Дәүләт диңгеҙ университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Адмирал Г. И. Невельский исемендәге дәүләт диңгеҙ университетыВладивосток ҡалаһында урынлашҡан юғары уҡыу йорто, диңгеҙ транспорты белгестәрен әҙерләү менән шөғөлләнә. Рәсәй Федерацияһының ҙур диңгеҙ белем биреү оойшмаһы.

Дәүләт диңгеҙ университеты
Нигеҙләү датаһы 1890
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Невельской, Геннадий Иванович[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Владивосток
Баш компания (ойошма, предприятие) Йылға һәм диңгез транспорты буйынса федераль агентлыҡ[d][1]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Владивосток, Рәсәй
Диапазон IPv4 85.95.148.32/27[2]
Рәсми сайт msun.ru[3]

Адмирал Г. И. Невельский исемендәге дәүләт диңгеҙ университеты диңгеҙ транспорт системаһына кәрәк булған бөтә профиль белгестәре әҙерләй: тәбиғи-ғилми, гуманитар, техник һәм диңгеҙ конвенцияһы йүнәлештәре буйынса. Университет Рәсәйҙә беренсе дәүләт диңгеҙ университеты ғына түгел, ә Азия-Тымыҡ океан төбәгенең алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе лә, шулай уҡ диңгеҙ белемен биргән абруйлы фәнни-методик үҙәк тәәммә абруйлы һәм ғилми-методик белем биреү үҙәге.

1870 йыл башына тотош Рәсәй империяһында коммерция флотына моряктар әҙерләгән алты ғына уҡыу йорто була: Кронштадт сауҙа диңгеҙселек ротаһы, Херсон сауҙа диңгеҙселек училищеһы, Архангельскиҙа һәм Кемда шкипер курстарҙы, Либавала навигация курстары һәм Ригала шәхси навигация училищеһы. Беренсе (шәхси) диңгеҙселәр класы — моряктар өсөн ике йыллыҡ практика — Рәсәйҙә 1864 йылдың декабрендә Рига эргәһендә Гайнаж тигән урында Х. М. Вальдемар инициативаһы буйынса барлыҡҡа килә (10 йылдан һуң улар 15 була, 25 йылдан һуң — 41).

1879 йылда Николаевск ирҙәр прогимназияһы (элекке Охотск навигация мәктәбе) Владивостокка күсерелә; 29 ноябрҙә Император Йәмғиәтенең Петербург бүлексәһе рус сауҙа диңгеҙселегенә ярҙам итеү өсөн Владивосток башлығына «шкипер һәм суднолар төҙөү бүлексәләре булған диңгеҙселек кластары асыуға булышылыҡ итеүен» һорап мөрәжәғәт итә.

1890 йылдың 14 ноябрендә Владивостокта рәсми рәүештә Александровск диңгеҙселек кластры асыла, 16 ноябрҙә уларҙа дәрестәр башлана. 1902 йылда диңгеҙселек кластары базаһында Владивосток Александ диңгезселек училищеһы асыла, һуңынан ул махсус утра уҡыу йортона әйләндерелә, 1926 йылда СССР Диңгеҙ Флоты Нарокматының Һыу техникумына үҙгәртелә. 1931 йылда уның базаһында уҡыу комбинаты булдырыла, уның составына Һыу транспорты инженерҙары институты һәм Диңгеҙ техникумы инә.

1944 йылда ГКО-ның 5311 һанлы ҡарарына ярашлы юғары уҡыу йортона үҙгәртелә һәм техник институт статусын ала, Владивосток юғары диңгеҙселек училищеһы (ВВМУ) итеп үҙгәртелә, шулай уҡ Владивосток юғары диңгеҙ инженер училищеһы йәки ВВИМУ (1958 йылдан алып), адмирал Г. И. Невельский исемендәге Алыҫ Көнсығыш юғары инженер диңгеҙ училищеһы (ДВВИМУ, 1965 йылдан), Г. И. Невельский исемендәге Алыҫ Көнсығыш дәүләт инженер диңгеҙ академияһы (ДВГМА, 1991 йылдан) тип йөрөтөлә, ә 2001 йылдан хәҙерге исемен ала (адмирал Г. И. Невельский исемендәге Дәүләт диңгеҙ университеты).

