Дуйсбург 1929
Германия шахмат союзының 26-сы конгресы 1929 йылда Дуйсбургта үтә. Турнирҙа бары тик немец шахматсылары ғына ҡатнаша. Әкренләп немец шахматының лидерҙарына әйләнеп барыусы шахматсы К. Ауэс был турнирҙа еңеү яулай. П Леонгардт та тшахмат һөйәрмәндәренә ҙур сюрприз килтерә. Ул, үҙенең ҡыйыу һөжүм яһап уйнау манераһын ҡулланып, ярыштарҙа бик тигеҙ һәм теүәл уйнай. Һөҙөмтәлә ул тотороҡло рәүештә мәрәй йыя һәм 2-се урынды яулай. 3-сө турҙа Леонгардт Вагнерҙы бер партияла еңә,был партия шахмат журналдарында баҫылып сыға (ҡара төҫтәр менән уйнаусы һөжүмдәрҙе яҡшы үткәрә; был уйын ферзь гамбитының кембридж-спрингс варианты өсөн әһәмиәткә эйә булған партия булып тора). 3-сө призер Ф. Земиш була. Турнир шахмат ветераны Ж. Мизес өсөн уңышһыҙ килеп сыға. Бынан алда үткәрелгән конгресстың бронза призеры була. Гольцгаузен элекке уңыштарына ла барып етә алмай.
Дуйсбург 1929 | |
Ваҡиға ваҡыты | 1929 |
---|
Турнир таблицаһы
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Партии турнира на сайте 365Chess