙамсыһы. Һенниндың иптәштәре, артиллерия кондукторҙары Н. Г. Клеопин һәм К. А. Гордеев етәкселек итә, заводҡа теркәлгән крәҫтиәндәр етәксеһе земство комиссары тубыл дворяны С. К. Неелов була. Был февраль—май һәм сентябрь, 1723 йылдың февраль—майында һәм сентябрь— ноябрендә төҙөлөштә В. Татищев та ҡатнаша[1]
Бөтә производство һәм торлаҡ биналары, Обер-Бергамт бинаһы, Екатерина сиркәүе өҫтәренә пушка ҡоролған тура дүрт мөйөшлө алты бастионлы һәм дүрт ярым бастионлы ҡәлғә эсендә урынлашҡан, ҡәлғә ер вал, соҡор, алғы баҡса (палисад) менән уратылған[1].
1723 йылдың 7 (18) ноябрендә сүкеш фабрикаһы эш башлай, таҫмалап ҡырҡылған тимерҙең беренсе партияһы сүкелә. 1723 йылдың 26 ноябре (7 декабрь), изге Екатерина көнөндә, заводты тантаналы асыу ойошторола. 1724 йылдың 5 (16) ғинуарында баҡыр иретеү, ә 1724 йылдың авгусында суйын ҡойоу эштәре башлана[1].
1734 йылда Иҫәттең уң ярында 8,5 метр бейеклегендә ике домна мейесе, тимер киҫеү, ҡалай, баҡыр иретеү, баҡыр һауыт-һаба етештереү, ҡойоу маҡсатында ҡулланылған мехтар әҙерләү, крица горндары һәм ҙур сүкешле, мәғдән үртәү цехтары, уларҙан һуң — завод контораһы, мәғдән лабораторияһы, архив һәм төрмә урынлашҡан; һул ярына — тимер таҡталар етештереүсе таҡта, «туҡмаҡ» сүкештәре етештереүсе туҡмаҡ, ҡурғаш йүгертеү, икенсе ҙур сүкешле (кричный), сым, ҡорос, уклад сығарыу буйынса уклад, якорь, тимерлек, ағас (бысыу) һәм он тарттырыу тирмәне, артабан — завод госпитале[1] урынлашҡан.
Завод эргәһендә 50 уҡыусыға иҫәпләнгән тау-завод мәктәбе асыла.
1737 йылда заводта янғын сыға. 1737 йылдан завод, домналарын туҡтатып, суйынды Үрге Иҫәт заводынан, ә 1758 йылдан Каменский заводынанала башлай. 1735 йылда аҡса етештереү базаһында Аҡса һуғыу йорто айырылып сыға, 1769 йылда ул, етештереү һәм цехы менән бергә, Тәңкәләр экспедицияһына тапшырыла. 1738 йылда таш киҫеү етештереүе нигеҙендә таш киҫеү оҫтаханаһы барлыҡҡа килә, 1765 йылда ул Төҫлө таштар экспедицияһы ҡарамағындағы Екатеринбург ҡырлау фабрикаһына тапшырыла. Төҫлө таштар экспедиция тикшеренеүҙәр алып барыла. 1766 йылда ике алтын йыуыу цехы Алтын етештереү буйынса тау экспедицияһына тапшырыла. 1769 йылда заводта баҡыр иретеү етештереүе туҡтатыла. 1800—1805 йылдарҙа завод етештереүе нигеҙендә Л. Ф. Сабакин (Екатеринбург механик ҡаҙна фабрикаһы)[1] механик оҫтаханаһы барлыҡҡа килә.
1808 йылда Екатеринбург заводы ябыла, ә цехтары һәм ҡорамалдары Екатеринбург аҡса һуғыу йорто[1] ихтыяжына яраҡлаштырылып ҡоролған. Бөгөн завод цехтары урынында Тарихи сквер, һәм унда Урал архитектураһы һәм сәнәғәт техникаһы музейы, Екатеринбург һынлы сәнғәт музейы, Һыу ебәреү манараһы һәм ҡала быуаһы урынлашҡан.
