Екатеринбург Суворов хәрби училищеһы
Екатеринбург Суворов хәрби училищеһы (ЕкСВУ) —Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының урта хәрби-уҡыу йорто, тәүҙә 1943 йылдың 19 декабрендә Елец ҡалаһында «Орел СВУ-һы» исеме аҫтында (ОрСВУ) барлыҡҡа килә, 1947 йылдың сентябрендә Свердловск ҡалаһына күсерелә һәм башта «Свердловск СВУ-һы» (СвСВУ) тип атала. Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийына буйһона.
Екатеринбург Суворов хәрби училищеһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1943 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Александр Васильевич Суворов[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Екатеринбург |
Урын | Площадь Кирова[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Рәсми сайт | eksvu.ru |
Екатеринбург Суворов хәрби училищеһы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1943 йылдың авгусында СССР халыҡ комиссарҙары Советы «Немец оккупацияһынан азат ителгән райондарҙа хужалыҡты тергеҙеү буйынса кисектергеһеҙ саралар» тураһында ҡарар ҡабул итә. Хәрби Суворов училищеһы барлыҡҡа килеү тарихы тап ошо документтан башлана ла инде. Шул һуғыш йылында 9 Суворов хәрби училищеһы ойошторола, шул иҫәптән Орел училищеһы. Ул башта Орел өлкәһендәге боронғо урыҫ ҡалаһы Елецта дислокациялана. Был ҡала осраҡлы ғына һайланмай, 1146 йылда барлыҡҡа килгән ҡала үҙенең тарихы менән билдәле: унан 100 км алыҫлыҡта атаҡлы Куликово һуғышы бара, ә иң мөһиме, 1843 йылда Орелда Орел Бахтин кадет корпусы урынлашҡан була. 100 йылдан һуң Орел, ә һуңынан Свердловск хәрби Суворов училищеһы уның вариҫы булып тора.
Беренсе башлап 514 тәрбиәләнеүсе ҡабул ителә. Улар араһында фронтовик- егеттәр: разведчиктар, элемтәселәр, полк улдары, партизан отрядтары тәрбиәләнеүселәре була. Уларҙың күбеһе бомбаға тотолоу һәм оккупация, ҡайғы һәм мәхрүмлектең нимә икәнен белеү генә түгел, ә үҙҙәре немец илбаҫарҙары менән һуғышта ҡатнашҡан була. Улар үҙҙәренең батырлығы өсөн бөтөнләй балаларса булмаған, хөкүмәт наградалары ала. Дима Красников, Виталий Богданов, Владимир Валахтар, Виктор Черняк, Женя Симпур -шундайҙар. 1943 йылдың 1 декабрендә беренсе уҡыу йылы башлана. 19 декабрҙә тантаналы шарттарҙа хәрби училищеға Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ тапшырыла.
Екатеринбург Суворов хәрби училищеһы, — 1945 йылдағы Мәскәү парадында иң боронғо ҡатнашыусыларҙың береһе.
1947 йылдың сентябрендә Орел хәрби Суворов училищеһы Свердловск ҡалаһына күсерелә һәм 1948 йылдың майынан Свердловск, ә 1991 йылдың апреленән — Екатеринбург училищеһы булып китә.
1948 йылда суворовсыларҙың беренсе сығарылышы була. Алтын һәм көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән тәүге уҡыу алдынғылары барлыҡҡа килә: Чубаров Юрий һәм Тюрютиков Евгений (алтын),Чуриков Константин һәм Аниканов Владимир (көмөш). Уларҙың исемдәре, артабанғы барлыҡ уҡыуҙы тамамлаусы-медалистарҙың исемдәре кеүек үк, училище фойеһында Почет таҡтаһына индерелгән. 2012 йылға ҡарата Екатеринбург Суворов хәрби училищеһы «Уҡыуҙа айырым уңыштары өсөн» миҙалы менән 705 кеше сығарған, шул иҫәптән 306 алтын миҙал, 399 көмөш миҙал менән.
1953 йылдың май айында Свердловск хәрби Суворов училищеһы Свердловск Суворов офицерҙар училищеһына үҙгәртелә.
1954 йылда лейтенант хәрби званиеһы алып 100 кеше тамамлай.
1958 йылдың сентябрь айында 69 кешенән торған һуңғы 4-се сығарылыш була.
1958 йылдың ғинуарында училище элекке исеме кире ҡайтарылып яңынан үҙгәртелә — Свердловск хәрби Суворов училищеһы.
Беҙҙең көндәрҙә
үҙгәртергә1990 йылда Свердловск хәрби Суворов училищеһы Ҡоро ер ғәскәрҙәренең Баш командующийы бойороғо менән беренсе тапҡыр Суворов хәрби училищелары араһында иң яҡшыһы тип таныла, Почет грамотаһы һәм СССР оборона министрының күсмә призы — Александр Васильевич Суворовтың бюсы тапшырыла. Екатеринбург Суворов хәрби училищеһында тәжрибәле уҡытыусылар составы тупланған. Бөтә уҡытыусыларҙың 90%-ы юғары һәм беренсе квалификация категорияһына эйә.
Училищела 600 самаһы уҡыусы суворовсы белем ала.
Иң яҡшы суворовсылар «ЕкСВУ уҡыу алдынғыһы» билдәһе, ә иң яҡшы взвод — Рәсәй Федерацияһы геройы армия генералы В. Г. Казанцев исемендәге күсмә приз менән бүләкләнәләр.
.
Наградалары
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Юғары Баш командующийы грамотаһы — «юғары квалификациялы педагогик эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙа ҡаҙаныштары, хәрби кадрҙарҙы Ватанға патриотик рухта хеҙмәт итеүгә әҙерләү һәм тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» (2017 йылдың 1 сентябре).
Начальниктары
үҙгәртергә- Генерал-майор Кузьмин, Алексей Васильевич (1943—1945)
- Техник ғәскәрҙәре генерал-майоры Вязаничев, Аким Герасимович (1945—1946)
- Генерал-майор Афанасьев Александр Николаевич (1946—1948)
- Генерал-лейтенант Сиязов, Михаил Александрович (1948—1950)
- Генерал-майор Долгов, Иван Александрович (1950—1953)
- Генерал-майор Преображенский, Георгий Николаевич (1954—1955)
- Генерал-майор Семенов Николай Георгиевич (1955—1958)
- Генерал-майор Коберниченко, Григорий Григорьевич (1958—1960)
- Генерал-майор Данилович, Иван Антонович (1961—1962)
- Генерал-майор Тихончук, Михаил Павлович (1963—1968)
- Генерал-майор Самаркин, Степан Кузьмич (1968—1973)
- Генерал-майор Калинин, Георгий Георгиевич (1973—1976)
- Генерал-майор Гаврюшин, Григорий Васильевич (1978—1985)
- Генерал-майор Петров, Анатолий Арсентьевич (1985—1999)
- Полковник Яковлев, Владимир Станиславович (1999—2007)
- Полковник Затонацкий, Юрий Алексеевич (2007 — хәҙ. ваҡытҡа тиклем)