Дүрт арыҫлан (фонтан)

«Дүрт арыҫлан» фонтаны (сер. Чесма «лавок Четирь») серб ҡалаһы Сремски-Карловциның Бранко Радичевич майҙанында урынлашҡан. Был Сербияның мәҙәни мираҫ объекты.

Дүрт арыҫлан
Рәсем
Дәүләт  Сербия
Карта
 Дүрт арыҫлан Викимилектә

«Дүрт арыҫлан» фонтаны 1799 йылда итальян төҙөүсеһе Джузеппе Априли тарафынан ҡалала һыу үткәргесте тамалау хөрмәтенә төҙөлгән[1].

Фонтан бер нисә тапҡыр реконструкциялауға дусар була ( 1858, 1925 һәм 2007 йылдарҙа), был турала һауыты өҫтөндәге таш табличкалар һөйләй. 1903 йылда фонтан ҡаланың иң үҙәгенә күсерелә, әлеге көндә лә шунда тора[1]. һуңғы реставрация 2007 йылда профессор Миодраг Радуловачканың шәхси аҡсаһына үткәрелгән һәм ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса Провинциаль бюро тарафынан тормошҡа ашырылған[2].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Фонтандың скульптура композицияһы ҡыҙыл мәрмәрҙән эшләнгән: өс баҫҡыслы постаментҡа һауыт урынлашҡан, уның үҙәгендә — квадрат киҫелешле колонна, дүрт яғында — күләмле дүрт арыҫландың суйын һындары, ауыҙҙарынан һыу сығып торған баҡыр торбалар һерәйеп тора[1].

Риүәйәткә ярашлы кемдә-кем мотлаҡ фонтандан һыу эсһә, Сремски-Карловциға әйләнеп ҡайта һәм бында никахлаша[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Чесма "Четири лава" у Сремским Карловцима (серб.). Покраjински завод за заштину споменика културе. Дата обращения: 31 декабрь 2018.
  2. O prof. dr Miodragu Radulovačkom (серб.). Ekološki centar „Radulovački”. Дата обращения: 31 декабрь 2018. 2018 йыл 17 декабрь архивланған.
  3. Фонтан "Четыре льва", Сербия (15 июль 2017). Дата обращения: 31 декабрь 2018.