М. Журавскаяның килем йорто
М. Журавскаяның килем йорто — Мәскәүҙәге бина-иҫтәлекле урын. Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты.
М. Журавскаяның килем йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1907 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Хамовники[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27605610? |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Денежный переулок, 12 |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1907 |
М. Журавскаяның килем йорто Викимилектә |
Адресы: Мәскәү, Үҙәк административ округы, Аҡса тыҡрығы, 12-се йорт. Хамовник районы.
Мәҙәни мираҫ объекты булараҡ һаҡлана.
Тарихы
үҙгәртергәМ. Журавскаяның килем йорто 1907 йылда архитектор Адамович Владимир Дмитриевич проекты буйынса төҙөлә[2].
Әлеге ваҡытта, йорттоң биналарын Рәсәй Федерацияһы субъекттарының вәкиллектәре: Камчатка өлкәһе, Ульяновск өлкәһе һәм «Пифагор һәм К» шәхси мәктәбе биләй[2].
Архитектураһы
үҙгәртергәАрхитекторы — Владимир Дмитриевич Адамович. Килем йортоноң күп өлөшө модерн стилендә төҙөлгән. Әммә бина аттик, башҡа стилдең һыҙаттарына — инглиз готикаһы, Тюдорҙар стиленә лә эйә. Фасады керамик плитка менән көпләнгән, был готика элементтарын сағылдыра. Фасадтың ҡабырға өлөшөндә сығып торған ризалит бинаға ассиметрия бирә[2]. Мансардала рәссамдар өсөн оҫтахана була[3].
Билдәле кешеләре
үҙгәртергәБыл йортта 1918 йылдан 1922 йылға тиклем СССР һәм Рәсәй актёры, театр режиссёры Евгений Багратионович Вахтангов йәшәгән, быны мемориаль табличка иҫбатлай[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Доходный дом М. Журавской . Дата обращения: 31 май 2015.
- ↑ 3,0 3,1 Доходный дом М. Журавской . Дата обращения: 31 май 2015.
Һылтанмалар
үҙгәртергәМәҙәни мираҫ объекттары реестрына биттәр 2017 йыл 16 март архивланған..