Завод ҡорамалдары
үҙгәртергә1723 йылдың мартынан 11 сентябргә тиклем 3 саҡрым оҙонлоғондағы, яҙғы үрсем өсөн тәғәйенләнгән һәм ике ярыҡ уйылған, оҙонлоғо 211,1 метр, киңлеге метр 42,7 метр, бейеклеге 6,4 метр бейеклегендәге, быуа ҡорола, һуңыраҡ бут менән көпләнә һәм бут менән түшәлә. 1726 йылда ағымынан 2,5 саҡрым өҫтәрәк Үрге Иҫәт быуаһын барлыҡҡа килтергән запас быуа ҡорола. Ике домна мейесе, ҙур сүкеш фабрикаһы, ҡорос уклад һәм ҡорос фабрикалары, баҡыр иретеү фабрикаһы, баҡыр таҙартыу фабрикаһы һәм башҡа производство биналары төҙөлә[1].
1724 йылда был ике домна мейесе, 14 крица сүкеше (кричный), таҡтаға әйләндереү (досчатый), йәйеү (плющильный), уклад, ҡорос, якорь, сым, ҡаҙаҡ (сөй) фабрикалары, пушкалар быраулау машиналары, киҫеү станоктартары, домналарға шихта биреүсе күтәреү машинаһы, баҡыр иретеү һәм баҡыр таҙартыу мейестәре менән бергә, баҡыр иретеү фабрикаһы, лаборатория, һәм башҡа ярҙамсы цехтар һәм оҫтаханалар, он тарттырыу һәм ағас бысыу тирмәндәре эш башлай[1].
1726 йылда квадрат баҡыр тәңкәләр — «платтар» (плита, пластина) етештереүсе Аҡса һуғыу («Платный») һарайы эш башлай, ә 1728 йылда артабан Мәскәүҙә Аҡса һуғыу йортонда тәңкә һуғыу өсөн ҡулланылған баҡыр түңәрәктәр етештергән. 1726 йылда таш киҫеү етештереүе, 1727 йылда — туҡмаҡ фабрикаһы, 1728 йылда — еҙ һауыт-һаба фабрикаһы, 1729 йылда — ҡалай һәм тишек уйыу фабрикаһы, ҡыңғырау ҡойоу фабрикаһы, 1733 йылда — тимерлек фабрика эш башлай[1].
1730-сы йылдарҙа заводта 50 юғарынан һуғыусы (верхнебойный) һыу тәгәрмәсе, 22 ҙур сүкеш, 107 һауа өрҙөрөүсе мех, 10 сым станы, пушка-быраулау, прокат һәм киҫеү станы, бысыу тирмәне булған. Быуа секундына 250—500 литр энерия ҡеүәте биргән 1790 -сы йылдарҙа (икәү урынына) 5 крица ҙур сүкеше эшләгән, бер аҙ ваҡытҡа ғына баҡыр етештереү тергеҙелә[1].
Пермь берг-инспекторы П. Е. Томилов мәғлүмәте буйынса, 1808 йылдың ғинуарында Екатеринбург заводының ике яҡтан таш менән көпләнгән, 221,9 метр оҙонлоғондағы, өҫтәрәк 78,9 метр киңлегендәге, үрге яҡта — 53,3 метр, бейеклеге 8,5 метр тәшкил иткән быуаһы булған. Уң яҡ ярҙа 13 боевой һәм 2 мех тәгәрмәстәре ярҙамында эшләүсе 11 горны һәм 10 сүкеше булған, һәм ул «немец ысулы» буйынса йылына 40-50 мең бот тимер таҫма етештергән. Ошо уҡ цехта эшкә яраҡлы булмаған ҡорамалдар (6 баҡыр иретеү мейесе, шплейзофен һәм штыковой горн) торған. Быуаның һул ярындағы таш цехта ҡырлау һәм шымартыу фабрикаһы, ағас бысыу тирмәне урынлашҡан. Икенсе таш цехта ҡаҙаҡ (сөй) һәм етештереү өсөн киҫеү фабрикаһы, тәгәрмәс һәм ҡулса тимере етештереү өсөн йәйеү фабрикаһы, тимерлек, ике алтын йыуыу (ике һыу тирмәне ярҙамында алтын ҡомон йыуыу эшен башҡарған ике толчея һәм 16 пест)[1] урынлашҡан.
