Дәүләт урман питомнигы ҡасабаһы
Дәүләт урман питомнигы — бөтөрөлгән ҡасаба. Башҡортостандың Хәйбулла районы Ивановка ауыл Советы составында була.
Дәүләт урман питомнигы ҡасабаһы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ивановка ауыл Советы (Хәйбулла районы) |
1981 йылда, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 12 февралендәге 6-2/66 һанлы «Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше буйынса иҫәп мәғлүиәттәренән алып ташлау тураһында» указына ярашлы, тораҡ пункттар исемлегенән алына. Унда былай тип әйтелә:
Халыҡтың күсеп китеүе һәм ысынбарлыҡта йәшәүҙән туҡтауы менән бәйле, Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше буйынса иҫәп мәғлүиәттәренән түбәндәге тораҡ пункттарҙы алып ташларға:… Хәйбулла районы буйынса
Ивановка ауыл Советының Дәүләт урман питомнигы ҡасабаһы
Татыр-Үҙәк ауыл Советының Ишмөхәмәт ауылы— http://bashkortostan.news-city.info/docs/sistemao/dok_keqijo.htm