Достоевский һәйкәле (Санкт-Петербург)
Яҙыусы Ф. М. Достоевский һәйкәле Санкт-Петербургтың Владимир майҙанында ҡаланың Үҙәк районында урынлашҡан.
Достоевский һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
В память о | Достоевский, Фёдор Михаил улы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза һәм гранит[d] |
Тарихы
үҙгәртергәҺәйкәлдең авторы — Любовь Михайловна Холина — гранит һәйкәл эскизын 1956 йылда уҡ төҙөгән һәм бер нисә йыл дауамында уның өҫтөндә эшләгән, әммә төрлө сәбәптәр менән һәйкәл ҡуйыу кисектерелгән. Тик 1988 йылдың 31 октябрендә Ленинград советы башҡарма комитеты ҡарар сығара, уға ярашлы Мәҙәниәттең Баш идаралығы, РСФСР архитекторҙары һәм рәссамдары союзының Ленинград ойошмалары Ф. М. Достоевский һәйкәле проектына конкурс иғлан итә. Конкурсҡа бөтәһе 12 проект тәҡдим ителә, һәм беренсе премияны Л.М. Холина һәм архитектор В.А. Петровтың эше ала. Әммә был проект тормошҡа ашырылмай, сөнки яҙыусының гранит скульптураһын бронзаға алмаштырырға кәрәк була.
1993—1994 йылдарҙа проектҡа Л. М. Холинаның улы, рәссам Петр Александрович һәм ейәне, Павел Петрович Игнатьевтар ҡатнашлығында үҙгәрештәр индерелә. Достоевскийҙың скульптураһының эшләнгән эскизы «Монументскульптура]» заводында бронзанан ҡойола.
Һәйкәл ҡуйыу урыны Ф.М. Достоевский Музейы һәм ҡаланың төп рәссамы И.Г. Уралов инициативаһы буйынса һайлан: Божья Матерь Владимир иконаһы сиркәүе янындағы Ҙур Мәскәү бульварында Тимерселәр тыҡрығы һәм Соҡор (Достоевский) урамы мөйөшөндәге йорт менән йәнәш урын, тап бында Достоевский һуңғы көндәрен йәшәй.
Һәйкәл 1997 йылдың 30 майында асыла. Июль айының һәр тәүге шәмбеһендә Санкт-Петербургта һәйкәл янында Достоевский көндәре асыла.
Достоевскийҙың бронза һынының бейеклеге 2 м. Яҙыусы әҫәре өҫтөндә көсөргәнешле эш менән ултырған килеш һүрәтләнә. Яҙыусының ҡарашы Божья Матерь Владимир иконаһы сиркәүенә төбәлгән. Скульптура 1,5 м бейеклектәге гранит постаментта ҡуйылған. Постаментта уйып төҫлө хәрефтәр менән «Достоевскийға» тип ябай яҙылған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Памятник Достоевскому Ф. М. Энциклопедия Санкт-Петербурга. Дата обращения: 21 июль 2016.
- Памятник Достоевскому в Санкт-Петербурге . Spb-in Дыхание Питера. Дата обращения: 21 июль 2016.