Заводтың быуаһы
үҙгәртергәХәҙерге көнгә тиклем Екатеринбург заводынан бүрәнә бура эсенә таш һәм һайланма балсыҡ тултырып яһалған һәм, һыу ағымы тәгәрмәстәргә йүнәлтелгән ике ағас ағыҙғыс тоташтырылған уртала һәм ике яҡ ҡабырғаһында уйымлы, быуаһы һаҡланған. Быуаны Невьян заводының плотина мастеры Л. Злобин проектлаштырған. 1830-сы йылдарҙа быуа М. П. Малахов проекты буйынса киңәйтелә, ә 1886 йылда унда бюсы ҡуйылған сквер асыла һәм Пётр I һәм Екатерина I батшаларҙың бюсы ҡуйыла (1917 йылда был бюстар Ҡала быуаһына ырғытыла). 1958 йылдың 11 мартында П. П. Бажов бюсы ҡуйыла. 1972—1973 йылдарҙа Ю. П. Сердюков проекты буйынса быуа яңынан киңәйтелә һәм гранит менән көпләнә, терәү стенаһына барельефтар ҡуйылған, ә ситенә урал металлургтарының оҫталығын кәүҙәләндергән скульптуралар урынлаштырылған. 1998 йылда быуаның ҡабырға уйымы аша Тарихи музейҙың түбәнге террасаһынан өҫкө майҙансығына үткәүел эшләнә[2].
Екатеринбург заводының госпитале
үҙгәртергәШулай уҡ беҙҙең көндәргә тиклем Екатеринбург заводының (Воеводин урамы, 5) госпиталь бинаһы (богадельня) килеп еткән. Таш госпиталь эске ихата формалаштырыусы дүрт корпустан (төньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш, көньяҡ, көньяҡ-көнбайыш) тора. Төньяҡ-көнсығышында госпиталь үҙе, корпусы, төньяҡ-көнбайышында — аҡса һуғыу экспедицияһы, көньяҡ өлөшөндә — дарыухана, көньяҡ-көнбайышында — пробиркалы лаборатория һәм тире эшкәртеү бүлмәһе урынлашҡан. Шулай уҡ завод төрмәһе була. 1749 йылда был бинала ҡалала тәүге театрлаштырылған тамаша үткән.
Корпустарҙың ике төньяҡ фасадф араһында сығыу урыны булған өсмөйөш фронтонлы дүрт колонналы портик урынлашҡан, әммә корпустарҙы 1830-сы йылғы яңынан һүтеп ҡороу эштәренә бәйле, бейек барокко ҡыйығы алып ташлана, ә сығыу-үтеү урындары яңыртыла. Бинала биш инеү-сығыу урыны (көнсығыш яҡтан икәү, төньяҡтан — икәү һәм көньяҡтан — берәү). 1867 йылда ҡала һәм мещан йәмғиәттәре ҡарары буйынса бинала богадельня (туғандары булмаған ҡарттар өсөн приют) ойошторола. 1895 йылда көнбайыш өлөшөнөң икенсе ҡатында Никольский йорт сиркәүе урынлаша, ә 1899 йылда архитектор Ю. О. Дютель проекты буйынса сиркәү өҫтөнә ҡыңғыру ҡуйыла. Әлеге ваҡытта бинала Екатеринбург һынлы сәнғәт музейы урынлашҡан[2].