Уҡыу базаһы

үҙгәртергә
 
«Профессор Хлюстин» уҡыу судноһы
 
«Өмөт» уҡыу елкәнле судноһы

Университет составында[4]:

  • Диңгеҙ академияһы;
  • Мәғлүмәт технологиялары диңгеҙ институты;
  • Иҡтисад һәм транспортта идара итеү институты;
  • Диңгеҙ гуманитар институты;
  • Диңгеҙе яҡлау һәм шельфты үҙләштереү институты;
  • Асыҡ диңгеҙинституты;
  • Халыҡ-ара белем биреү институты;
  • Халыҡ-ара бизнес мәктәбе;
  • Вуздан һуң һөнәри белем биреү институты бар.

Рәсәй диңгеҙ университеты хәрби кафедра һаҡланып ҡалған юғары уҡыу йорттарының береһе. Буласаҡ запастағы офицерҙарҙы Хәрби-диңгеҙ флотында һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткән уҡытыусылар тәрбиәләй.

Адмирал Г. И. Невельский Дәүләт диңгеҙ университеты оҙаҡ йылдар илдең диңгеҙ тармағы өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләй. Бюджет нигеҙендә уҡыуға алынған курсанттар тулыһынса дәүләт тәьминәтендә була, шул иҫәптән кейем-һалым, йәшәү урыны һәм туҡланыу менән тәьмин ителә.

Курсанттарға 85 профессор, 300-ҙән ашыу доцент, хеҙмәттәре маҡтаулы исемдәр менән билдәләнгән тиҫтәләгән уҡытыусы һәм хеҙмәткәр белем бирә.

Күп кимәлле профессиональ әҙерлек системаһына һөнәри йүнәлештәге лицей һәм кластар, ике колледж һәм өс филиал инә, улар эшсе һөнәрҙәргә өйрәтә һәм урта профессиональ белем бирә.

Адмирал Г. И. Невельский исемендәге Дәүләт диңгеҙ университеты — төбәктең иң ҙур фәнни үҙәктәренең береһе. Фәнни мәктәптәрҙең үҫеш йүнәлеше диңгеҙ һәм транзит ташыу, углеводоро сеймалын ьүтабыу һәм ташыу, алыҫта ятҡан территорияларҙы тәьмин итеү менән бәйле. Диңгеҙ транспортының фәнни-тикшеренеү институты булдырылған. Университет флотты, судноларҙы йөрөтөү ысулдарын һәм средстволарын, судноларҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, судноларҙы ремонтлау производствоһы, судно ҡорамалдарын диагностикалауҙы техник ҡулланыуҙы камиллаштырыу буйынса эшләнмәләр әҙерләй.

20 йылдан ашыу университетта адмирал Г. И. Невельский кубогына асыҡ ишкәкле-паруслы регаттар ярышы үткәрелә, унда Приморьеның төрлө яхт-клубтары спортсылары ҡатнаша. Диңгеҙ университеты яхтасылары — крайҙағы һәм Алыҫ Көнсығыштағы барлыҡ ҙур ярыштарҙың даими ҡатнашыусылары.

Адмирал Г. И. Невельский исемендәге Дәүләт диңгеҙ университетын лайыҡлы рәүештә Приморье крайы һәм бөтә ил өсөн етәксе кадрҙар һандалы тип атайҙар. Уны тамамлаусылар араһында капитандар һәм ғалимдар ғына түгел, ә Бөтә Союз һәм Рәсәй министрлыҡтары һәм ведомстволары, Рәсәй Федерацияһының күп субъекттары етәкселәре, эре порттар һәм пароходсылыҡтар начальниктары, суднолар ремонтлау заводтары һәм оборона предприятиелары, билдәле педагогтар һәм сәйәси эшмәкәрҙәр бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=85.95.148.32%20-%2085.95.148.63&type=inetnum
  3. Google Knowledge Graph — 2012.
  4. МГУ им. адм. Г.И. Невельского. www.msun.ru. Дата обращения: 20 сентябрь 2017. 2017 йыл 20 сентябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә