Дэвид Пейн (ингл. David Payne, 1843—1894) — шотланд художник-пейзажисы. Пейн Дамфрисшир графлығында тыуған[1]. Ул масон ғаиләһендә тыуған, рәссам Уильям Эварт Локхарт менән бергә Аннан Академияһында белем алған. Художник булып киткәнгә тиклем Пейн маляр булып эшләгән. 1869 йылда Пейн Дерби ҡалаһына килә. 1880 йылдарҙа Дербишир графлығында бер нисә урында йәшәүе тураһында яҙма һаҡланған.

Дэвид Пейн
ингл. David Payne
Тыуған:

1843({{padleft:1843|4|0}})

Тыуған урыны:

Аннан[d], Annan[d], Дамфрисшир[d], Шотландия, Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d]

Үлгән:

1894({{padleft:1894|4|0}})

Үлгән урыны:

Шеффилд[d], Западный райдинг Йоркшира[d], Йоркшир[d], Англия, Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d]

Подданныйлығы:

Англия Англия

Викимилектә эштәре
«Йәмле йәй»

1891 йылда Королева Виктория Лондон Роад (London Road Community Hospital) дауаханаһы төҙөлә башлауға һәм Альфред Хасламдың рыцарь дәрәжәһен раҫларға Дербиға килә. Йөҙҙәрсә ат, кешеләр, һалдаттар, флагтар ҡатнашҡан тамашаны Пейн рәсемгә төшөрә. Был картина Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһында һаҡлана[1].

Пейн ауыл пейзажын һәм тромплей төшөрөүсе рәссам булып китә[1]. Уның рәсемдәре Бирмингем Корол рәссамдар йәмғиәтендә (RBSA), Ноттингем музейы һәм сәнғәт галереяһында күрһәтелә, ул Шjтландия Король Академияһы ағзаһы булып китә (RSA). Ул XIX быуаттың иң яҡшы Бирменгем хужожниктары иҫәбендә була. Пейн өйләнгән, 14 балаһы була. 1894 йылда Шеффилд ҡалаһында вафат була.

  1. 1,0 1,1 1,2 Harvest Home and Golden Corn 2011 йыл 9 июнь архивланған., David Payne, 1875