Заводта хеҙмәт итеүселәр һаны
үҙгәртергә1734 йылда завод хеҙмәткәрҙәре һаны тәшкил 611 кеше (233 — крепостной мастеровойҙар, 215 — һөргөнгә килтерелгән, 146 — хәрби хеҙмәт рекруттары, 3 —ирекле ялланған эшсе, 14 — сит ил белгесе һәм заводҡа беркетелгән (приписной) крәҫтиән) һәм ярҙамсы эштәр башҡарыусы дәүләт крәҫтиәндәре 5174 беркетелгән (приписной) дәүләт крәҫтиәне тәшкил иткән. 1797 йылда завод эшселәре һаны 267 кешегә тиклем кәмей[1].
Екатеринбург заводының артабанғы эшмәкәрлеге
үҙгәртергәXIX быуат башында Үрге Иҫәт металлургия заводының кеш келәймәһе баҫылған «А. Я.-Сибирь» маркаһы менән һатылған ҡыйыҡ ябыу тимере донъя кимәлендә ҙур танылыу ала. Бөйөк Британияла ҡыйыҡтары Үрге Иҫәт тимере менән ябылған йорттар хәҙерге көнгә тиклем һаҡланған.
Предприятиела Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып анизотроп ҡоросо үҙләштерелә. Бындай уңыш 1914 йылда өлгәшелә һәм заводтың эҫе мәлендә йәйелгән электр-техник металл сығарыу буйынса специалләшеүенә килтерә.
1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң, яңы динам цехы эксплуатацияға тапшырыла, уның һөҙөмтәһендә эҫе мәлендә йәйелгән электр-техник металл продукцияның төп төрөнә әйләнә. XX быуаттың 30-сы йылдары уртаһына предприятие Советтар Союзының электр-техник сәнәғәте ихтыяжын тулыһынса тәьмин итә.
1973 йылда заводта Европалағы иң ҙур һыуыҡ көйө йәйелгән трансформатор ҡоросо етештереү комплексы эксплуатацияға индерелә. Һәм предприятие һыуыҡ көйө йәйелгән электр-техник металл сығарыу буйынса специалләшә.
Хәҙерге ваҡытта Үрге Иҫәт заводының дауамсыһы — «ВИЗ-Сталь» ЯСЙ-е — Рәсәйҙә һыуыҡ көйө йәйелгән электр-техник ҡорос сығарыусы донъяның алдынғы етештереүселәренең береһе булып тора. Предприятие өлөшөнә трансформатор ҡоросо етештереүҙең рәсәй буйынса яртыһы һәм донъя буйынса 11 % тура килә[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Металлургические заводы Урала XVII-XX вв. Энциклопедия / глав. ред. Алексеев В.В.. — Екатеринбург: Издательство «Академкнига», 2001. — С. 191—194. — ISBN 5-93472-057-0.
- Свод памятников истории и культуры Свердловской области / ред. В.Е.Звагельская. — Екатеринбург: Сократ, 2007. — Т. 1. Екатеринбург. — С. 117—118, 288-289. — ISBN 978-5-88664-313-3.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Корепанов Н. В раннем Екатеринбурге (1723—1781 гг.)//СОУНБ им. В. Г. Белинского]
- История: старейший завод Екатеринбурга
- В XVIII в. был построен самый крупный в мире железоделательный завод на Исети(недоступная ссылка)
- Екатеринбургская плотинка
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 Металлургические заводы Урала XVII-XX вв. Энциклопедия / глав. ред. В.В.Алексеев. — Екатеринбург: Издательство «Академкнига», 2001. — С. 191—194. — ISBN 5-93472-057-0.
- ↑ 2,0 2,1 Свод памятников истории и культуры Свердловской области / ред. В.Е.Звагельская. — Екатеринбург: Сократ, 2007. — Т. 1. Екатеринбург. — С. 117—118, 288-289. — ISBN 978-5-88664-313-3.
- ↑ История: старейший завод Екатеринбурга