Ева Экеблад
Графиня Ева Экеблад (швед. Eva Ekeblad, тыумыштан Делагарди; 10 июль 1724 — 15 май 1786) — швед ғалимы, агроном, уйлап табыусы; Швед Король фәндәр академияһына һайланған беренсе ҡатын-ҡыҙ була.
Ева Экеблад | |
швед. Eva Ekeblad | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған көнө | 10 июль 1724[1][2][3] |
Тыуған урыны | Стокгольм, Швеция[1] |
Вафат булған көнө | 15 май 1786[1][2][3] (61 йәш) |
Вафат булған урыны | Лидчёпинг[d], Скараборг[d], Швеция[1] |
Атаһы | Магнус Юлиус Делагарди[d][1] |
Әсәһе | Хедвиг Катарина Лилли[d][1] |
Бер туғандары | Хедвиг Катарина Делагарди[d], Брита София Делагарди[d], Понтус Фредрик Делагарди[d], Карл Юлиус Делагарди[d] һәм Ульрик Густав Делагарди[d] |
Хәләл ефете | Клас Экеблад младший[d][1] |
Балалары | Клас Юлиус Экеблад[d] һәм Хедвиг Катарина Пипер[d][4] |
Нәҫеле | Делагарди[d] |
Һөнәр төрө | хозяйка литературного салона, землевладелец, ботаник, химик, агроном |
Эшмәкәрлек төрө | агрономия |
Ойошма ағзаһы | Швеция король фәндәр академияһы[d][5] һәм Швеция король фәндәр академияһы[d][5] |
Вики-проект | Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] |
Ева Экеблад Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәЕва Экеблад Коммерц-коллегия президенты Магнус Юлиус Делагарди ғаиләһендә тыуған. 1740 йылда граф Клас Экебладҡа кейәүгә сыға һәм артабан ете бала әсәһе булып китә[6].
1746 йылда Ева үҙенең иң танылған уйлап табыуын — бәрәңгенән он һәм алкоголь етештереү технологияһын булдыра. Уның асышы киләһе йылдарҙа аслыҡты кәметеүгә ярҙам итә. 1748 йылда ул Швед Король фәндәр академияһына һайланған беренсе ҡатын-ҡыҙ була. Шул уҡ хөрмәткә эйә булған киләһе ҡатын-ҡыҙ тик 203 йылдан һуң ғына лайыҡ була.[7].
1751 йылда Ева шулай уҡ кизе-мамыҡтан туҡыманы һәм иләнгән епте һабын менән ағартыу ысулын уйлап таба. Бер йылдан һуң шул ваҡытта косметикала ҡулланылған хәүефле ингредиенттарҙы бәрәңге бүлбеһенән яһалған он менән алмаштырыу ысулын эшләй. Имеш-мимештәр буйынса, Экеблад үҫемлектең сәскәләрен сәсте биҙәү өсөн ҡулланып, бәрәңгене рекламалай[8].
Туғанлыҡ бәйләнештәре
үҙгәртергәУның ҡустыһы Понтус Фредрик Делагарди фаворитка Хедвига Ульрика Таубеның ҡайнағаһы була.
Кесе һеңлеһенең (Хедвига Катарина Делагарди) (1732—1800) — улы Ханс Аксель фон Ферзен, эре дипломат һәм хәрби начальник була[9].
Ева Экебладтың улы — Клаес Юлиус Экеблад хәрби була һәм королева Луиза Ульрике Прусскаяның фрейлинаһы Брита Хорнға өйләнә.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Biography (швед.)
- Grevinna och uppfinnare (швед.) на сайте Personen inlagd
- http://gustav.air-nifty.com/furuya/files/wolff_2.pdf(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Eva Ekeblad f. De la Gardie (швед.) — 1917.
- ↑ 2,0 2,1 Tikkanen A. Eva Ekeblad // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ 3,0 3,1 Eva Ekeblad // GeneaStar
- ↑ Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
- ↑ 5,0 5,1 Елина О. Ю. Дамы на полях: образование и карьера первых женщин-агрономов, конец XIX — начало XX в., Ladies in the Fields: Education and Career Development of Women Agronomists, late XIX — early XX century (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2018. — Т. 10, вып. 2. — С. 67—99. — ISSN 2076-8176; 2500-1221 — doi:10.24411/2076-8176-2018-11957
- ↑ Ekeblad | Historiska personer - Historiesajten . www.historiesajten.se. Дата обращения: 10 июль 2017.
- ↑ Eva Ekeblad’s 293rd Birthday (ингл.). www.google.com. Дата обращения: 10 июль 2017.
- ↑ Eva Ekeblad f. De la Gardie - Svenskt Biografiskt Lexikon . sok.riksarkivet.se. Дата обращения: 10 июль 2017.
- ↑ I:234 (Svenskt biografiskt handlexikon) (швед.). runeberg.org (1906). Дата обращения: 10 июль 2017.