Дондағы Ростовта тәмәке фабрикалары

Дондағы Росторта тәмәке фабрикалары — Дондағы Ростовта тәмәке сәнәғәте фабрикалары. Фабрика биналары ХХ быуатта төҙөлгән һәм төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡылары булып тора. Төрлө ваҡытта уларҙа ҡунаҡхана, кәсепхана администрацияһы, хәҙерге заман сәнғәт үҙәге һ. б. булған.

Тәмәке сәнәғәте Дондағы Ростовта ХХ быуатта барлыҡҡа килә. Өс ҙур тәмәке фабрикаһын нигеләүсе сауҙагәрҙәр Владимир Иванович Асмолов һәм Гавриил Ильич Шушпанов, Яков Семенович Кушнарев, Иван һәм Акиллен Аспаниди булған.

 
Асмолов тәмәке фабрикаһы

« Асмолов һәм К сауҙа йорто „ тәмәке фабрикаһы үҙ эшен XIX быуат уртаһында башлай. Сауҙагәр Василий Иванович Асмолов 1857 йылда фабриканы асҡан. Ул һәм тәмәке яһау оҫтаһы сауҙагәре Г. И. Шушпанов фабриканы бик тиҙ ваҡыт эсендә юғары кимәлгә күтәрәләр. Уларҙың продукцияһы бөтә Рәсәйҙең Прибалтиканан алып Себергә тиклемгуберналары ҙур һорау менән файҙалана. Тәмәке халыҡ-ара һәм ил эсендәге күргәҙмәләрҙә алтын һәм көмөш миҙал яулай. 1881 йылда В. И. Асмолов үлгәс, уның ҡустыһы Владимир фабрика хужаһына әйләнә. 1913 йылда Асмолов фабрикалары трестҡа берләшә , ә хужаларҙың хакимлығы Лондонға күсә. Совет власы йылдарында был фабрика Дон дәүләт тәмәке фабрикаһы тип йөрөтөлә.

 
Асланиди тәмәке фабрикаһы

1874 йылда ағалы -энеле Иван Христофорович һәм Ахиллес Христофорович Асланиди тәмәке фабрикаһына нигеҙ һалалар[1]. 1913 йылда Асланидилар фабрикаһын Асмолов һәм К°“[3] акционерҙар йәмғиәте һатып алған. 1920 йылда фабрика бинаһында күҙ ауырыуҙары клиникаһы урынлаша. 1950 йылдар башында йорт ремонтлана һәм ҡала дауаханаһына тапшырыла. 1962 йылда йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Унда былай тип яҙылған: „Был йортта 1920 йылдан 1952 йылға тиклем ғалим-офтальмолог, профессор К . Х. Орлов йәшәгән һәм эшләгән“.

 
Кушнарев тәмәке фабрикаһы
 
Хәҙерге заманда „Тәмәке фабрикаһы“ сәнғәте үҙәге.


Әҙәбиәте

үҙгәртергә
  • Чалхушьян, Г. Х. История города Ростова-на-Дону/Г. Х. Чалхушьян. — Г. 19. — Ч. 1 На пороге века // Достопримечательности Ростовской области».

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Владимир Сергеевич Сидоров. Энциклопедия старого Ростова и Нахичевани-на-Дону. Дата обращения: 16 сентябрь 2013.