Достоевский һәйкәле (Мәскәү, РДК)

Фёдор Достоевский һәйкәле — рус әҙәбиәте классигы Федор Достоевский һәйкәле. 1997 йылда яҙыусының тыуыуына 175 йыллыҡ айҡанлы һәм Мәскәүҙең 850-йыллығы уңайы менән Рәсәй дәүләт китапханаһы бинаһы алдында ҡуйылған[1][2][3] . Монументтың авторы - скульптор Александр Рукавишников һәм архитекторҙары Михаил Посохин, Александр Геннадьевич Кочековский, Сергей Александрович Шаров[4].

Достоевский һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Урын Мәскәү
Булдырыусы Александр Иулианович Рукавишников[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза һәм гранит[d]
Архитектор Посохин, Михаил Михайлович[d]
Карта
 РДК) Достоевский һәйкәле (Мәскәү, РДК) Викимилектә

1997 йылда Рәсәй художество академияһы, Рәсәй рәссамдар союзы һәм Мәскәү рәссамдар союзы мемориал ҡуйыу өсөн урын билдәләү проектына конкурс үткәрә. Өс ҡатнашыусы макеттарҙы төрлө урын өсөн әҙерләй: Ҡотҡарыусы Христос ҡорамы эргәһендә, Рәсәй дәүләт китапханаһы алдында, Замоскворечье районында. Рәсәй сәнғәт академияһы президиумының ултырышында Александр Рукавишниковтың китапхана бинаһы алдындағы эшен һайлайҙар[5].

Достоевскийҙың шул уҡ Рукавишников авторлығында икенсе ябайыраҡ һәйкәлен[6], 2006 йылда Дрезденда асалар. Бер-береһенә ныҡ оҡшашлыҡтары өсөн уны мәскәү монументының «ҡустыһы» тип атайҙар[7][8][9].

Тасуирлама

үҙгәртергә
 
Һәйкәл 2009 йылда.

Бронза скульптура әҙипте эскәмйәлә ултырған килеш һүрәтләй. Ул нимәлер тураһында уйланған, ә йөҙөнөң ҡиәфәте өмөтһөҙ һәм бошонҡо. Статуя гранит постаментта стандарт булмаған формала урынлаштырылған. Алғы өлөшөндә «Достоевский» тип уйып яҙылған, артҡы өлөшөндә Санкт-Петербургта Нева яры буйының барельефы [10] [11].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. А. Г. Раппапорт. Библиотека Ленина. Архи.ру (2004). Дата обращения: 29 июль 2018.
  2. Игорь Яркевич. Спасибо, Пушкин! Независимая газета (12 сентябрь 2008). Дата обращения: 29 июль 2018.
  3. Биография Федора Достоевского. РИА Новости (11 ноябрь 2016). Дата обращения: 29 июль 2018.
  4. Шаров Сергей Александрович. Российская академия художеств (2016). Дата обращения: 29 июль 2018.
  5. Маркина Татьяна. Обсуждение памятника Достоевского. Коммерсантъ (7 август 1997). Дата обращения: 29 июль 2018.
  6. 9
  7. В Дрездене открыт памятник Федору Достоевскому. NEWSru.com (11 октябрь 2006). Дата обращения: 29 июль 2018.
  8. В Дрездене открыт памятник Достоевскому. Газета.Ru (11 октябрь 2006). Дата обращения: 29 июль 2018.
  9. Памятники. Dostoevskiyfm.ru (2016). Дата обращения: 29 июль 2018.
  10. Шокарев, Вострышев, 2018
  11. Иванова, 1998