Дукмасованың утар йорто (Новочеркасск)

Дукмасованың айырым йорто — Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында Просвещение урамы, 123 адресы буйынса урынлашҡан архитектура ҡомартҡыһы һәм регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[1]. 1992 йылдың 17 декабрендәге 325-се ҡарарға ярашлы закон менән һаҡлана[2].

Иҫтәлекле урын
Дукмасованың утар йорто (Новочеркасск)
Ил Россия
Ҡала Новочеркасск, Просвещение урамы, 123
Архитектура стиле ҡыҙыл кирбесле модерн
Нигеҙләнгән XX быуат башы

Был йорт XX быуат башында төҙөлгән булған. Ул саҡта йорттоң хужаһы Е. Дукмасова була. Тарихи сығанаҡтарҙа уның тураһында ентекле мәғлүмәт һаҡланмаған. Тикшеренеүселәр йортто өйрәнгәндә, йорт ҡыҙыл кирбесле модерн стилендәге бик яҡшы сифатлы һаҡланған ҡоролма тигән һығымтаға киләләр. Урамдың буйынан буйына шул осорҙоң ғәҙәти булмаған архитектура элементтары ингән өйҙәр һаҡланып ҡалған.

Йорттоң фасады бик әҙ һандағы элементтар менән биҙәлгән. Йортҡа инә торған ишек башында аркалы мотив урынлашҡан, ишектең ян яҡтарында ярымколонналар. Шундай уҡ арка мотивы тәҙрәләрҙең дуға рәүешле йөҙлөктәрендә, йәйә һымаҡ формалы фронтондарҙа сағыла. Баш ябыуы металдан. Ишеге — ағастан, семәрле[1]. 1992 йылда йорт архитектура ҡомартҡыһы һәм регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты тип танылған[2].

Һүрәтләнеш

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә